Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IX. 629 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IX

ҺҮҘ ҮТЕҮ
ҺҮҘЛӘШЕҮ (һүҙләш-) (Р.: пререкаться; И.: wrangle; T.: çekişmek) ҡ.
Ҡаршы әйтешеү, һүҙ көрәштереү, әрепләшеү. □ Пререкаться. // Пререкание. Үҙ-ара һуҙләшеу. Еңешеп һуҙләшеу. ■ Яуымбай һынманы, артыҡ һуҙләшеп, талашып та торманы. Н. Мусин. Сәсән йәшеренеп тугел, ил алдында һуҙләшер. Б. Вәлид.
ҺҮҘ-МАҘАР (Р: разговор; И.: talk; T.: laf) и. йыйн.
Төрлө һүҙҙәр, хәбәр, шелтә. □ Разговор (о чём-то). Йыйылышта тәртип тураһында һуҙ-маҙар булманымы? Һуҙ-маҙар теймәһен. Һуҙ-маҙар булыу. ■ Шул саҡ Кожин ялт итеп ишек яғына боролдо һәм .. һуҙ-маҙар әйтмәйенсә сығып китте. М. Ғиләжев.
ҺҮҘМӘ-ҺҮҘ (Р: дословно; И.: word-for-word; T.: kelimesi kelimesine) р.
Әйтелгән йәки яҙылғанды һис үҙгәртмәгән көйө. □ Дословно, һуҙмә-һуҙ еткереу. Һуҙмә-һуҙ тәржемә итеу. һуҙмә-һуҙ әйтеп биреу. ■ Һөйләшеуҙе шундағы аҡ халатлы йәш ҡыҙ һуҙмә-һуҙ тәржемә итеп торҙо. Т. Ғарипова. Артабан Ирдәуләт теге саҡта урмандағы усаҡ янында барған сәйер әңгәмәне һуҙмә-һуҙ тиерлек ҡағыҙға кусергән. Р. Байымов.
ҺҮҘСӘН (Р: словоохотливый; И.: talkative; T: geveze) с.
һүҙгә әүәҫ, һөйләшергә яратҡан. □ Словоохотливый, говорливый, языкастый, һуҙсән булыу. М Саръяндың юлдашы кешеләр менән тиҙ аралашыусан, һуҙсән ҡатын булып сыҡты. Ә. Байрамов. Бибеш апаһы бик һуҙсән, хатта төртмә телле булды бөгөн. 3. Биишева.
ҺҮҘСӘНЛӘНЕҮ (һүҙсәнлән-) (Р: стано виться словоохотливым; И.: become talkative; T.: gevezelenmek) ҡ.
Һүҙсәнгә әйләнеү, һүҙсән булыу. □ Становиться словоохотливым. Юлдашым һуҙ-сәнләнеп китте. Тора-бара һуҙсәнләнде. ■ Фариза килгән көн булһа, Мәстурә ҡарсыҡ айырыуса һуҙсәнләнә. Ә. Хәкимов. Зарифа уҙ хәтеренә маҡтанған һымаҡ, Ба-баджановтың иғтибар биреп тыңлағанын шәйләп, оторо һуҙсәнләнде. Ш. Янбаев.
ҺҮҘ ТЕЙҘЕРЕҮ (һүҙ тейҙер-) ҡ. ҡар. шелтәләү. ■ Ғөмумән, старшинаға һуҙ тей-ҙерерлек тугел. Ғ. Аллаяров. Иншалла, ҡайт
ты, төндәр буйы теләгән теләгем ҡабул булды, ҡайҙа инде ул һуҙ тейҙереу! Р. Байымов.
ҺҮҘ ТЕЙЕҮ (һүҙ тей-) ҡ. ҡар. шелтә-ләнеү. Балама һуҙ теймәһен. ■ Тик Ҡыҙырас барында уға [Юлдашҡа] һуҙ тейәме һуң? 3. Биишева.
ҺҮҘ ТӨЙНӘҮ (һүҙ төйнә ) (Р: завершать разговор; И.: finish; T.: sözü bitirmek) ҡ.
Үҙ-ара килешеп, һөйләшеүҙе тамамлау. □ Завершать разговор. ■ Мәулетбай ағай менән мәслихәтләшеп, бер төрлө һуҙ төйнәгәйнек инде. Ғ. Дәүләтшин.
ҺҮҘ ТӨРКӨМӨ (Р: часть речи; И.: parts of speech; T: kelime türü) и. гром.
Һүҙҙәрҙең грамматик төрҙәре. □ Часть речи. Башҡорт теленең һуҙ төркөмдәре.
ҺҮҘ ТЫҢЛАУ (һүҙ тыңла-) (Р: слушаться; И.: obey; T.: söz dinlemek) ҡ.
1. Әйткәнде ҡаршылыҡһыҙ үтәү, әйткәнсә эшләү. □ Слушаться, быть послушным. ■ Аксиньям Захарҙың һуҙен тындарға ла теләмәй икән. Ш. Бикҡол.
2. Ғәйбәт тыңлау, ғәйбәтсе булыу. □ Слушать сплетни, һуҙ тыңлап йөрөмәһәң тағы!
ҺҮҘ УЙНАТЫУ (һүҙ уйнат-) (Р: каламбурить; И.: engage in wordplay; T.: cinas) ҡ.
Әйтелеше оҡшаш булған төрлө мәғәнәле һүҙҙәрҙе бергә килтереп һөйләү. □ Каламбурить. // Игра слов, каламбур. ■ Секретарҙың бер ыңғай ғына һуҙ уйнатып ултырыуы һәм уҙенең төплө фекер әйтә алмауы Әмирҙең асыуын килтерә башланы. X. Ғиләжев.
ҺҮҘ УРАУЫ (Р: иносказание; И.: indirect word; T.: dolaylı) и.
Нимәлер хаҡында туранан-тура булмаған оҙаҡ һүҙ ағышы, оҙаҡ һүҙ барышы. □ Иносказание. ■ Истебай һуҙ урауында Кусәрбайҙан отрядтың ҡайҙан килеп, ҡайҙа барғанын - барын төпсөп һораша барҙы. Һ. Дәүләтшина. • Һуҙ урауы белмәгән уҙенә һуҙ килтерер. Әйтем.
ҺҮҘ ҮТЕҮ (һүҙ үт-) (Р: быть влиятельным; И.: be powerful; T.: yetkili olmak) ҡ.
Һөйләшкәндә фекерең өҫтөн булыу, үтенесеңде, һорауыңды башҡарта алыу. □ Быть влиятельным. ■ һуҙ бирҙецме, уны һәр саҡ теуәл утә. Үтәгәндең һәр кемгә лә һуҙе утә. Н. Иҙелбай.
629