Урыҫса-башҡортса һүҙлек, З. Ғ. Ураҡсин редакцияһында. I том. 318 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Урыҫса-башҡортса һүҙлек, З. Ғ. Ураҡсин редакцияһында. I том

ЖЕЛТЕТЬСЯ
Һарғайып тороу, һары булып күренеү; за оградой желтела шляпка подсолнуха ҡойма артынан көнбағыш һарғайып күренә ине
ЖЕЛТЕТЬСЯ несов. см. желтеть 2
ЖЕЛТИЗНА ж һары (төҫ), һарылыҡ; на лице появилась желтизна йөҙөнә һары сыҡҡан
ЖЕЛТИТЬ несов. что һарғайтыу, һары төҫкә индереү, һары итеү
ЖЕЛТО... урыҫ телендәге ҡушма һцҙҙәрҙец “һары” мәгәнәһен ацлатҡан беренсе өлөшө, мәҫ., желтогрудый һары түш(ле); желтокрылый һары ҡанатлы
ЖЕЛТОК м йомортҡа һарыһы
ЖЕЛТОКОЖИЙ, -ая, -ее һары тәнле
ЖЕЛТОЛИЦЫЙ, -ая, -ее һары йөҙлө
ЖЕЛТОПУЗИК м һары бауыр кеҫәртке, йылан кеҫәртке
ЖЕЛТОРОТЫЙ, -ая, -ое 1. (о птенце) һары суҡышлы; желторотый галчонок һары суҡышлы сәүкә балаһы 2. перен., разг. (неопытный) үтә йәш, тәжрибәһеҙ
ЖЕЛТУХА ж һары ауырыуы, һары; болеть желтухой һары менән ауырыу, һары булыу
ЖЕЛТУШНЫЙ, -ая, -ое һары, һары ауырыулы; желтушное лицо һарыһы йөҙөнә сыҡҡан
ЖЁЛТЫЙ, -ая, -ое һары; жёлтая краска һары буяу; жёлтый лист һары япраҡ ♦ жёлтая вода ҡараһыу (глаукома); жёлтая лихорадка һары биҙгәк; жёлтая раса һары раса, һары тәнле кешеләр
ЖЕЛУДЁВЫЙ, -ая, -ое имән сәтләүеге ...ы; желудёвый кофе имән сәтләүеге ҡәһүәһе
желУдок м (у человека и животных) ашҡаҙан, ҡарын; (у птиц) бүтәгә, бөрләтәү; на голодный желудок ас ҡарынға ♦ расстройство желудка эс китеү
ЖЕЛУДОЧЕК м 1. уменьш. от желудок 2. (часть сердца) ҡарынсыҡ; желудочек сердца йөрәк ҡарынсығы 3. (полость в головном мозге) ҡарынсыҡ; желудочек головного мозга баш мейеһенең ҡарынсығы
ЖЕЛУДОЧНО-КИШЕЧНЫЙ, -ая, -ое ашҡаҙан-эсәк ...ы; желудочно-кишечное заболевание ашҡаҙан-эсәк ауырыуҙары; желудочнокишечный тракт ашҡаҙан-эсәк юлы
ЖЕЛУДОЧНЫЙ, -ая, -ое ашҡаҙан ...ы; желудочный сок ашҡаҙан һуты
ЖЁЛУДЬ м имән сәтләүеге, туйыра
ЖЁЛЧНЫЙ и ЖЕЛЧНЫЙ, -ая, -ое 1. үт ...ы; жёлчный пузырь үт ҡыуығы 2. перен. (злой, язвительный) әсе телле, зәһәр; жёлчный человек әсе телле кеше
ЖЁЛЧЬ и ЖЕЛЧЬ ж 1. үт, үт һыуы; печёночная жёлчь бауыр үте 2. перен. (раздражение ) асыу, зәһәр, ярһыу; излить свою жёлчь зәһәрен сәсеү
ЖЕМАНИТЬСЯ несов.; разг. наҙланыу, ҡыланыу, борғоланыу, һырғаланыу
ЖЕМАННИЦА ж; разг. ҡылансыҡ, ҡыйшанлаҡ, наҙланып ҡыланған ҡатын-ҡыҙ
ЖЕМАННИЧАТЬ несов.; разг. см. жеманиться
ЖЕМАННЫЙ, -ая, -ое ҡылансыҡ, наҙланып ҡыланған, ҡыйшанлаҡ; она проста, в ней ничего жеманного ул ябай, ҡылансыҡ түгел
ЖЕМАНСТВО с ҡылансыҡлыҡ, наҙланып ҡыланыу; без всякого жеманства наҙланып ҡыланмай
жЕмчуг м ынйы; перстень с жемчугом ынйы ҡашлы йөҙөк
ЖЕМЧУЖИНА ж 1. ынйы бөртөгө 2. чего; перен. ынйы, хазина, ҡиммәтле нәмә; жемчужина народного творчества халыҡ ижады ынйылары
ЖЕМЧУЖНИЦА ж ынйы ҡабырсағы
ЖЕМЧУЖНЫЙ, -ая, -ое 1. ынйы ...ы; жемчужное зерно ынйы бөртөгө 2. перен. ынйы, ынйы кеүек, мәрүәт; жемчужные зубы ынйы кеүек тештәр
ЖЕНА ж ҡатын, бисә; жена солдата һалдат ҡатыны
ЖЕНАТЫЙ, -ая, -ое өйләнгән, йәмәғәтле; женатый парень өйләнгән егет; женатый человек йәмәғәтле кеше
ЖЕНИТЬ сов., несов. кого өйләндереү, йәмәғәтле (ҡатынлы) итеү
ЖЕНИТЬБА ж өйләнеү, ҡатын (кәләш) алыу
ЖЕНИТЬСЯ сов., несов. өйләнеү, ҡатын (кәләш) алыу, өйләнешеү, никахлашыу
ЖЕНИХ м кейәү, кейәү егет
ЖЕНОЛЮБ м ҡатын-ҡыҙ яратыусы, йөрөмтәл
ЖЕНОНЕНАВИСТНИК м ҡатын-ҡыҙҙы күрә алмаусы (яратмаусы), ҡатын-ҡыҙҙан ситләшергә тырышҡан кеше
ЖЕНОПОДОБНЫЙ, -ая, -ое ҡатынша, ҡатын-ҡыҙға оҡшаған
ЖЕНСКИЙ, -ая, -ое 1. ҡатын-ҡыҙ(ҙар) ...ы, ҡатын-ҡыҙға хас; женская одежда ҡатын-ҡыҙҙар кейеме; Международный женский день Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө; женская нежность ҡатын-ҡыҙға хас нәфислек 2. бот. инәлек ...ы; женский цветок у растений үләндәрҙең инәлек сәскәһе ♦ женские болезни мед. ҡатын-ҡыҙ ауырыуы; женский пол: 1) ҡатын-ҡыҙҙар енесе; 2) собир.; разг. ҡатын-ҡыҙ
ЖЕНСТВЕННОСТЬ ж нәфислек, гүзәллек, күркәмлек, мөләйемлек
ЖЕНСТВЕННЫЙ, -ая, -ое ҡатын-ҡыҙға хас, ҡатын-ҡыҙ тәбиғәтле, мөләйем, нәфис; женственная натура ҡатын-ҡыҙҙарға хас мөләйем тәбиғәт
ЖЕНЩИНА ж ҡатын, ҡатын-ҡыҙ; пожилая женщина оло йәштәге ҡатын
ЖЕНЬШЕНЕВЫЙ, -ая, -ое женьшень ...ы; женьшеневый крем женьшень кремы
318