ҺУПЫЛДАҠ
ҺУПАЙ (Р.: сыч мохноногий; И.: Boreal owl; T.: paçalı baykuş) и. зоол.
Ябалаҡтар ғаиләһенә ҡараған, сыйырсыҡтан ҙурыраҡ, ҡолаҡһыҙ йомро башлы төнгө ҡош. □ Сыч мохноногий (лат. Aegolius funereus). Ата һупай. Инә һупай. ■ Бейек тирәк ҡыуышында һупай ыңғыраша. 3. Биишева.
ҺУПАЙҘЫ и. зоол. ҡар. һупай. Һупайҙы тауышы, һупайҙы һунарға сыҡҡан.
ҺУПАЙ ТУРҒАЙ (Р: сыч мохноногий малый; И.: owl; species; T.: paçalı baykuş) и. зоол.
Ябалаҡтар ғаиләһенә ҡараған бәләкәйерәк һупай. □ Сыч мохноногий малый (лат. Aegolius Gleb Romani). Һупай турғай тотоу, һупай турғай балаһы.
ҺУПАЙЫУ (һупай-, һупая) (Р.: выпячиваться; И.: bulge; T.: çıkıntı yapmak) ҡ.
Ҡабара биреп ҡалҡыныу. □ Выпячиваться, выступать, торчать. Һупайып китеу. һупая биреу. һупайып сығыу. Куҙе һупайған.
♦ Һупайып ултырыу бер ни эшләмәй, тик ултырыу. □ соотв. Сидеть сложа руки. Бер нәмәгә эшкинмәй, һупайып ултыра.
ҺУПАЛ с. диал. ҡар. һәтәү, һупал бала. Һупал кеше.
ҺУПАЛАҠ (һупалағы) (Р: комок, кругляк; И.: clot, pat; T.: top, yumak) и.
1. Балсыҡ, ҡорот һымаҡ нәмәнән йомарланған йомғаҡ; йомарлаҡ, йомарлам. □ Комок, кругляк, клубок (масла и т. п.). Бер һупалаҡ май. Һупалаҡ яһау. Балсыҡ һупалағы. Бер нисә һупалаҡ ҡорот теҙеп киптереу.
2. диал. ҡар. көнйәлә. Бер һупалаҡ йөн. Бер-ике һупалаҡ етен.
ҺУПАЛАҠЛАУ (һупалаҡла-) (Р.: комкать; И.: crumple; T.: yuvarlamak) ҡ.
1. Балсыҡ, ҡорот һымаҡ нәмәләрҙе сәпәп йомро итеү; йомарлау, йомғаҡлау. □ Комкать, валять, скатывать, слеплять, придавая округлую форму. ■ Сания апай һупалаҡлап май һата торғайны. Көләмәстән.
2. диал. ҡар. һупалау 1. Һупалаҡлап сығыу, һупалаҡлап ҡуйған. Ипләп һыламаған, һупалаҡлап ҡына сыҡҡан.
ҺУПАЛАУ (һупала-) (Р.: делать неаккуратно; И.: make roughly; T: özensizce yapmak) ҡ.
1. Яҡшылап, матурлап тормай, арлы-бирле итеп эшләү; әтмәләү. □ Делать неаккуратно,
некрасиво, кое-как. ■ Өмөтбайҙың өйө кәкре-бөкрө ҡайын ағасынан һупалап ҡына яһалған. Ғ. Дәүләтшин.
2. Икенсе бер телдә уҡыу-яҙыу, йыр-көй һ. б. яҡшылап белмәй, әҙ-мәҙ һөйләү, башҡарыу; маташтырыу □ Немного уметь, немного знать чужой язык, песни. Иҫке төркисә һупалайым. Русса һупалау. Әҙерәк немецса һупалау. ■ Элек самауыр төҙәтеуселәрҙең кубеһе башҡөртсаны яҡшы һупалай торған урыҫ ҡарты була торғайны. Ә. Вахитов.
ҺУПАТА (Р.: неуклюжий; И.: awkward; Т.: kubat) с. диал.
Ауыр, лупыш кәүҙәле. □ Неуклюжий, тяжеловесный, неповоротливый, һупата кеше. Һупата кәуҙәле булыу. Һупата кәуҙәлеләр өсөн спорт уйындары.
ҺУПАТАЛАЙ с. диал. ҡар. һур. Һупата-лай быйма, һупаталай кәуҙәле.
ҺУП БАРМАҠ и. ҡар. һуҡ бармаҡ, һуп бармаҡ менән саҡырыу. Һуп бармаҡ менән төртөу. һуп бармаҡ менән курһәтеу. ■ Фәйзулла ҡәләмде баш бармағы һәм һуп бармағы менән йәпләп тота. Ф. Иҫәнғолов.
ҺУП ИТЕҮ (һуп ит-) (Р: встать на ноги (о младенцах)', И.: walk (of baby)', T.: ayaklanmak) ҡ. бал.
Аяҡ өҫтө баҫыу; тороу (сабыйҙарға ҡарата). □ Встать на ноги (о младенцах). Йә, балам, һуп ит. һуп итеп тороу, һуп итә башланы, һуп итергә маташа.
♦ һуп итеп тороу кеше ҡушҡан йомошто һ. б. хәҙер үк үтәргә әҙер тороу. □ Быть готовым на все. һәр эшкә лә һуп итеп тороу. ■ [Иҙел:] Сәлимәне ебәрергә кәрәк. .. Атҡа ултырып фәлән ергә барып ҡайт тиһәң, ул һуп итеп торор ине. Ш. Насыров.
ҺУПҠЫН и. диал. ҡар. һапҡан. Һупҡын уйнау.
ҺУПЛАУ (һупла-) (Р: ухать; И.: hoot; Т.: ötmek) ҡ.
һуп тип ҡысҡырыу, ухылдау (ябалаҡҡа һ.б. ҡарата). □ Ухать. ■ Һуплаған өкө тауышы ҡара урмандар буйлап яңғырай. М. Тажи.
ҺУПЫЛДАҠ (һупылдағы) и.
1. диал. ҡар. һупай, һупылдаҡ йомортҡалары. һупылдаҡ яҡында ғына һуплай.
2. диал. ҡар. һөҙһөт. Һупылдаҡ тауышы.
621