Урыҫса-башҡортса һүҙлек, З. Ғ. Ураҡсин редакцияһында. I том. 163 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Урыҫса-башҡортса һүҙлек, З. Ғ. Ураҡсин редакцияһында. I том

ВОЗВЫСИТЬСЯ
ВОЗБУДИТЬСЯ сов. 1. (возникнуть) уяныу, барлыҡҡа килеү; возбудилось любопытство ҡыҙыҡһыныу уянды 2. (взволноваться) ҡыҙыу, ярһыу, ярһып (ҡыҙып) китеү, әҫәрләнеү
ВОЗБУЖДАТЬ несов. см. возбудить
ВОЗБУЖДАТЬСЯ несов. 1. см. возбудиться 2. страд. от возбуждать
ВОЗБУЖДЕНИЕ с 1. уятыу, тыуҙырыу, ҡуҙғытыу; возбуждение любопытства ҡыҙыҡһыныу уятыу; возбуждение тока в проводнике үткәргестә (тимер сыбыҡта) ток барлыҡҡа килеү 2. ҡуҙғатыу, күтәреү; возбуждение уголовного дела енәйәт эше ҡуҙғатыу 3. ҡыҙыу, ярһыу, ярһып (ҡыҙып) китеү, әҫәрләнеү; возбуждение больного ауырыуҙың ярһыуы 4. физиол. ярһыу; возбуждение и торможение в коре больших полушарий головного мозга баш мейеһенең ҙур ярымшарҙар ҡабығындағы ярһыу һәм тотҡарланыу
ВОЗБУЖДЁННОСТЬ ж ярһыулыҡ, ныҡ тәьҫирләнеү; чувство возбуждённости ныҡ тәьҫирләнеү
ВОЗБУЖДЁННЫЙ, -ая, -ое 1. прич. от возбудить 2. прил. ярһыу(лы); возбуждённый вид ярһыу ҡиәфәт
ВОЗВЕДЕНИЕ с 1. чего һалыу, төҙөү, ҡороу, өйөү; возведение фундамента нигеҙ һалыу; возведение насыпи тупраҡ өйөү 2. кого-что, во что; перен. күтәреү, дәрәжә биреү; возведение в генералы генерал дәрәжәһенә күтәреү 3. чего, на кого-что ғәйеп тағыу, яла яғыу; возведение обвинения на кого-л. ғәйеп тағыу 4. әйләндереү, менән бәйләү; возведение в принцип чего-л. ни-мәнелер принципҡа әйләндереү
ВОЗВЕЛИЧИВАТЬ несов. см. возвеличить
ВОЗВЕЛИЧИТЬ сов. кого-что; высок. ҙурлау, ололау, данлау; возвеличить свой народ үҙ халҡыңды ҙурлау
ВОЗВЕСТИ сов. 1. кого-что; уст., высок. етәкләп мендереү, етәкләп күтәреү, етәкләп алып барып ултыртыу; возвести на сцену кого-л. кемделер сәхнәгә етәкләп мендереү 2. (күҙҙе) күтәреү, (ҡарашты) йүнәлтеү, юғарыға ҡарау; возвести глаза ҡарашты өҫкә йүнәлтеү 3. в кого-что; перен. күтәреү, дәрәжә биреү; возвести в народные артисты республики республиканың халыҡ артисы дәрәжәһенә күтәреү 4. во что әһәмиәт биреү; возвести в культ культ кимәленә күтәреү 5. что ҡороу, өйөү, һалыу, төҙөү; возвести стену стена һалыу 6. на кого ғәйеп тағыу, яла яғыу; возвести обвинение ғәйеп тағыу 7. что, к чему менән бәйләү, менән аңлатыу; возвести некоторые обычаи к древности ҡайһы бер йолаларҙы боронғо менән бәйләү ♦ возвести в степень мат. дәрәжәгә күтәреү; возвести на престол (на трон) тәхеткә ултыртыу
