ҺҮНДЕРТЕҮ
2. Эшләүҙән туҡтатыу (машина, механизмды). □ Выключить, заглушить. Моторҙы һундереу. 0 Ишектең шығырлап ябылыуын көткән төҫлө, Айҙар бара һалып телевизорҙы һундерҙе. Р. Байбулатов. Ғәбит ағай ҙа тракторын һундереп, йылға буйына төшөп китте. Ф. Иҫәнғолов.
3. кусм. Эске хис-кисереште юҡ итеү. □ Гасить, подавить. Дәртте һундереу. Инициативаны һундереу. 0 Ҡатын-ҡыҙ йөрәге менән Сафия апай иренә ауыр икәнен аңланы һәм уның янына барып ҡайтырға ниәтләнде. Ҡатындар уның ниәтен һундерергә тырышты. Т. Ғиниәтуллин. Халыҡҡа булған һөйөуҙе һис бер көс һундерә алмаҫ. М. Хәй.
ҺҮНДЕРТЕҮ (һүндерт-) ҡ. йөкм. ҡар. һүндереү 1. понуд. от һүндереү 1. Утты һундертеу. ■ Кумерселәрҙән тик ҡарағас кумере генә һундерттеләр. С. Ильясов.
ҺҮНЕК (Р.: потушенный; И.: put out; T.: sönük) с. һөйл.
Янмаған, һүндереүле. □ Потушенный. Шәме һунек. Өйҙәренең уты һунек. 0 Фёдорычтың уты һунек, телевизор яҡтыһы ла былҡ-былҡ уйнаҡламай тәҙрәһендә. С. Шәрипов. Иҫкергән мәсет һунек тәҙрәләрен далаға төбәп, уткәнен һағынып ултыра төҫлө. А. Абдуллин.
ҺҮНЕР-ҺҮНМӘҪ (Р: едва не угасая; И.: about to go out (fire); T.: söner sönmez) р.
Яныуҙан, яҡтыртыуҙан туҡтай яҙып. □ Едва не угасая. 0 һунер-һүнмәҫ янған һуҡыр шәм яҡтыһы төшмәгән урында, балаһын ҡосаҡлап, япа-яңғыҙ Тәғзимә ултыра. Я. Хамматов.
ҺҮНЕҮ (һүн-) (Р: угасать; И.: become extinct; T.: sönmek) ҡ.
1. Яныуҙан, яҡтыртыуҙан туҡтау. □ Угасать, потухать, затухать. Ҡапыл һунеу. һунә башлау, һунеп ҡуйыу, һунә барыу. Ут һунде. Шәм һунә. 0 Лампочкалар бер яналар, бер һунәләр ине. И. Абдуллин. Ҡуҙ һүнһә лә, усаҡтарҙа көл ҡалған; куҙ йәменән кәлдә шытҡан гөл ҡалған. М. Кәрим. Кеҫә фонары өс тапҡыр ҡабынып, өс тапҡыр һунде. Ә. Бикчәнтәев.
2. кусм. Юҡҡа сығыу, бөтөү (хис-кисереш-кә ҡарата). □ Угасать, һунде өмөт. Мөхәббәте һунде. 0 Тоҡана ла һунә уйҙарым.
А. Абдуллин. Иҫте елдәр, кусте ҡомдар, бөттө дарман, һунде дәрт. Ш. Бабич. Тик куҙҙәргә куренер-куренмәҫлек һағыш сыҡты ла шунда уҡ һунде. И. Абдуллин.
3. кусм. Эшмәкәрлек көсө бөтөп, һүлпән-ләнеү; һүрелеү. □ Угасать. Ижад һунә. Фекер һунә. 0 Мин башлаған эш, уҙем шикелле, ваҡытһыҙ һунеп ҡалмаһын ине. Ә. Вахитов.
4. Яңғырауҙан туҡтау. □ Остановиться, замолкать. 0 Желедко рычагты һулға борҙо, приёмник һунде. И. Абдуллин. Ары киткән һайын йыр тауышы әкренәйҙе. Бара-бара бөтөнләй һунде. һ. Дәүләтшина.
ҺҮНМӘҪ (Р: неугасимый; И.: everburning; T.: sönmez) с.
1. Мәңге янасаҡ, һүнеүҙе белмәҫ. □ Неугасимый, неугасаемый, немеркнущий. 0 Яуҙа ҡорбан булған һалдаттарға мәрмәр таштарҙан һәйкәл ҡуялар, шул һәйкәлдәр эргәһендә мәцге һүнмәҫ ут тоҡандыралар. Ш. Янбаев. Йоҡла һин, иркәм, йом һин, йом куҙең, минең аҡҡошом, һунмәҫ йондоҙом. М. Хәй. • Бер ағас мейестә янмаҫ, дурт ағас далала ла һунмәҫ. Әйтем.
2. кусм. Мәңге бөтмәҫ, һүрелмәҫ. □ Неугасимый. һунмәҫ мөхәббәт, һунмәҫ йөрәк. 0 Сәғит Хәмзиндең кукрәгендә һунмәҫ асыу һәм ус алыу теләге тыуҙы. Ә. Бикчәнтәев.
ҺҮРЕЛДЕРЕҮ (һүрелдер-) ҡ. ҡар. һүрелтеү 1, 2. Араларҙы һурелдереу. Һурелдереп бөтөу. 0 Нәғимәһен иҫкә алыу уны [Саяфты] һурелдерә бирҙе. Т. Ғарипова. Болдорҙа Айсыуаҡтың йөҙөн көлдөрөп, куҙҙәрен шатлыҡлы йылтыратып ҡаршы алыуы ла Шаһғәлиҙең уҫаллығын һурелдермәне. Ш. Янбаев.
ҺҮРЕЛЕҮ I (һүрел-) (Р: потухать; И.: go out, be extinct; T.: sönmek) ҡ.
1. Ялҡынлап, баҙлап янған хәлдән ҡайтып, көсө кәмеү, әҙәйеү, һүнергә яҡынлау. □ Потухать, угасать. Усаҡ һүрелә башланы. Ҡуҙы һүрелә биргән. 0 Хисмәтулла һурелеп барған утҡа утын өҫтәп яҡты. Я. Хамматов. Исабәккә, бигерәк тә утҡа баҡһа, моң килә. Бер төндө ул, һүрелә башлаған усаҡҡа ҡарап, ҡапыл көрһөнөп ҡуйҙы. М. Кәрим.
2. Булған эҫелектән ҡайтып, һыуырға яҡынлау. □ Потухать, угасать, остывать. Мейес һурелә. Мунса һурелә. 0 Инде был ваҡытта төш ауып, йәйге селләнең эҫеһе һурелә башлаған ине. Ш. Шәһәр.
632