Урыҫса-башҡортса һүҙлек, З. Ғ. Ураҡсин редакцияһында. I том. 560 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Урыҫса-башҡортса һүҙлек, З. Ғ. Ураҡсин редакцияһында. I том

МЕРЛУШКА
МЕРЛУШКА ж илтер (бәрәс тиреһе)
МЕРЛУШКОВЫЙ, -ая, -ое илтер; мерлушковая шапка илтер бүрек
МЕРНЫЙ, -ая, -ое 1. һалмаҡ, тигеҙ, бер тигеҙ; идти мерным шагом тигеҙ аҙым менән атлап барыу 2. спец. үлсәү ...ы; мерная посуда үлсәү һауыты
МЕРОПРИЯТИЕ с сара, әмәл; профилактические мероприятия профилактика саралары
МЕРТВЕННОСТЬ ж йәнһеҙлек, төҫө ҡасыу, (йөҙөндә) ҡан әҫәре булмау; мертвенность лица төҫө ҡасып, йөҙөндә ҡан әҫәре булмау
МЕРТВЕННЫЙ, -ая, -ое 1. үлек (мәйет) төҫлө күм-күк, төҫө ҡасҡан; мертвенная бледность күм-күк булып төҫө ҡасҡан 2. перен. йәнһеҙ, тынып ҡалған, хәрәкәтһеҙ; мертвенная пустота йәнһеҙ бушлыҡ
мертвЕть несов. 1. үлеү, һүнеү, тыныу; мертвеют глаза күҙҙәр һүнә бара 2. ҡатып ҡалыу; мертветь от страха ҡурҡыуҙан ҡатып ҡалыу 3. (неметь) ойоу, ҡатыу; руки мертвеют от холода һыуыҡтан ҡулдар ҡата 4. перен. йәнһеҙләнеү, тынып (хәрәкәтһеҙ) ҡалыу; в часы зноя всё мертвеет томрала бөтә нәмә тынып ҡала
мертвЕц м үлек, мәйет
МЕРТВЕЦКАЯ ж; разг. мәйеттәр бүлмәһе, морг
МЕРТВЕЦКИ: мертвецки пьян (пьяный) разг. лаяҡыл иҫерек
МЕРТВЕЧИНА ж 1. собир. үләкһә, емтек 2. перен., разг. бушлыҡ, йәнһеҙлек, рухһыҙлыҡ; атмосфера мертвечины бушлыҡ атмосфераһы
МЕРТВИТЬ несов. кого - что 1. үлтереү, һәләк (харап) итеү 2. перен. көсөн алыу, йәнһеҙләндереү, рухын төшөрөү; болезнь его мертвит сир уның көсөн ала
МЁРТВО и МЕРТВО 1. нареч. йәнһеҙ, үлек кеүек, туң; мёртво жить үлек кеүек йәшәү 2. в знач. сказ., безл. тын, буш, йән эйәһе юҡ; на улице мертво урамда йән эйәһе юҡ
МЕРТВОРОЖДЁННЫЙ, -ая, -ое 1. үле тыуған 2. в знач. сущ. мертворождённый м и мертворождённая ж үле тыуған (малай, ҡыҙ) 3. перен. эшкә ашмаған, кәрәкмәгән; мертворождённый проект кәрәкмәгән проект
МЁРТВЫЙ, -ая, -ое 1. үле, йәнһеҙ; мёртвое тело үле кәүҙә 2. (о растениях) ҡоро, ҡороған; мёртвые деревья ҡороған ағастар 3. перен. һүнгән, тоноҡ; мёртвые глаза һүнгән күҙҙәр; мёртвый луч тоноҡ нур 4. перен. йәнһеҙ, тын; мёртвая пустыня тын бушлыҡ 5. перен. файҙаһыҙ, ҡулланылмай торған, буш; мёртвые знания файҙаһыҙ белем ♦ мёртвая вода үле һыу, терелтә торған һыу (әкиәттәрҙә); мёртвая зыбь ваҡ тулҡын; мёртвый капитал: 1) фин.
файҙаһыҙ ятҡан капитал; 2) перен. ҡулланылмай торған белем; мёртвая петля: 1) сиселмәҫлек
тоҡан (элмәк); 2) юғары пилотаждың бер фигураһы; мёртвая природа йәнһеҙ тәбиғәт; мёртвое пространство воен. пуля теймәй торған урын; мёртвый сезон торғонлоҡ (сауҙала, сәнәгәттә); мёртвая точка тех. тигеҙләнеш нөктәһе; мёртвая хватка: 1) (у собаки) ысҡындырмаҫлыҡ итеп тешләү; 2) перен. эшләмәйенсә ҡалмау, тотҡан ерҙән һындырыу (өҙөп алыу); мёртвый час көндөҙгө йоҡо сәғәте; мёртвый штиль елһеҙлек (дингеҙҙә); мёртвый язык үле тел (яҙма ҡомартҡыларҙа гына һаҡланган); мёртвый якорь оҙаҡ ваҡытҡа һалынған якорь; быть на мёртвой точке бер үк хәлдә (үҙгәрешһеҙ, һаман бер урында) булыу; лежать мёртвым грузом файҙаһыҙ (ҡулланылмай) ятыу
МЕРТВЯЩИЙ, -ая, -ее 1. прич. от мертвить 2. прил. һәләк (харап) итеүсе; мертвящий холод һәләк итеүсе һалҡынлыҡ 3. прил. ауыр, күңелһеҙ, эс бошорғос; мертвящая тишина күңелһеҙ тынлыҡ
мерцАние с см. мерцать
МЕРЦАТЬ несов. 1. емелдәү, ем-ем итеү; мерцает огонёк ут емелдәй 2. биол. тирбәлеү, һелкенеү; мерцающие реснички тирбәлеүсе керпексәләр
мЕсиво с; разг. 1. иҙмә; месиво для выделки бумаги ҡағыҙ яһау (эшләү) өсөн иҙмә 2. бысраҡ, батҡаҡ; месиво дороги юл батҡағы 3. (корм) болғау, болғама; месиво для кур тауыҡтар өсөн болғау
МЕСИЛКА ж бутауыс, болғауыс, болғатҡыс МЕСИЛЬНЫЙ, -ая, -ое спец. иҙеү ...ы, баҫыу ...ы; месильный чан иҙеү киҫмәге
МЕСИТЬ несов. что иҙеү, баҫыу; месить тесто ҡамыр баҫыу; месить глину балсыҡ баҫыу ♦ месить грязь батҡаҡты (бысраҡты) ярып барыу, батҡаҡ юлдан барыу
мЕсса ж месса (католиктарҙың көндөҙгө гибәҙәт ҡылыуы)
МЕССИЯ м; книжн. мессия (көтмәгәндә берәй ҡыйынлыҡтан, фажигәнән, афәттән ҡотҡарыусы )
МЕСТАМИ нареч. урыны менән, ҡайһы бер урындарҙа; местами выпал снег урыны менән ҡар яуған
местЕчко I с; уменьш. от место 1, 4
местЕчко ii с ҙур ауыл (Украина һәм Бе-лоруссияла)
МЕСТИ несов. 1. что һепереү; мести пол иҙән һепереү 2. что и без доп. (переносить с места на место) осороу, һепереү; ветер метёт листья ел япраҡтарҙы осора 3. безл. һепертеү; в поле метёт ҡырҙа буран һепертә
МЕСТКОМ м (местный комитет) местком (урындагы комитет)
МЕСТНИЧЕСТВО с төбәкселек (дөйөм эшкә зыян килтереп, урындагы тар мәнфәгәттән сыгып эш итец)
560