ВПЕЧАТЛЯТЬ
ВПЕЧАТЛЯТЬ несов.; разг. тәьҫир итеү, тәьҫир ҡалдырыу
ВПЕЧАТЛЯЮЩИЙ, -ая, -ее 1. прич. от впечатлять 2. прил. тәьҫирле; впечатляющее слово тәьҫирле һүҙ
ВПИВАТЬ несов. үҙ эсеңә алыу, үҙеңә алыу, йотолоу, һулау, үҙләштереү, һеңдереү; впивать всё нОвое барлыҡ яңылыҡты үҙләштереү; впивать радости жизни тормош шатлыҡтарын һулау
ВПИВАТЬСЯ несов. см. впиться
ВПИСАННЫЙ, -ая, -ое 1. прич. араһына яҙып ҡуйылған, өҫтәп яҙылған 2. прил.; мат. ҡамаулы, ҡамалған; вписанный треугольник ҡамалған өсмөйөш
ВПИСАТЬ сов. 1. кого-что өҫтәп яҙыу, өҫтәп яҙып ҡуйыу, араға индереп яҙыу 2. что; мат. эсенә һыҙыу; вписать треугольник в круг түңәрәк эсенә өсмөйөш һыҙыу
ВПИСАТЬСЯ сов. во что 1. разг. яҙылыу, теркәлеү, өҫтәп яҙылыу, ҡушылып китеү; вписаться в коллектив коллективҡа ҡушылып китеү 2. (гармонично сочетаться) килешеү, тура килеп тороу; сервант вписывается в обстановку комнаты сервант бүлмәгә килешеп тора
ВПИСЫВАНИЕ с см. вписывать
ВПИСЫВАТЬ несов. см. вписать
ВПИСЫВАТЬСЯ несов. 1. см. вписаться 2. страд. от вписывать
ВПИТАТЬ сов. что 1. һеңдереү, үҙенә тартыу, һурыу; впитать влагу дым һеңдереү 2. перен . үҙләштереү, үҙенә алыу; впитать новые идеи яңы идеяларҙы үҙләштереү
ВПИТАТЬСЯ сов. һеңеү, һурылыу; вода впиталась в землю һыу ергә һеңгән
ВПИТЫВАТЬ несов. см. впитать
ВПИТЫВАТЬСЯ несов. 1. см. впитаться 2. страд. от впитывать
ВПИТЬСЯ сов. 1. ҡаҙалыу, ҡаҙалып инеү; клещ впился талпан ҡаҙалған 2. ҡаҙалыу, тә-рәнгә инеү; булавка впилась в палец булавка бармаҡҡа ҡаҙалды 3. батырыу, батырып индереү, сәнсеү, ҡаҙау; впиться когтями тырнаҡтарҙы батырыу; впиться зубами тештәрҙе батырып индереү 4. в кого-что, чем и без доп.; перен . текәлеү, ҡаҙалыу; впиться в картину глазами картинаға текәлеү
ВПИХИВАТЬ несов. см. впихнуть
ВПИХНУТЬ сов. кого-что; разг. 1. тығыу, тығып ҡуйыу (индереү) 2. (втолкнуть) этеп индереү; впихнуть в дверь ишектән этеп индереү
ВПЛАВЬ нареч. йөҙөп; переправиться через реку вплавь йылға аша йөҙөп сығыу
ВПЛЕСТИ сов. что ҡушып үреү; вплести ленту в косу таҫманы толомға ҡушып үреү
ВПЛЕТАТЬ несов. см. вплести
ВПЛОТНУЮ нареч. 1. (плотно, тесно) бик тығыҙ итеп, тығыҙ булып 2. (предельно близко)
терәлеп, бик яҡын, йәнәшә үк; сидеть вплотную терәлеп ултырыу 3. перен., разг. ныҡлап, яҡындан тороп; приняться вплотную за что-л. берәй нәмәгә ныҡлап тотоноу
ВПЛОТЬ предлог с род. п. (в сочетании с предлогом “до”) -ҡа/-кә тиклем (саҡлы, ҡәҙәр); вплоть до вечера кискә тиклем; вплоть до утра иртәнгә саҡлы
ВПЛЫТЬ сов. 1. йөҙөп килеп инеү, йөҙөп барып инеү, йөҙөп инеү 2. перен. (плавно войти) шым ғына (еңел итеп) килеп инеү
ВПОВАЛКУ нареч.; разг. ҡайһылай етте, шулай, арҡыс-торҡос (ятыу); спать вповалку арҡыс-торҡос ятып йоҡлау
ВПОЛГЛАЗА нареч.; разг. 1. күҙҙе яртылаш асып (ябып), күҙ ҡырыйы (сите) менән; смотреть вполглаза күҙ ҡырыйы менән ҡарау 2. перен . һаҡ; спать вполглаза һаҡ йоҡлау
ВПОЛГОЛОСА нареч. аҡрын (ғына) тауыш менән; петь вполголоса аҡрын тауыш менән йырлау
ВПОЛЗАТЬ несов. см. вползти
ВПОЛЗТИ сов. 1. (ползком проникнуть внутрь) шыуышып (имгәкләп) инеү 2. (взобраться куда-л., на что-л.) үрмәләп менеү
ВПОЛНАКАЛА нареч. тоноҡ ҡына, һүрән генә
вполне нареч. тулыһынса, бөтөнләй, тамам; я вполне доволен мин тулыһынса ҡәнәғәтмен; вполне достаточно тамам етерлек
ВПОЛОБОРОТА нареч. яртылаш боролоп, яртылыш боролған килеш; она встала вполоборота ко мне ул миңә яртылаш боролоп баҫты
ВПОЛОВИНУ нареч.; уст., прост. яртылаш, яртылай; она была вполовину русская ул яртылаш мәрйә ине; убавить вполовину яртылай кәметеү
ВПОПАД нареч.; разг. урынлы, дөрөҫ, тура килтереп; отвечать впопад урынлы яуап биреү
ВПОПЫХАХ нареч. ашығып, ҡабаланып, ашыҡ-бошоҡ, ашыҡҡанда, ҡабаланғанда; делать впопыхах ҡабаланып эшләү; впопыхах забыл книгу ашығып китапты онотоп ҡалдырғанмын
впОру нареч.; разг. 1. таман, ыҡсым; сапоги мне впору итектәр миңә таман 2. в знач. сказ., с неопр. (бик) ваҡыт, мөмкин, бик тә мөмкин; мне впору уехать домой миңә ҡайтырға ваҡыт
ВПОРХНУТЬ сов. 1. осоп инеү, осоп килеп инеү; ласточка впорхнула в окно ҡарлуғас тәҙрәнән осоп килеп инде 2. перен. еңел генә (итеп) йүгереп килеп инеү
ВПОСЛЕДСТВИИ нареч. һуңынан, һуң, һуңғараҡ, аҙағынан; впоследствии он узнает об этом ул һуңынан был турала белер
ВПОТЬМАХ нареч. ҡараңғыла, ҡараңғылыҡта; сидеть впотьмах ҡараңғыла ултырыу
178