Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IX. 631 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IX

ҺҮНДЕРЕҮ
бөтөрәйек. Ҡ. Даян. Өс тәулек юлда керпек тә ҡаҡмайынса, гел мәжлес уртаһында булғанға, өҙлөкһөҙ йырлап, бейегәнгә курәме, Патрицияның һәр хәрәкәтендә һулпәнлек һиҙелеп төра. X. Зарипов.
ҺҮЛПӘНЛӘНЕҮ (һүлпәндән-) ҡ. ҡар. һүлпәнәйеү. ■ Атыш-дуэль ике яҡтан да ҡыҙғандан-ҡыҙа һәм теләр-теләмәҫ кенә һулпәнләнә, һунә. И. Абдуллин.
ҺҮЛПӘНӘЙЕҮ (һүлпәнәй-) (Р.: замедляться; И.: slow down; T.: yavaşlamak) ҡ.
1. Һүлпәнгә әйләнеү. □ Замедляться. Бесәндә эштәр бик һулпәнәйеп китмәһен. ■ Дивизия идара ителеу һәләтен юғалта бара, ҡаршылыҡ курһәтеу күҙгә куренеп һулпә-нәйә. Д. Исламов, һуңғы йылдарҙа «Китап» нәшриәте эше лә бер ни тиклем һулпәнәйеп ҡалды, нәфис әҙәбиәт баҫырға аҡса куләме һиҙелерлек ҡыҫҡартылды. Р. Камал.
2. Баҫынҡы, әкренгә әйләнеү; баҫынҡы булыу; һирәгәйеү. □ Замедляться. ■ Бына хәҙер мин әсәйемдең.. ғәзиз ҡулдарын уҙ устарымда тотоп ултырам, уларҙың тамыр тибеше һулпәнәйә барыуын тоям. Яр. Вәлиев. Ырыу башлыҡтарын юғалтмағас, кубәләк-тиләуҙәр, ҡара табындар ҙа башта әуҙем йөрөһәләр ҙә, тора-бара улар һулпәнәйҙе, быуындар алмашынды. С. Ильясов.
ҺҮЛПӘНӘЙТЕҮ (һүлпәнәйт-) (Р: замедлять; И.: slow; down; T.: yavaşlatmak) ҡ.
Һүлпән итеү, һүлпәнгә әйләндереү. □ Замедлять, становиться вялым. Эште һулпә-нәйтеу. Ит ҡайнап сыҡҡас, утты һулпәнәй-тегеҙ. ■ Ул [Зәйни] ултырғас, ат тартыуын һулпәнәйтте. Й. Солтанов. [Зенцов -иптәштәренә:] Эшһеҙлек һәм ялҡаулыҡ кешене һулпәнәйтә, уны көсһөҙләндерә һәм хәлһеҙләнеугә илтә. В. Исхаҡов.
ҺҮЛӘ (Р: копна; И.: shock, stook; T.: tınaz) и. диал. ҡар. күбә I.
Бер нисә күтәремдән ослап һалынған бесән өйөмө. □ Копна (сена). Бер һулә бесән, һулә һалыу. М Ос һәнәген ҡулға уҙем тотоп, ырғытырмын тотош һуләне. Р. Ғарипов.
ҺҮЛӘМ с. диал. ҡар. һүрәпән. Һуләм һуҡмаҡ. һуләм юл. Һуләм юлға төшөп атлау. S Ҙур-ҙур асыҡтарҙы һәм оло туғайҙарҙы имен-аман уткәндән һуң, ағаслыҡ араһындағы
ысыҡлы уләндә һуләм һуҡмаҡ ҡалдыра барып уҙған төркөм тиҙ арала эт менән эҙләһәң дә эҙенә төшә алмаҫлыҡ төпкөлдәргә китеп юғалды. И. Ноғманов.
ҺҮМЕС (Р: ковш; И.: scoop; T.: kepçe; kova) и. диал. ҡар. сүмес 1,1.
Аш-Һыу һоҫа торған тотҡалы һауыт. □ Ковш, ковшик; черпак. Аш һумесе. Көмөш һумес. Оҙон һаплы һумес. М Рөстәм, йугереп барып, һумес менән һыу килтереп, атаһының ауыҙына ҡойҙо. С. Ханов.
ҺҮМЕС ҺӨЙӘГЕ (Р: бугор атланта; И.: cranial vertebrum; occipital bone papilla; T.: artkafa kemiği) и. анат. диал. ҡар. соңҡа 1,1.
Баш һөйәгенең арт яҡтан тупайып торған өлөшө; сәкәк, сөкәк, соңҡа, саҡаҡ. □ Бугор атланта, бугорок затылочной кости. Һумес һөйәге йәрәхәт алған. Һумес һөйәге ауырта.
ҺҮНДЕРГЕС (Р: огнетушитель; И.: fireextinguisher; T.: yangın söndürücü) и.
1. Ут һүндерә торған ҡорамал. □ Огнетушитель. «Богатырь» маркалы ут һун-дергес. Һундергес менән ҡуллана белеу. ■ Ут һундергес мискәләр алып килеп, шуның эсәктәренән һыу һиптереп, урам таштарын йыуҙырҙылар. Һ. Дәүләтшина.
2. Электр утын яндырыу һәм һүндереү өсөн тәғәйенләнгән ҡулайлама. □ Выключатель. М Бер аҙ тартҡылашалар ҙа һун-дергесте боралар [сестралар]. И. Ғиззәтуллин.
ҺҮНДЕРЕЛЕҮ (һүндерел-) ҡ. төш. ҡар. һүндереү 1. страд, от һүндереү 1. Ут һун-дерелде. Тәмәке төпсөгө тапап һундерелде. ■ Һөрөмләнә башлаған кәрәсин лампаларының кәрәге әллә ҡасан бөткән, тик улар һүндерелмәгәндәр әле. Һ. Дәүләтшина.
ҺҮНДЕРЕҮ (һүндер ) (Р: гасить; И.: extinguish; T.: söndürmek) ҡ.
1. Яныуҙан, яҡтыртыуҙан туҡтатыу. □ Гасить, тушить. Шәмде һундереу. Тәмәкене һундереу. Я Генка Шприц баҙлап янған тәмәкеһен йылан башы һүрәтләнгән алтын йөҙөгөнә баҫып һундерҙе лә мөйөштә торған суп-сар кәрзиненә төшөрҙө. Р. Вәлиев. Хәмәҙи бабай менән Сафа янғын һүндерергә киткәйне. Р. Ғабдрахманов. Ихсанбай шәмде торбаһынан өрөп һүндерҙе лә шырпы сыйҙы. Т. Ғарипова.
631