ВОЗВЕСТИТЬ сов. что, о чём хәбәр итеү, белдереү, иғлан итеү; возвестить о прибытии артистов артистар килеү тураһында хәбәр итеү
ВОЗВЕЩАТЬ несов. см. возвестить
ВОЗВОДИТЬ несов. см. возвести
ВОЗВРАТ м 1. кире ҡайтарыу (биреү), ҡайтарып биреү; возврат ссуды ссуданы кире ҡайтарыу; возврат учебников дәреслектәрҙе ҡайтарып биреү 2. кире ҡайтыу; возврат болезни ауырыуҙың кире ҡайтыуы (башланыуы); возврат солдата домой һалдаттың өйгә әйләнеп ҡайтыуы
ВОЗВРАТИТЬ сов. 1. что кире биреү, ҡайтарыу, ҡайтарып биреү, кире ҡайтарыу; возвратить рукопись автору ҡулъяҙманы авторға кире ҡайтарыу; возвратить права хоҡуҡты ҡайтарыу 2. что кире (яңынан) ҡайтарыу, аяҡҡа баҫтырыу; возвратить здоровье сәләмәтлекте кире ҡайтарыу 3. кого-что (заставить вернуться) бороп (кире) ҡайтарыу; возвратить детей домой балаларҙы өйгә кире ҡайтарыу ♦ возвратить к жизни һушына килтереү, сәләмәтләндереү
ВОЗВРАТИТЬСЯ сов. 1. ҡайтыу, кире ҡайтыу, әйләнеп ҡайтыу; возвратиться в школу мәктәпкә кире ҡайтыу 2. перен. (вновь появиться — о настроении, чувствах) яңынан барлыҡҡа килеү, ҡайтанан килеү, килеү; сознание возвратилось к больному ауырыу аңына килде 3. яңынан үткәнгә (элеккегә) ҡайтыу; возвратиться к пройденному яңынан үткәнгә ҡайтыу
ВОЗВРАТНЫЙ, -ая, -ое 1. кире ҡайтыу ...ы, ҡайтыу ...ы; возвратный путь кире ҡайтыу юлы 2. (о болезни) ҡабатланмалы, ҡайтмалы; возвратный тиф ҡайтмалы тиф 3. (о денежных средствах) ҡайтарылырға тейешле; возвратная ссуда ҡайтарылырға тейешле ссуда 4. грам. ҡайтым ...ы; возвратный залог в башкирском языке башҡорт телендә ҡайтым йүнәлеше
ВОЗВРАЩАТЬ несов. см. возвратить
ВОЗВРАЩАТЬСЯ несов. 1. см. возвратиться 2. страд. от возвращать
ВОЗВРАЩЕНИЕ с 1. кире ҡайтарыу; возвращение долга бурысты кире ҡайтарыу 2. кире ҡайтыу, ҡайтыу; возвращение домой өйгә ҡайтыу; возвращение к прежним занятиям элекке шөғөлгә кире ҡайтыу
ВОЗВЫСИТЬ сов. 1. что; уст. күтәреү, юғарыраҡ (өҫкәрәк) күтәреү, бейегәйтеү, бейегерәк итеү; возвысить фундамент дома йорт нигеҙен бейегәйтеү 2. кого-что күтәреү, дәрәжәһен күтәреү; он возвысил свой род ул үҙ нәҫеленең дәрәжәһен күтәрҙе 3. уст. (цену, стоимость) күтәреү, хаҡ күтәреү; возвысить цену на уголь күмергә хаҡ күтәреү 4. (усилить) күтәреү, көсәйтеү; возвысить голос тауыш(ты) күтәреү
ВОЗВЫСИТЬСЯ сов. 1. уст. күтәрелеү, юғары күтәрелеү; уровень воды значительно возвысился һыу кимәле байтаҡ күтәрелде 2. (дәрәжәһе) күтәрелеү, (абруйы) үҫеү, үҫеп, күтәрелеп китеү; желание возвыситься күтәрелеү теләге 3. (о голосе) көсәйеү; его голос возвысился уның тауышы көсәйҙе
163
6*