ҺУПЫЛДАУ
ҺУПЫЛДАУ (һупылда-) (Р.: кричать; И.: hoot; T.: ötmek) ҡ.
һуп иткән тауыш сығарыу; һуп итеү, ухылдау. □ Кричать (о сове, удоде, выпи), ухать. ■ Алмаш-тилмәш ҡасырға торған һыу үгеҙҙәре һупылдауынан башҡа тауыш юҡ. А. Таһиров.
ҺУР (Р.: большой; И.: large; big; T.: büyük) с. диал.
Дәү, ҙур. □ Большой. Һур кәүҙәле булыу. Һур кеше булып үҫеү. Һур һеләүһен. • Аяғы һур ғәйрәтле булыр. Әйтем.
ҺУРАП I (һурабы) (Р: след; И.: trail; Т.: iz) и. диал.
Йәнлек эҙе; сар. □ След. Төлкө һурабынан барыу. Ҡуян һурабынан юлланған айыу.
ҺУРАП II (һурабы) (Р: продолговатая копна снопов; И.: oblong shock of sheaves; T: uzunca dokurcun) и. диал.
Башын-башҡа бергә терәп, арҡырыға теҙеп һалған кәлтә өйөмө; ҙурат. □ Продолговатая копна снопов. Кәлтә һураптарын өйөү. ■ Быйыл ғына урған, ай, ураҡты көл-тәләпкәй һалдыҡ һурапҡа. Халыҡ йырынан.
ҺУРАТ (Р: продолговатая копна из ста снопов; И.: oblong haystack; T.: uzunca dokurcun) и. диал.
Йөҙ көлтәнән торған ҙурат. □ Продолговатая копна из ста снопов. Көлтәләрҙән һурат ҡуйыу. Кәлтә һураттарынан кәбән өйөү.
ҺУРҒЫС I (Р: всасыватель; И.: injector; T.: enjektör) и. һөйл.
Нимәнелер һура, һурҙыра торған ҡорамал. □ Всасыватель (об орудиях, приборах). Сац һурғыс. Ярма һурғыс, һурғыс торба.
ҺУРҒЫС II [рус. сургуч] (Р: сургуч; И.: sealing-wax; T.: mühür mumu) и.
Тиҙ иреп, тиҙ ҡата торған ҡыҙғылт ыҫмала (мисәт һуғыу, шешә кәпләү һ. б. кәрәк өсөн ҡулланыла). □ Сургуч. Һурғыс менән мисәтләү.
ҺУРҒЫС III (Р: промокашка; И.: absorbent; T: kurutma kâğıdı) и. ҡар. киптергес.
Перо менән яҙғандан һуң ҡараны киптереп ала торған ҡағыҙ. □ Промокашка. һурғыс менән киптереп алыу.
ҺУРҒЫСТАР (Р: название родового подразделения башкир; И.: Bashkir clanal subdivision; T: bir Başkurt soyunun adı) и. этн.
Ҡатай ҡәбиләһенә ҡараған ара исеме. □ Название родового подразделения башкир-катайцев. Һурғыстарҙан килен алыу.
ҺУРҘАЙЫУ (һурҙай-, һурҙая) ҡ. диал. ҡар. һорнайыу, һурҙайып үҫеп китеү. Кәүҙәһе бигерәк ныҡ һурҙайған.
ҺУРҘЫРҒЫС (Р: выкачиватель (жидкости); И.: sort of pump; T: pompa) и.
Нимәнелер һурҙыра торған ҡорамал. □ Выкачиватель (жидкости). Бал һурҙырғыс.
ҺУРҘЫРТЫУ (һурҙырт ) ҡ. йөкм. ҡар. һурҙырыу, понуд. от һурҙырыу. Кешенән бал һурҙыртыу.
ҺУРҘЫРЫЛЫУ (һурҙырыл ) ҡ. төш. ҡар. һурҙырыу, страд, от һурҙырыу. Бағаналар һурҙырылып ташланған.
ҺУРҘЫРЫУ (һурҙыр-) (Р.: откачивать; И.: draw off; drain off; T: pompalamak) ҡ.
1. Нимәлер ярҙамында эскә һурып сығарыу. □ Откачивать, отсасывать. Нефть һурҙырыу. Сац һурҙырыу. Насос менән ҡомло һыу һурҙырыу.
2. йөкм. ҡар. һурыу, понуд. от һурыу. Теш һурҙырыу. Сөйҙө һурҙырыу. Һурҙырып алыу. һурҙырып сығарыу.
3. Тирмән ярҙамында ҡабығынан һыҙыртып, ярма яһау. □ Обдирать крупу, зёрна. Тары һурҙырыу. Ҡарабойҙай һурҙырыу.
ҺУРҠЫЛДАҠ (һурҡылдағы) (Р: головка камыша; И.: cane bulb; T: kamış başı) и. диал.
Ҡамыш башы. □ Головка камыша. Камыш һурҡылдағынан гөлләмә. Күл буйының йәме -ҡамыш һурҡылдаҡтары.
ҺУРҠЫЛДАУ (һурҡылда-) (Р: ныть; И.: ache; T: sızlamak) ҡ. диал.
Өҙлөкһөҙ әрнеп һыҙлау (шеш һ. б.). □ Ныть. Беләгем һурҡылдай. Аяҡ быуындары һурҡылдай. Яра әрнеп һурҡылдай.
ҺУРҠЫУ (һурҡы-) ҡ. диал. ҡар. һурығыу
1. Бесән бер аҙ һурҡыны. ■ Ямғырҙан һуц ер бер аҙ һурҡыған, тик соҡор-саҡырҙарҙа ғына һыу йыйылып ҡалған. 3. Хисмәтуллин.
ҺУРНАҠ (һурнағы) (Р: пчела, которая ворует (забирает) мёд из чужих ульев; И.: bee-prig; T: bal çalan ап) и.
1. Сәскәнән бал йыймай, умарталағы балды ашап йөрөгән уғры ҡорт. □ Пчела, которая ворует (забирает) мёд из чужих ульев. Умартаны һурнаҡ баҫа. Көслө һурнаҡ. Һурнаҡ баҫып, ҡортом бөттө. Көслө умарта һурнаҡ баҫыуға бирешмәй.
2. күсм. Әрәмтамаҡ, кеше елкәһендә йәшәүсе. □ Дармоед, паразит. Һурнаҡ кеүек.
622