Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IX. 623 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IX

ҺУРЫЛЫУ
Һурнаҡ һымаҡ кеше. ■ [Альберт - Хәйретдингә:] Һөйләнмә, борол тиҙәр һиңә! һурнаҡ булып йәшәнең. Ғ. Ибраһимов.
ҺУРНАҠСЫ и. диал. ҡар. һурнаҡ. Умарталарҙы һурнаҡсы баҫты.
ҺУРНАС и. диал. ҡар. һурнаҡ 1. Һурнас баҫҡан умарта. Һурнастан ҡотолоу.
ҺУРПА I (Р.: бульон; И.: broth; T: et suyu) и.
Ит бешергәндә аштың шыйыҡ өлөшө. □ Бульон. Тоҙло һурпа. Тауыҡ һурпаһы. Балыҡ һурпаһы. Һимеҙ һурпа. Һурпа эсеу. Тәмле һурпа еҫе танауҙы ҡытыҡлай. Һурпаны ҡатыҡлау. • Ите - иткә, һурпаһы - биткә. Әйтем. Ҡуяндың итен кур ҙә һурпаһынан төңөл. Мәҡәл.
♦ Ҡуян һурпаһының һурпаһы мыҫҡ. бәйләнеше, мөнәсәбәте бик алыҫ нәмәләргә ҡарата әйтелә. □ Что-л., не имеющее отношения к чему-л. ■ Бына әле лә икенсе ярҙамсының өсөнсө урынбаҫары булып ҡына йөрөйөм. Йәғни, ҡуян һурпаһының һурпаһы. Ә. Бикчәнтәев. • Ҡоҙаның ҡоҙаһы - ҡуян һурпаһының һурпаһы. Әйтем.
ҺУРПА II (Р: слеза; И.: eye-drop; T.: göz yaşı) и. диал.
Күҙ йәше. □ Слеза. Ҡуҙенән һурпаһы ҡойолоп тора. Ҡуҙенән һурпаһы ҡойолоп, шәмәреп бөткән.
♦ Күҙ һурпаһын ҡойоу илау. □ Плакать. Бушҡа куҙ һурпаһын ҡойоуҙан фәтуә юҡ. Әсе куҙ һурпаһын ҡойоп ултыра.
ҺУРПАГҮҘ (Р: больные слезящиеся глаза; И.: running eyes; T.: yaşla dolmuş gözler) u. диал.
Йәшкәҙәп торған ауырыу күҙ. □ Больные слезящиеся глаза. Һурпагуҙ малай, һур-пагуҙе менән армияға бармай ҡалды.
ҺУРПАЛАУ (һурпала-) (Р: готовить что-л. с бульоном; И.: cook with broth; T.: et suyu ile hazırlamak) ҡ.
Һурпалы итеү. □ Готовить что-л. с бульоном. Һурпалап бешереу. Итте һурпалау. Ҡуйырған ашты һурпалау.
ҺУРПАЛЫ (Р: имеющий бульон; И.: having broth; T.: et suyu olan) с.
1. һурпаһы бар, һурпа менән бешерелгән. □ Имеющий бульон, с бульоном, һурпалы ит. Һурпалы аш. Һимеҙ һурпалы. Тәмле һурпалы.
■ Муйылбикәнең һурпалы ит ҡурҙағы .. бик тәмле тойолдо. Һ. Дәүләтшина.
2. һурпа өсөн әҙерләнгән. □ Бульонный. Ашҡа һурпалы шаҡмаҡтар ҡушыу.
ҺУРПАЛЫҠЛЫ (Р: бульонный; И.: broth; T.: et suyu) с.
Һурпаға сығышлы. □ Бульонный (идущий на изготовление бульона). Һурпалыҡлы um. һурпалыҡлы ит өлөшө. Һурпалыҡлы һөйәк.
ҺУРПЫС (Р: сердечник; И.: core; Т.: göbek) и.
Бысаҡ һ. б. ҡоралдың ағас һапҡа тыға торған өлөшө. □ Сердечник. Бысаҡ һурпысы. Бәке һурпысы. Хәнйәр һурпысы.
ҺУРПЫСЫҠ и. диал. ҡар. һурпыс, һур-пысыҡты тығып ҡуйыу. Бәке һурпысығын тығыу.
ҺУР ТУН (Р: тулуп; И.: sheepskin; Т.: gocuk) и. диал. ҡар. толоп.
Бейек шәл яғалы, киң, оҙон итеп тиренән тегелгән ҡышҡы кейем. □ Тулуп. Һур тун кейеу. Һур тунға ураныу. Һур тун тегеу.
ҺУРЫҒЫУ (һурыҡ-) (Р: подсыхать; И.: dry somewhat; T: biraz kurumak) ҡ.
1. Һыулы, дымлы нәмә елләп, һарҡып, бер аҙ кибеү. □ Подсыхать. Ер һурығыу. Ҡалҡыс ер һурыҡҡан. Бесән һурыҡты. ■ Көн асыла төштө, юл да һурыға башланы. М. Тажи.
2. кусм. Төҫ ташлап, ябығыу; һурылыу. □ Худеть. Йөҙө һурыҡҡан, һурығып киткән. Һурығып бөткән. Һурыға төшкән. Йонсоп һурыҡҡан.
ҺУРЫҠТЫРЫУ (һурыҡтыр ) (Р: подсушивать; И.: dry slightly; суре; T: kurutmak) ҡ.
Бер аҙ киптереү, ҡоротоу. □ Подсушивать, обсушить. Бесәнде һурыҡтырыу. Иртәнге ел юлды һурыҡтырған. Тирене һурыҡтырып алып, шунан тарта торғайнылар.
ҺУРЫЛЫУ (һурыл-) (Р: выниматься; И.: removable; T: sökülmek) ҡ.
1. Кейҙергән, тығып ҡуйылған ерҙән кире ысҡыныу. □ Выниматься, сниматься, соскакивать. Арбаның кусәре һурыла. Иҙән шынаһы һурылып сыҡҡан, һәнәк һабы һурылды. ■ Ишек өҫкө кугәненән һурылып сығып, салыш аҫылынып тора. Б. Бикбай.
2. төш. ҡар. һурыу 1. страд, от һурыу
1. Ш Арғымаҡтар ерҙе сапсып торған һәм ҡылыстар ҡындан һурылған. Р. Ниғмәти.
623