Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IX. 625 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IX

ҺҮГЕНЕҮ
ҺУТЛАНЫУ (һутлан-) (Р.: наливаться соком; И.: flush; T.: şıralı olmak) ҡ.
һут барлыҡҡа килеү, һутлыға әйләнеү, һутлы булыу. □ Наливаться соком. ■ Һәр бөрөнән яҙ еҫтәре аңҡый, зифа аҡ ҡайындар һутлана. А. Игебаев. Йәмле лә һуң йәй көндәре, үләндәр һутланған саҡ. Н. Иҙелбай.
ҺУТЛЫ (Р.: сочный; И.: juicy; rich; T.: şırah) с.
һутҡа бай, һуты күп. □ Сочный, һутлы аҙыҡ. һутлы емеш. Татлы һутлы еләк. М Гранаттың һутлы бөртөктәре тәмле лә, шифалыла. «Киске Өфө», № 17,2009. Һутлы кишерҙе ҡырғыстан үткәргәс, әнис менән петрушканы, бешкән бер йомортҡаны, бер алманы турап, саҡ ҡына уҫемлек майы ҡушып болғатырға. «Киске Өфө», № 43, 2010.
ҺУТ ҺЫҠҠЫС (Р.: соковыжималка; И.: juicer; T: meyve sıkacağı) и.
Емеш-еләктәрҙең һәм йәшелсәләрҙең һутын сығара торған ҡорамал. □ Соковыжималка. Һут һыҡҡыстан уткәреу. Әфлисунды һут һыҡҡыс аша уткәреу.
ҺУҺЫҠ (Р: широконоска; И.: shoveler; Т.: bayağı kaşıkgaga) и. диал. ҡар. ҡашыҡморон.
Өйрәктәр ғаиләһенә ҡараған, оҙон киң моронло йылға ҡошо. □ Широконоска (лат. Anas clypeata). һуһыҡҡа һунар итеу. Инә һуһыҡ. Ата һуһыҡ.
ҺУШ [фарс.] (Р: чувство; И.: consciousness; memory; T: bellek) и.
1. Тирә-йүндәге мөхитте һиҙеү һәләтлеге; аң, иҫ. □ Чувство, сознание. Һуш китеу. Һушты алыу. Һушты йыйыу. ■ [Алпамыша:] Йөҙөң күрһәм, күҙем ҡамаша, Барсынһылыу,.. һуштан яҙам, ҡылып тамаша. «Алпамыша».
2. Тән, ағзаның һиҙеү-тойоу һәләтлеге; иҫ. □ Чувство, сознание. Ҡулдың һушы китте. һушты юғалтыу. ■ һушым, ғаҡылым китеп, куп заман һушһыҙ булып торҙом. «Сәйфелмөлөк».
ҺУШҺЫҘ (Р: бесчувственный; И.: insensible; insensitive; T.: baygın) с.
1. һушы юҡ, иҫе, һушы юғалған, иҫһеҙ. □ Бесчувственный, һушһыҙ тороу. ■ Урал унан үлмәгән, һушынан да таймаған, була-тыны алған да, Әзрәҡәне сапҡан да - ҡылыс диңгеҙгә сумған, ер һелкенгәндәй булған:
Әзрәҡә һушһыҙ йығылған. «Урал батыр». Ҡыҙ, Түләктең тауышын ишетеп, һушһыҙ була яҙып, йөҙөн ҡулдары менән ҡаплап алды. «Заятүләк менән һыуһылыу».
2. Тиҙ онота торған, хәтерһеҙ. □ Беспамятный, забывчивый, һушһыҙ кешегә әйләнгән. һушһыҙ хәлгә килгән.
3. Уйлап, аңлап эшләй белмәгән; аңра.
□ Глупый, придурковатый, һушһыҙ кеше булып ҡыланыу.
ҺУШҺЫҘЛАНЫУ (һушһыҙлан ) (Р: потерять сознание; И.: lose consciousness; faint; swoon; T.: bayılmak) ҡ.
1. Иҫте, һушты юғалтыу. □ Потерять сознание. һушһыҙланып ятыу. Ҡапыл һушһыҙланыу.
2. һиҙеү, тойоу һәләтен юғалтыу. □ Стать бесчувственным (о частях тела). Аяҡ-ҡулдар ҡапыл һушһыҙланды.
3. Хәтерҙән яҙыу, иҫһеҙгә әйләнеү; хәтерһеҙләнеү. □ Становиться беспамятным. Олоғайғас һушһыҙланған, һушһыҙланып йөрөй.
ҺУЯ (Р: энергично; И.: powerfully; Т.: enerji ile) р. һөйл.
Дәртле, көслө, ғәйрәтле, ныҡлы. □ Энергично. Һуя атлап йөрөу. һуя һуғыу. Һуя баҫып бейеү.
ҺУЯҺЫНАН р. һөйл. ҡар. ҡутарғанса. һуяһынан эшләп ташлау. Һуяһынан атлап барыу.
ҺҮГЕЛЕҮ (һүгел-) ҡ. төш. ҡар. һүгеү. страд, от һүгеү. • Яҡшы менән һөйләшһәң, алтын-көмөш түгелер, яман менән һөйләшһәң, атаң-әсәң һүгелер. Мәҡәл.
ҺҮГЕНЕҮ (һүген-) (Р: ругаться (плохими словами)', И.: swear; T.: söğüşmek) ҡ.
1. Ҡаты, оят һүҙҙәр менән әрләшеү, оят, тупаҫ һүҙҙәр әйтеү. □ Ругаться, браниться (плохими словами). // Ругань, брань, матерщина. Ҡаты һүгенеү. Эт эймәҫ һүҙҙәр менән һүгенеү. Еңелсә һүгенеп алды. М Аҡтарҙың офицерҙары элеккегә ҡарағанда ла ярһыуыраҡ, .. һис бер һүҙ һайлап тормай, инәһе-атаһы менән һүгенәләр. Ф. Иҫәнғолов.
2. миф. Ҡара көстәрҙән һаҡланыу алымы.
□ Ритуальное действие, ритуальная брань, нанесение вреда или способ отведения нечистой силы с помощью брани. Шайтан
625