Урыҫса-башҡортса һүҙлек, З. Ғ. Ураҡсин редакцияһында. I том. 181 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Урыҫса-башҡортса һүҙлек, З. Ғ. Ураҡсин редакцияһында. I том

ВРУБИТЬ
ВРЕДИТЕЛЬСТВО с дошмансылыҡ, ҡоротҡослоҡ; заниматься вредительством ҡоротҡослоҡ менән шөғөлләнеү
ВРЕДИТЬ несов. кому-чему зыян (зарар) килтереү; курение вредИт здоровью тәмәке тартыу сәләмәтлеккә зарар килтерә
вредность ж зарар, зыянлыҡ; вредность курения тәмәке тартыуҙың зарары
врЕдный, -ая, -ое зарарлы, зыянлы, алама, насар; вредные примеси зарарлы ҡушылмалар; вредная привычка алама ғәҙәт
ВРЕДОНОСНЫЙ, -ая, -ое зарарлы, зыянлы, зарар (зыян) килтерә торған; вредоносные силы зарарлы көстәр
врЕзать сов. что уйып ҡуйыу, ырып (соҡоп) урынлаштырыу; врезать замок в дверь ишеккә йоҙаҡ уйып ҡуйыу
ВРЕЗАТЬ несов. см. врезать
ВРЕЗАТЬСЯ сов. 1. йырып (ярып) инеү, барып төртөлөү (бәрелеү); машина врезалась в столб машина бағанаға барып бәрелде; лодка врезалась в песок кәмә ҡомға барып төртөлдө 2. перен. инеп тороу, терәлеп тороу; поляна врезалась в лес аҡлан урманға терәлеп тора 3. перен. бәреп инеү, бәреп килеп инеү; всадник врезался в толпу һыбайлы халыҡ төркөмөнә бәреп килеп инде 4. перен. (күңелдә, хәтерҙә) уйылып ҡалыу; врезаться в память хәтерҙә уйылып ҡалыу
ВРЕЗАТЬСЯ несов. 1. см. врезаться
2. страд. от врезать
ВРЕЗНОЙ, -ая, -ое уйып ҡуйылған, уйып ҡуйыла торған, уйылма; врезной замок уйып ҡуйыла торған йоҙаҡ
ВРЕЗЫВАТЬ несов. см. врезать
ВРЕЗЫВАТЬСЯ несов. 1. см. врезаться 2. страд. от врезывать
ВРЕМЕНАМИ нареч. ҡайһы саҡта, ваҡыт-ваҡыт, ара-тирә, ваҡыты менән; временами старые раны ноют ваҡыт-ваҡыт иҫке яралар һыҙлай
ВРЕМЕННОЙ, -ая, -ое ваҡыт ...ы; временная последовательность ваҡыт эҙмә-эҙлелеге; временная зависимость ваҡыт бәйлелеге
ВРЕМЕННЫЙ, -ая, -ое 1. ваҡытлы; временная работа ваҡытлы эш 2. ваҡытлыса; временная неудача ваҡытлыса уңышһыҙлыҡ
ВРЕМЕНЩИК м ваҡытлы хаким, ваҡытлы власть эйәһе
врЕмя с 1. ваҡыт; солнечное время ҡояш ваҡыты; время не ждёт ваҡыт көтөп тормай; тратить время ваҡыт сарыф итеү 2. (час, срок) сәғәт, ваҡыт; сколько времени? сәғәт нисә?, ваҡыт күпме?; в указанное время күрһәтелгән ваҡытта; время истекло ваҡыт үтеп китте 3. (эпоха, период) ваҡыт, дәүер, осор, заман; не отставать от времени замандан артҡа ҡалмау; военное время һуғыш ваҡыты; дух времени за
ман рухы 4. (определённая пора) миҙгел, мәл, саҡ, ваҡыт; времена года йыл миҙгелдәре; время покоса бесән сабыу мәле, бесән өҫтө; рабочее время эш ваҡыты 5. грам. заман; настоящее время хәҙерге заман; будущее время киләсәк заман; прошедшее время үткән заман ♦ во время оно уст. ҡасандыр, әллә ҡасан; время от времени ваҡыт-ваҡыт, ҡайһы берҙә; (в) первое время башта, тәүҙә, тәү ваҡытта; (в) последнее время һуңғы ваҡытта; в своё время: 1) заманында, ҡасандыр; 2) үҙ ваҡытында; всё время һәр ваҡыт (саҡ), гел; в скором времени оҙаҡламай; в то время как шул арала, шул ғына ваҡыт араһында; выиграть время күберәк ваҡыт алыу, ваҡыт үтеү, файҙаға булыу; до времени; до поры до времени ваҡыты еткәнсе, билдәле бер ваҡытҡа тиклем, көнө килгәнсе; до сего времени ошо ваҡытҡа тиклем; ко времени ваҡытлы, үҙ ваҡытында; на время ваҡытлыса, билдәле ваҡытҡа тиклем; со времени ваҡыты етеү менән, киләсәктә; одно время бер ваҡыт; раньше времени көн элгәре (элек), ваҡытынан алда; самое время бик ваҡытлы; с течением времени ваҡыт үтеү менән, киләсәктә; тем временем шул уҡ ваҡытта, шул арала; убить время ваҡытты бушҡа уҙғарыу
ВРЕМЯИСЧИСЛЕНИЕ с ваҡыт иҫәбе, йыл иҫәбе
ВРЕМЯНКА ж; разг. 1. (переносная лестница ) күсереп йөрөтмәле баҫҡыс 2. (печка) тимер мейес 3. (временная постройка) ваҡытлы ҡоролма, ваҡытлы торлаҡ
ВРЕМЯПРЕПРОВОЖДЕНИЕ с ваҡыт үткәреү (уҙғарыу), көн үткәреү (уҙғарыу)
ВРОВЕНЬ нареч. с чем тип-тиң, тигеҙ, бер тигеҙ; идти вровень тигеҙ барыу
ВРОДЕ предлог и частица 1. предлог с род. п. (обычно в сочет. с мест. “ что-то ”, “ нечто ”) кеүек, һымаҡ; вроде тебя һинең һымаҡ 2. частица; прост. (при указании на предположительность высказывания) шикелле, булһа кәрәк; вроде он идёт ул килә шикелле
ВРОЖДЁННЫЙ, -ая, -ое тыумыштан булған (килгән); врождённый талант тыумыштан булған һәләт; врождённые рефлексы физиол. тыумыштан килгән рефлекстар
ВРОЗЬ нареч. айырым, айырым-айырым, айырым рәүештә; жить врозь айырым йәшәү ♦ врозь идёт (пошло и т.д.) татыу булмау, (эш) ырамау
ВРУБ м; горн. уйым, ярыҡ, тишек (тау тоҡомдарында махсус яһалган)
ВРУБАТЬ несов. см. врубить
ВРУБАТЬСЯ несов. 1. см. врубиться
2. страд. от врубать
ВРУБИТЬ сов. что уйып (соҡоп) индереп ҡуйыу, уйып (соҡоп) ултыртыу; врубить косяк в стену стенаға уйып яңаҡ ултыртыу
181