Урыҫса-башҡортса һүҙлек, З. Ғ. Ураҡсин редакцияһында. I том. 184 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Урыҫса-башҡортса һүҙлек, З. Ғ. Ураҡсин редакцияһында. I том

ВСКОЛЫХНУТЬСЯ
ҡуҙғытып ебәреү, тулҡынландырыу, хәрәкәткә килтереү; революция всколыхнула все силы народные ихтилал халыҡтарҙың бөтә көсөн ҡуҙғатты
ВСКОЛЫХНУТЬСЯ сов. 1. тулҡынланыу, тирбәлеү, һелкенеү, сайҡалыу, тулҡынланып (тирбәлеп, һелкенеп, сайҡалып) китеү, һелкенеп (сайҡалып) ҡуйыу; вода в озере всколыхнулась күлдәге һыу тулҡынланып китте; знамёна всколыхнулись байраҡтар тирбәлде 2. перен. ҡуҙғалыу, тулҡынланыу, хәрәкәткә килеү; страна всколыхнулась ил ҡуҙғалды
ВСКОЛЬЗЬ нареч. еңелсә, өҫтән-мөҫтән генә, һүҙ ыңғайында; упомянуть вскользь һүҙ ыңғайында әйтеп уҙыу
ВСКОПАТЬ сов. что ҡаҙыу; вскопать огород йәшелсә баҡсаһын ҡаҙыу
ВСКОРЕ нареч. тиҙҙән, тиҙ арала, оҙаҡламай, бер аҙҙан; он вскоре вернулся домой ул оҙаҡламай өйгә әйләнеп ҡайтты
ВСКОРМИТЬ сов. кого 1. (животное, птицу и т.п.) ашатып үҫтереү, ҡарап үҫтереү 2. (вырастить, воспитать) тәрбиәләү, тәрбиәләп үҫтереү, ашатып-эсереп ҡарау (үҫтереү); вскормить ребёнка баланы тәрбиәләп үҫтереү
ВСКОЧИТЬ сов. 1. һикереп менеү, һикереп инеү; вскочить на коня атҡа һикереп менеү; вскочить в трамвай на ходу китеп барған трамвайға һикереп инеү 2. (быстро встать) тора һалыу, ырғып (һикереп) тороу; вскочить с места урындан һикереп тороу 3. перен., разг. (быстро возникнуть, вздуться) сығыу, ҡалҡып сығыу, килеп сығыу; шишка вскочила на лбу маңлайға шешек сыҡты
ВСКРИКИВАТЬ несов. см. вскрикнуть
ВСКРИКНУТЬ сов. ҡысҡырып ебәреү, ҡапыл ҡысҡырыу
ВСКРИЧАТЬ сов.; книжн. ҡысҡырыу, һөрәнләү, ҡысҡырып өндәшеү
ВСКРУЖИТЬ: вскружить голову кому башын әйләндереү; успех вскружил ему голову уңыш уның башын әйләндерҙе
ВСКРЫВАТЬ несов. см. вскрыть
ВСКРЫВАТЬСЯ несов. 1. см. вскрыться 2. страд. от вскрывать
ВСКРЫТИЕ с 1. асыу, асып ҡарау; вскрытие писем хаттарҙы асып ҡарау; вскрытие недостатков етешһеҙлектәрҙе асыу 2. асылыу, әрселеү; вскрытие рек весной яҙ көнө йылғаларҙың боҙҙан әрселеүе
ВСКРЫТЬ сов. что 1. асыу, асып ҡарау; вскрыть письмо хатты асып ҡарау 2. перен. асыу, асып һалыу, фаш итеү; вскрыть недостатки етешһеҙлектәрҙе асыу 3. мед. ярыу, ярып ҡарау; вскрыть труп мәйетте ярыу; вскрыть нарыв шеште ярыу
ВСКРЫТЬСЯ сов. 1. ярылыу, тишелеү, һытылыу; нарыв вскрылся шеш тишелде 2. перен.
асылыу, асыҡланыу, беленеү, фаш ителеү; недостатки вскрылись кәмселектәр асылды; вскрылись причины поражения еңелеүҙең сәбәптәре асыҡланды 3. асылыу, боҙҙан әрселеү, боҙҙан асылыу; Белая вскрылась Ағиҙел боҙҙан әрселде 4. уст. асылыу, асылып китеү; ставни вскрылись тәҙрә ҡапҡастары асылды
ВСЛАСТЬ нареч.; разг. туйғансы, тәмләп, рәхәтләнеп; налюбоваться всласть туйғансы һоҡланыу
ВСЛЕД нареч. 1. за кем-чем-л. артынан, артынан уҡ, эҙенән; вслед за первой колонной выступила вторая беренсе колонна артынан икенсеһе сыҡты 2. в знач. предлога с дат. п. артынан; он смотрел вслед поезду ул поезд артынан ҡарап ҡалды ♦ вслед за тем шунан һуң, һуңынан
ВСЛЕДСТВИЕ предлог с род. п. сәбәпле, арҡаһында, нәтижәһендә, булғанлыҡтан, булыу сәбәпле, булғанға күрә; он не мог явиться вследствие болезни ул ауырыу сәбәпле килә алманы
ВСЛЕПУЮ нареч.; разг. 1. күрмәйенсә, ҡарамайынса, тоҫмаллап, тоҫмал менән, юҫыҡлап, юҫыҡ менән; печатать на машинке вслепую машинкала ҡарамайынса баҫыу; играть вслепую (в шахматы, шашки) ҡарамайынса уйнау; лететь вслепую (о самолёте) тоҫмаллап осоу 2. перен. тоҫмал менән, тоҫмаллап, тикшермәйенсә, белмәйенсә; действовать вслепую белмәйенсә эш итеү
ВСЛУХ нареч. ҡысҡырып, ишеттереп; читать вслух ҡысҡырып уҡыу
ВСЛУШАТЬСЯ сов. во что иғтибар менән тыңлау, ҡолаҡ һалыу; вслушаться в разговор һөйләшеүгә ҡолаҡ һалыу
ВСЛУШИВАТЬСЯ несов. см. вслушаться
ВСМАТРИВАТЬСЯ несов. см. всмотреться всмотреться сов. во что текләү, текләп ҡарау, ентекләп ҡарау
ВСМЯТКУ нареч. бешер-бешмәҫ, ҡаты итмәй (йомортҡам ҡарата); яйцо всмятку бешер-бешмәҫ йомортҡа
ВСОВЫВАТЬ несов. см. всунуть
ВСОВЫВАТЬСЯ несов. 1. см. всунуться 2. страд. от всовывать
ВСОСАТЬ сов. что һурып алыу, (эскә) һурыу, һеңдереү; всосать влагу дымды һурып алыу ♦ всосать с молоком (матери) инә һөтө менән инеү, бәләкәйҙән өйрәнеү
ВСОСАТЬСЯ сов. 1. һеңеү, һеңеп бөтөү; вода всосалась в землю һыу ергә һеңде 2. ҡаҙалыу, йәбешеү, тәрәнгә инеү; клещ всосался в тело тәнгә талпан ҡаҙалған
ВСПАИВАТЬ несов. см. вспоить
ВСПАРЫВАТЬ несов. см. вспороть
ВСПАХАТЬ сов. что һөрөү; вспахать поле баҫыуҙы һөрөп сығыу
184