ҺҮҘГӘ КИЛЕШЕҮ
ҺҮҘГӘ КИЛЕШЕҮ (һүҙгә килеш ) к. ҡар. тиргәшеү. М Мозафар Сабира апай менән бик ҡаты һуҙгә килешкәс, былтыр йәй ғаиләһен дә, ауылды ла бөтөнләй ташлап сығып киткән. Ф. Иҫәнғолов.
ҺҮҘГӘ ҠАЛДЫРЫУ (һүҙгә ҡалдыр-) ҡ. ҡар. мәсхәрәләү. Кеше араһында һуҙгә ҡалдырыу.
ҺҮҘҘЕ ЙЫҒЫУ (һүҙҙе йыҡ-) (Р.: не считаться с чьим-л. мнением; И.: hold cheap; T.: önem vermemek) ҡ.
Кешенең әйткәнен, үтенесен иҫәпкә алмау. □ Не считаться с чьим-л. мнением. ■ Тик бейеменең һуҙен йыға алмай, ирекһеҙҙән генә эйәрҙе [Гөлйөҙөм еңгә]. 3. Биишева.
ҺҮҘҘЕ ТОТОУ (һүҙҙе тот-) (Р.: придерживаться чыис-л. слов; И.: listen to; T.: dinlemek) ҡ.
1. Әйткәнде тыңлау, әйткәнде үтәү. □ Придерживаться чьих-л. слов. Кешенең һуҙен тотоп, яңылыштым.
2. Вәғәҙәне үтәү, бирелгән һүҙҙе үтәү. □ Сдержать слово, выполнить обещание. ■ Ә шулай ҙа ауыр, бик ауыр икән был һуҙҙе тотоуы! 3. Биишева.
ҺҮҘҘӘН СЫҠМАУ (һүҙҙән сыҡма-) (Р: последовать совету; И.: obey; T.: söz dinlemek) ҡ.
Әйткәнде тыңлап, килешелгәнсә эшләү. □ Последовать совету, слушаться, считаться с кем.
ҺҮҘ ЙӨРӨТӨҮ (һүҙ йөрөт-) ҡ. ҡар. һөйләшеү. М Аҙаҡта, уратыбыраҡ булһа ла, буфетсы ҡатын менән шул тирәләрәк һуҙ йөрөтөргә булды [Сафин]. С. Агиш.
ҺҮҘ КӨРӘШТЕРЕҮ (һүҙ көрәштер ) ҡ. ҡар. һүҙләшеү. Һуҙ көрәштереп ултырыу. ■ Ғилман көрһөндө, уға уҙен ҡунаҡҡа алып ҡайтҡан кеше менән һуҙ көрәштереуе ҡыйын ине. Н. Мусин.
ҺҮҘ КҮТӘРЕҮ (һүҙ күтәр-) (Р: терпеливо сносить попрёки; И.: bear; T.: katlanmak, dayanmak) ҡ.
Үҙеңә әйткән шелтәне ҡабул итеү. □ Терпеливо сносить попрёки. М Берәуҙәр тәнҡит итеп, тура әйткән һуҙҙе кутәрмәй. М. Тажи. [Вәсилә] был көндәрҙә һис кенә лә һуҙ кутәрмәй башланы. Ф. Әсәнов.
ҺҮҘ ҠАЙТАРЫУ (һүҙ ҡайтар-) ҡ. ҡар. ҡарышыу. Бер һуҙгә биш һуҙ ҡайтарыу.
ҺҮҘ ҠАТНАШТЫРЫУ (һүҙ ҡатнаштыр-) (Р: вставить слово; И.: put a word in; T: söz katmak) к.
һөйләшеүселәр араһына ҡыҫылып, үҙ фекереңде әйтеү. □ Вставить слово, присоединиться к беседе. Ололар һөйләшкәндә һуҙ ҡатнаштырырға тырышыу.
ҺҮҘ ҠАТЫУ (һүҙ ҡат-) ҡ. ҡар. һүҙ ҡушыу. Йылы һуҙ ҡатыу. ■ Ағаһының һуҙҙәре кире ҡаҡҡыһыҙ тойолдомо, Саръян башҡаса һуҙ ҡатманы. Ә. Байрамов.
ҺҮҘ ҠУҘҒАТЫУ (һүҙ ҡуҙғат ) ҡ. ҡар. һүҙ асыу. ■ Кайһы берәуҙәр кире ҡайтыу тураһында һуҙ ҡуҙғата башлаған. Р. Ниғмәти.
ҺҮҘ ҠУШЫУ (һүҙ ҡуш-) (Р: обращаться к кому-л:, И.: address; T: hitap etmek) ҡ.
Һөйләшә башлау, өндәшеү. □ Обращаться к кому-л. ■ Бер уҡытыусы Сәғиҙәгә яҡыныраҡ килеп һуҙ ҡушты. М. Тажи. Юл буйы Тоня ауыҙ асып һуҙ ҡушманы. А. Абдуллин.
ҺҮҘ ҠЫҪТЫРЫУ (һүҙ ҡыҫтыр ) ҡ. ҡар. һүҙ ҡатнаштырыу. М Әуәлерәк аттарҙы ҡойроғонан тотоп тугел, ә ашатып кутәрә торғайнылар! — тип һуҙ ҡыҫтырҙы килеп туҡтаған ерән һаҡаллы ир. А. Абдуллин.
ҺҮҘЛЕК (һүҙлеге) (Р: словарь; И.: dictionary; T: sözlük) и.
1. Һүҙҙәрҙең мәғәнәләре аңлатылып йәки икенсе телгә тәржемә ителеп билдәле бер тәртиптә, алфавитта теҙеп төҙөлгән китап. □ Словарь. Башҡорт теленең аңлатмалы һуҙлеге. Башҡорт теленең диалекттары һуҙ-леге. Этимология һуҙлеге. Мифология һуҙлеге. ■ [Әхмәҙи - Яшаға:] Һиндсә һәм малайялы-ларса һуҙлек тапманым, юлда һорашырға тура килер. Ә. Бикчәнтәев. Майор Орлов ялан сумкаһы төбөнән уҙе әҙерләгән һуҙлеген алып, ят телде вата-емерә әсиргә һорауҙар бирә башланы. И. Ғиззәтуллин.
2. Кемдер тарафынан йәки ниндәйҙер эш әлкәһендә ҡулланылған һүҙҙәр йыйылмаһы; лексика. □ Лексикон, словарный запас. Уҡыусыларҙың актив һуҙлеге.
ҺҮҘЛӘҮ (һүҙлә-) ҡ. ҡар. һөйләү. ■ Ғәриптең куҙе курмәҫ, һуҙләһә, һуҙе рәуа булмаҫ. Мөнәжәттән.
628