Урыҫса-башҡортса һүҙлек, З. Ғ. Ураҡсин редакцияһында. I том. 180 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Урыҫса-башҡортса һүҙлек, З. Ғ. Ураҡсин редакцияһында. I том

ВРАЖДА
ВРАЖДА ж дошманлыҡ, кенә, хаслыҡ; питать вражду к кому-л. кемгәлер дошманлыҡ һаҡлау
ВРАЖДЕБНОСТЬ ж дошманлыҡ, хаслыҡ (тойғоһо); испытывать враждебность хаслыҡ тойғоһо кисереү
ВРАЖДЕБНЫЙ, -ая, -ое 1. дошманлыҡ ...ы, дошмандарса, дошман; враждебное отношение дошманлыҡ мөнәсәбәте 2. дошман ...ы, дошмандар ...ы, дошманлашыусы; враждебные стороны дошманлашыусы яҡтар
ВРАЖДОВАТЬ несов. дошманлашыу, дошман күреү, үҙ-ара дошман булыу; враждовать друг с другом бер-береһе менән дошман булыу
ВРАЖЕСКИЙ, -ая, -ое дошман ...ы; вражеская армия дошман ғәскәре
врАжий, -ья, -ье фольк. см. вражеский
ВРАЗ нареч.; прост. 1. бергә, бер юлы, берҙәм; орудия грохотали враз орудиелар бер юлы гөрһөлдәне 2. шунда уҡ, бик тиҙ; опознать враз шунда уҡ таныу
ВРАЗБИВКУ нареч.; разг. бүлгеләп, бүлеп-бүлеп, аралаштырып, тәртибен боҙоп; спрашивать вразбивку таблицу умножения ҡабатлау таблицаһын бүлеп-бүлеп һорау
ВРАЗБРОД нареч.; разг. айырым-айырым, тырым-тырағай, тарҡау, таралып, һибелеп; действовать вразброд тырым-тырағай эш итеү
ВРАЗБРОС нареч.; разг. таралып, тарҡау, сәселеп, һибелеп, айырым-айырым, башҡа-баш-ҡа; брёвна лежали вразброс бүрәнәләр таралып ята ине
ВРАЗВАЛКУ нареч.; разг. ауа-түнә, алпан-толпан, аушанлап; он шёл вразвалку ул алпан-толпан бара ине
ВРАЗНОБОЙ нареч.; разг. тарҡау, айырым-айырым, ойошмаған хәлдә; действовать вразнобой тарҡау эш итеү
ВРАЗРЕЗ: идти вразрез с чем ҡаршы килеү (барыу), ҡаршы әйтеү
ВРАЗРЯДКУ нареч.; полигр. ара ҡалдырып, һирәкләтеп, һирәкләп; набрать вразрядку ара ҡалдырып йыйыу
ВРАЗУМИТЕЛЬНОСТЬ ж аңлайышлыҡ
ВРАЗУМИТЕЛЬНЫЙ, -ая, -ое аңлайышлы; вразумительная речь аңлайышлы телмәр
ВРАЗУМИТЬ сов. кого-что аҡылға өйрәтеү (ултыртыу), аҡыл биреү, төшөндөрөү; нам надо его вразумить беҙгә уны аҡылға ултыртырға кәрәк
ВРАЗУМЛЯТЬ несов. см. вразумить
ВРАКИ мн.; прост. алдыҡ, ялған, ялған һүҙ, уйҙырма
ВРАЛЬ м; разг. алдаҡсы, ялғансы
ВРАНЬЁ с; разг. 1. алдау, ялғанлау 2. алдыҡ, ялған, юҡ һүҙ, уйҙырма
ВРАСКАЧКУ нареч.; разг. айҡала-сайҡала, бәүелеп, сайҡалып; ходить враскачку бәүелеп йөрөү
ВРАСПЛОХ нареч. көтмәгәндә, иҫкәрмәҫтән, ҡапыл; застать врасплох көтмәгәндә килеп сығыу; напасть врасплох көтмәгәндә һөжүм итеү
ВРАССЫПНУЮ нареч. төрлө яҡҡа, таралып, һибелеп, тырым-тырағай; бежать врассыпную тырым-тырағай йүгереү
ВРАСТАТЬ несов. см. врасти
ВРАСТИ сов. 1. эскә инеп үҫеү; ноготь врос в палец тырнаҡ бармаҡҡа инеп үҫкән 2. һеңеү, батып инеү; избушка вросла в землю өй ергә һеңеп киткән
ВРАСТЯЖКУ нареч.; разг. 1. һуҙылып, йәйелеп; лежать врастяжку һуҙылып ятыу 2. һуҙып, һалмаҡ, яйлап; произносить слова врастяжку һүҙҙәрҙе һуҙып әйтеү
ВРАТА только мн.; уст. ҡапҡа; монастырские врата монастырь ҡапҡаһы
ВРАТАРЬ м; спорт. ҡапҡасы
ВРАТЬ несов.; разг. 1. что и без доп. алдау, ялғанлау; он не умеет врать ул алдаша белмәй 2. (неверно показывать) дөрөҫ күрһәтмәү, яңылыш йөрөү; часы врут сәғәт дөрөҫ күрһәтмәй 3. хаталаныу, яңылышыу, көйҙө боҙоу (йырҙа, музыкала)
ВРАЧ м врач, табип; главный врач баш врач
ВРАЧЕБНЫЙ, -ая, -ое врачтар ...ы, табип ...ы; врачебная помощь табип ярҙамы; врачебная комиссия врачтар комиссияһы
ВРАЧЕВАТЬ несов. кого-что; книжн. дауалау; врачевать людей кешеләрҙе дауалау
ВРАЩАТЕЛЬНЫЙ, -ая, -ое 1. әйләнмәле, өйрөлмәле, әйләнмә, әйләнеү ...ы; вращательное движение әйләнмәле хәрәкәт 2. әйләндерә торған, әйләндереүсе, әйләндереү ...ы; вращательная сила әйләндереүсе көс
ВРАЩАТЬ несов. что, чем әйләндереү, өйрөлтөү; вращать колесо тәгәрмәс әйләндереү; вода вращает турбину һыу турбинаны әйләндерә ♦ вращать глазами (белками) күҙҙәрҙе уйнатыу, күҙҙең ағын әйләндереп ҡарау
ВРАЩАТЬСЯ несов. 1. әйләнеү, өйрөлөү; Земля вращается вокруг Солнца Ер Ҡояш тирәләй әйләнә 2. перен. (со словами “ около ”, “вокруг”) өйрөлөү; мысли вращались вокруг одной и той же темы фекерҙәр бер үк тема тирәһендә өйрөлдө 3. перен. булыу, аралашыу; вращаться в среде молодёжи йәштәр мөхитендә булыу 4. страд. от вращать
ВРАЩЕНИЕ с см. вращать, вращаться
ВРЕД м зыян, зарар; причинить вред зарар килтереү
ВРЕДИТЕЛЬ м 1. ҡоротҡос; вредители картофеля картуф ҡоротҡостары 2. зыян итеүсе (килтереүсе)
ВРЕДИТЕЛЬСКИЙ, -ая, -ое ҡоротҡослоҡ; вредительская деятельность ҡоротҡослоҡ ҡылыу
180