Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IX. 620 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IX

ҺУҢҒЫ
гол. ■ Ул [Йәнтимер] һуңғы һүҙен әйтте: «Тиҙерәк табырға тырыш!» С. Агиш.
7. Әле генә донъяға сыҡҡан, иң яңы. □ Последний, новейший, свежий. Һуңғы хәбәрҙәр. Һуңғы яңылыҡтар менән танышыу. Журналдың һуңғы номеры. Я Һуңғы тикшеренеүҙәр, тән йоҡоға талғанда ла, мейенең эшмәкәрлеге туҡтамауын асыҡлай. «Башҡортостан ҡыҙы» № 2, 2011.
♦ һуңғы сиккә етеү түҙеп торғоһоҙ хәлгә килеү. □ Дойти до предела. ■ Асыу кешене һуңғы сиккә еткерә бит. Б. Бикбай.
ҺУҢҒЫ II и. диал. ҡар. һуңғылыҡ 1. Бала һуңғыһы. Һуңғы күмеү.
ҺУҢҒЫҒА р. диал. ҡар. үтескә. Һуңғыға биреп тороу. Һуңғыға алып тороу. Һуңғыға аҡса һорау.
ҺУҢҒЫЛЫҠ (һуңғылығы) (Р.: послед; И.: afterbirth; Т.: son) и. анат.
1. Бала тапҡандан һуң төшә торған инә ҡарынындағы бала ятҡыһы; сыу, сыуын. □ Послед, плацента. Һуңғылығы төшөү, һуңғылыҡты ергә күмеү. Быҙау ятҡан һуңғылыҡ сыуын тип атала.
2. миф. Ҡара көстәрҙән һаҡлау һәм яңы йән эйәһен яралтыу көсөнә эйә булған предмет. □ Плацента, послед (имеет обережную и продуцирующую силу). ■ Балаһыҙ ҡатын яңы бала тапҡан ҡатындың һуңғылығына ултыра. Ф. Хисамитдинова.
ҺУҢҒЫЛЫҠ КҮМЕҮ (Р.: ритуальное действие повитухи, связанное с закапыванием последа и направленное на остановку или продолжение деторождения; И.: burial of the placenta; T.: bir tür doğum geleneği) и. миф.
Бала булдырмау йә күбәйтеү өсөн атҡарылған йола. □ Ритуальное действие повитухи, связанное с закапыванием последа и направленное на остановку или продолжение деторождения. ■ Бала булдырмаҫ өсөн һуңғылыҡты кендек яғы менән аҫҡа күмәләр. «Башҡорт мифологияһы »нан.
ҺУҢҒЫЛЫҠ ТЕГЕҮ (Р: ритуальное действие, направленное на проецирование ребёнка, беременности; И.: sort of birth giving rite; T.: bir tür doğum geleneği) и. миф.
Бала ғүмерен һаҡлау өсөн атҡарылған йола. □ Ритуальное действие, направленное
на проецирование ребёнка, беременности. ■ Бала тормаһа, һуңғылыҡты киптереп, ҡатындың кейеменә тегеп ҡуйғандар. «Башҡорт мифологияһы»нан.
ҺУҢЛАТЫУ (һуңлат-) (Р: задерживать; И.: delay; T.: geciktirmek) ҡ.
Тейешле ваҡытҡа өлгөртмәү; һуңға ҡалдырыу. □ Задерживать. Бер сәғәткә һуңлатыу. Эшкә һуңлатыу.
ҺУҢЛАУ (һуңла-) (Р: опаздывать; И.: be late; T: geç kalmak) ҡ.
Тейешле ваҡытҡа өлгөрмәү, кисегеү; һуңға ҡалыу. □ Опаздывать, запаздывать, задерживаться. Эшкә һуңлау, һуңлап килеу. Я Улар Кейекбайҙы зиндандан ҡотҡарырға һуңлағандар икән шул: батша уны уҙғынсы сауҙагәргә биреп ебәрергә өлгөргән. Әкиәттән.
ҺУҢРА р. диал. ҡар. һуңынан. Һуңра килеп кит әле. һуңра йөрөү. Һуңра ҡалып ултырыу.
ҺУҢСЫЛ (Р: постоянно опаздывающий (о человеке)', И.: constantly being late; T: geç kalan) с. һөйл.
Һуңға ҡалыусан. □ Постоянно опаздывающий. Һуңсыл кеше. Һуңсыл ҡунаҡ.
ҺУҢЫНАН (Р: потом; И.: afterwards; T: sonra) р.
Күпмелер ваҡыттан һуң, аҙаҡтан. Эш һуңынан. Төш һуңынан. □ Потом, после. Я Уйындар башланды. Башта һүрән ине, һуңынан ҡыҙа төштө. С. Агиш. • Әүәл яфа күрмәй - һуңынан вафа килмәй. Әйтем.
ҺУҢЫНДА (Р: в конце; И.: late in; T: sonunda) р.
Нимәнеңдер аҙағында. □ В конце. Аҙна һуңында. Я Кырға сыҡ ямғыр һуңында - һәр туғайҙан һил сығыр. Ш. Бабич.
ҺУП I (Р: хон!; И.: up-a-daisy!; T: haydi!) ымл.
Баланы башлап аяҡ өҫтө баҫтырырға өйрәткәндә, һикерткәндә дәртләндереп әйтелгән һүҙ. □ Хон! Оп! (междометие для подбадривания ребёнка). ■ һуп, һуп, һупыс та бигерәк матур бәпес тә! Ғ. Амантай.
ҺУП II (Р: он! уп!; И.: hooting sound; T: yuha sesi) оҡш.
Ябалаҡ, мөншөгөр тауышын белдергән һүҙ. □ Оп! Уп! (подражание голосу удода, совы и выпи). Һуп тигән тауыш ишетелде, һөҙһөттөң һуп иткән тауышына тертләү.
620
00:00
00:00
00:00