Урыҫса-башҡортса һүҙлек, З. Ғ. Ураҡсин редакцияһында. I том. 322 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Урыҫса-башҡортса һүҙлек, З. Ғ. Ураҡсин редакцияһында. I том

ЖИЛИЩЕ
ЖИЛИЩЕ с торлаҡ; строить жилище торлаҡ төҙөү
ЖИЛИЩНЫЙ, -ая, -ое торлаҡ ...ы; жилищные условия торлаҡ шарттары
ЖИЛКА ж 1. уменьш. от жила 1; 2. бот., зоол. тамыр, тамырсыҡ (япраҡтарҙа һәм бөжәк ҡанаттарында) 3. (прослойка в горных породах) юлаҡ; мрамор с красными жилками ҡыҙыл юлаҡлы мәрмәр 4. перен. һәләт, әүәҫлек; литературная жилка әҙәби ижадҡа һәләт
жилОй, -ая, -ое 1. торлаҡ; строительство жилых зданий торлаҡ йорттар һалыу 2. кеше торған (йәшәгән); жилая половина дома өйҙөң кеше торған яғы
ЖИЛПЛОЩАДЬ ж ( (.жилая площадь) торлаҡ майҙаны
ЖИЛЬЁ с 1. кеше йәшәгән (торған) урын; далеко от человеческого жилья кеше йәшәгән урындан алыҫ 2. разг. (жилище) торлаҡ, йәшәү (тороу) урыны; временное жильё ваҡытлыса йәшәү урыны; найти квартиру для жилья торорға урын табыу
ЖИМ м; спорт. штанга күтәреү; жим двумя руками штанганы ике ҡул менән күтәреү
ЖИМОЛОСТЬ ж айыу баланы
ЖИР м май; животный жир туң май; нутряной жир эс майы; рыбий жир балыҡ майы ♦ заплыть жиром май бөрөү; с жиру беситься майына сыҙамау, туйып һикереү
ЖИРАФ м и ЖИРАФА ж жираф
жирЕть несов. һимереү, көрәйеү
ЖИРНОСТЬ ж 1. (степень содержания жира в чём-л.) ҡуйылыҡ; жирность молока һөттөң ҡуйылығы 2. (упитанность) һимеҙлек, көрлөк
жИрный, -ая, -ое 1. (содержащий много жира) майлы, майланған; (о мясе) һимеҙ; (о супе ) майлы, өрөлө; (о молоке) ҡуйы, ҡаймаҡлы; жирная пища майлы аш; жирное пятно майлы тап 2. һимеҙ, көр, һимергән; жирный кот һимеҙ бесәй 3. (о почве) һутлы; (о глине) үҙле 4. (о линии ) ҡалын, йыуан; жирная черта ҡалын һыҙыҡ ♦ жирный кусок һимеҙ ҡалъя
ЖИРОВАТЬ I несов. что; тех. май һеңдереү, майлау
ЖИРОВАТЬ II несов. 1. (о животных) туҡланыу, түл йыйыу 2. сад. (о деревьях) буйға үҫеү (емеш бирмәйенсә)
ЖИРОВИК м; мед. оро (кешелә)
жировОй, -ая, -ое 1. май, майлы; жировые отложения май үреү; жировые вещества майлы матдәләр 2. май, май эшкәртеү ...ы; жировой комбинат май эшкәртеү комбинаты
ЖИРОЗАМЕНИТЕЛЬ м май(ҙы) алмаштырыусы, яһалма май; синтетический жирозаменитель синтетик май
жиропОт м; спец. йөн майы (һарыҡтарҙың май һәм тир биҙҙәре бцлеп сыгарган матдә ); из жиропота добывается ланолин йөн майынан ланолин алалар
ЖИРОПРИКАЗ м; фин. жироприказ (аҡса хужаһының кредитор менән хисаплашырга биргән яҙма бойорого)
ЖИРОТОПНЫЙ, -ая, -ое спец. май иретеү (һыҙғыртыу) ...ы; жиротопный завод май иретеү заводы
житейский, -ая, -ое тормош (донъя) ...ы; житейский опыт тормош тәжрибәһе; житейские хлопоты донъя мәшәҡәттәре; житейская суета донъя ығы-зығыһы ♦ житейский ум ҡара аҡыл; дело житейское в знач. сказ. көн дә була торған эш
ЖИТЕЛЬ м йәшәүсе, тороусы ир-ат, йәшәгән (торған) халыҡ; жительница ж йәшәүсе (тороусы) ҡатын-ҡыҙ; жители города ҡалала йәшәүселәр; коренной житель төп (ерле) халыҡ; деревенская жительница ауылда йәшәүсе ҡатын-ҡыҙ
ЖИТЕЛЬСТВО с йәшәү (тороу) ...ы; место жительства йәшәү урыны
ЖИТНИЦА ж 1. уст. амбар, келәт 2. перен. игенгә бай ер (өлкә)
житнЯк м арышбаш, бесәйғойроҡ
ЖИТО с ашлыҡ, иген
ЖИТЬ несов.; в разн. знач. йәшәү, тороу, ғүмер итеү, көн итеү (күреү); жить долго оҙаҡ йәшәү; жить в деревне ауылда йәшәү; жить самостоятельно үҙ алдына йәшәү; жить богато бай йәшәү; жить в сердцах людей халыҡ күңелендә йәшәү; жить на квартире фатирҙа тороу; жить вместе бергә ғүмер итеү; жить на стипендию стипендияға көн итеү; жить на одном хлебе икмәк менән генә көн итеү; жить воспоминаниями хәтирәләр менән йәшәү; жить для детей балалар өсөн йәшәү ♦ жить своим умом үҙ аҡылың менән йәшәү; жить чужим умом кеше аҡылы менән йәшәү
ЖИТЬЁ с; разг. 1. тормош, көнкүреш, славное житьё рәхәт тормош; деревенское житьё ауыл тормошо 2. йәшәү, тороу; найти место для житья торорға урын табыу ♦ житья нет кому , от кого көн юҡ
ЖИТЬСЯ несов. кому безл.; разг. (в сочетании с нареч. “ хорошо ”, “ легко ”, “ плохо ”, “трудно” и т. д.) йәшәү, тороу, йәшәлеү, торолоу; хорошо жилось яҡшы йәшәлде; трудно живётся без поддержки таянысһыҙ йәшәүе ауыр
ЖМУРИТЬ: жмурить глаза күҙ ҡыҫыу (йомоу)
ЖМУРИТЬСЯ несов. күҙ ҡыҫыу (йомоу), ҡыҫылыу (кцҙгә ҡарата); жмуриться от света яҡтынан күҙ ҡыҫылыу (яҡтыга ҡарай алмай кцҙҙе йомоу)
322