Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IX. 624 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IX

ҺУРЫНДЫ
3. кусм. Уралған, ҡамалған ерҙән шылып ысҡыныу. □ Вырываться, выдёргиваться. Ҡосаҡтан һурылып сығыу. Бәйләнгән бинты һурылып сыҡты. ■ Толобонан һурылып сығып, Садрислам юл ситенә һикерҙе. Ф. Иҫәнғолов.
4. диал. Ҡуҙғалыу, күсеү. □ Трогаться (с места). Урынынан һурылды. Һурыла биреп ҡуйҙы.
5. кусм. Төҫ ташлап, ябығыу. □ Худеть. Йөҙө һурылған. Балтырҙары һурылып киткән. Ҡайғынан һурылыу. ■ [Рәхимә] һуңғы көндәрҙә генә бер аҙ ябығып, һурылып китте. К. Кинйәбулатова.
♦ Йөрәк һурылыу ауыр хәлдән, кисерештән ныҡ борсолоп ҡайғырыу, әсенеү; йән әсеү. □ Горевать. Балам тип әсә йөрәге һурыла. Юғалтыуҙарҙан йөрәк һурыла. Ауыр ҡайғыларға бөгөлмәһәк тә, йөрәк һурыла.
ҺУРЫНДЫ и. һөйл. диал. ҡар. һүренде. Ҡулдәк һурындыһы. Еп шәл һурындылары менән ҡайыу.
ҺУРЫНТЫ и. диал. ҡар. һығымса. Алоэ һурынтыһы.
ҺУРЫТЫУ (һурыт-) ҡ. диал. ҡар. һурҙырыу 3. Тары һурытыу. Ярма һурытыу.
ҺУРЫУ (һур-) (Р.: выдёргивать; И.: pull out; T: sökmek) ҡ.
1. Кейҙерелгән, тығылған ерҙән кире тартып ыскындырыу. □ Выдёргивать, вырывать. // Выдёргивание, вырывание. Сөйҙө һурыу. Ҡындан ҡылысты һурыу. Һурып алыу. ■ Ҡөмөш йөҙөгөңдө һурып бир, йәнем алып ҡалды, тиерһең. Халыҡ йырынан.
2. Үҫкән, ултырған еренән тартып сығарыу. □ Выдёргивать, вырывать. // Выдёргивание, вырывание. Ағасты тамыры менән һурып алыу. Билсәнде тамырынан һурып сығарыу. Алабутаны һурып алыу. Теш һурыу ҡоралы.
3. Ауыҙға ҡабып, ҡыҫҡылап, тын менән тартыу; имеү. □ Сосать, втягивать. // Сосание. Имсәкте һурыу. Бармаҡты һурыу. Кәнфит һурыу. ■ Ул [Тимошка] өҫтәлдән ситтәрәк һаман тәмәке һурып ултыра. Ж. Кейекбаев.
4. Тын йәки һауа көсө менән тартып, нимәнелер сығарыу йәки эсеү. □ Высасывать, выкачивать. // Высасывание, выкачивание. һут һурыу. Һурпа һурыу. ■ Вышкалар тәрән-тәрәндән һуралар ерҙең майын. Р. Ниғмәти.
Ас һөлөктәр .. тәнгә йәбешәләр ҙә ҡан һура башлайҙар. Һ. Дәүләтшина.
5. Уптырып йәки ер менән тартып эскә һөйрәү. □ Засасывать, вытягивать. Йылғаның көслө өйрөлмәге һура башланы. Һаҙлыҡ аяҡтан һура. ■ Ҡамыш төбө бата, мине һура. Д. Юлтый. Ҡул, йылға һыуҙарын ҡойон һурып ала. Д. Бураҡаев.
6. кусм. Алыу, үҙләштереү. □ Высасывать, выкачивать. // Высасывание, выкачивание. Аксаны һурыу. Дәуләт байлығын һурыу. Н [Кылысбаев:] Улар [мелиораторҙар] аҡсаны минән алмай, туранан-тура дәуләт кеҫәһенән һура. И. Ғиззәтуллин.
7. Тамыр аша туҡланыу (уҫемлектәргә ҡарата). □ Высасывать, выкачивать. // Высасывание, выкачивание. Ер һутын һурыу. Яран гөл көршәк аҫтындағы һыуҙы һурып бөткән.
8. диал. ҡар. һуғыу. Ашты монар һурып китте.
ҺУҪАР и. диал.
1. ҡар. һыуһар. Һуҫар тиреһе. Һуҫар бурек. Һуҫар яға. ■ Һуҫар бер ваҡытта ла ерҙән йөрөмәй, ағастан ағасҡа ырғып, гел ағас башынан китә. Ж. Кейекбаев.
2. ҡар. шәшке. ■ Һыу буйында һуҫар куп, ҡойроҡтары йопар кук. Халыҡ йырынан. Һыуҙа йөҙә белә микән һуҫарҙың балалары. Халыҡ йырынан.
ҺУТ (Р: сок; И.: sap; juice; T: özsu) и.
1. Үҫемлек, емеш-еләк туҡымаһындағы шыйыҡлыҡ. □ Сок. ■ Айыу һоло һабаҡтарын .. ҡосаҡлап, башаҡтың һөтлө һутын лас-лос имеп, баҫыуҙы тапап, әрәм итеп тик йөрөй ул. Ҡ. Даян. Сейәләрем һут ҡына, ал да ҡабып һур ғына. Р. Ураҡсина.
2. Эсер өсөн еләк-емештән, йәшелсәнән һығып алынған шыйыҡлыҡ. □ Сок. Алма һуты. Кишер һуты. Һут эсеу. ■ Емештәрҙән татлы һут ҡала, мөхәббәттән һунмәҫ ут ҡала. А. Игебаев.
3. Кеше һәм тереклектәрҙең аш һеңдереү ағзаларындағы шыйыҡлыҡ. □ Желудочный сок. Ашҡаҙан һуты. Эсәк һуты. Ашҡаҙан аҫты биҙе һут булеп сығара. Аҙыҡ ашҡаҙан һәм эсәк аша уткән саҡта аш һеңдерә торған төрлө һут менән еуешләтелә.
624