Урыҫса-башҡортса һүҙлек, З. Ғ. Ураҡсин редакцияһында. I том. 654 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Урыҫса-башҡортса һүҙлек, З. Ғ. Ураҡсин редакцияһында. I том

НЕВЗРАЧНЫЙ
НЕВЗРАЧНЫЙ, -ая, -ое төҫһөҙ, йәмһеҙ, күркһеҙ, килбәтһеҙ; невзрачная фигура килбәтһеҙ кәүҙә
НЕВЗЫСКАТЕЛЬНОСТЬ ж талымһыҙлыҡ, талымһыҙ булыу; невзыскательность в еде ашауға талымһыҙ булыу
НЕВЗЫСКАТЕЛЬНЫЙ, -ая, -ое талымһыҙ, аҙға (аҙ менән) ҡәнәғәт булған, талапһыҙ; невзыскательный зритель талапһыҙ тамашасы; невзыскательный на корм аҙыҡҡа талымһыҙ
НЕВИДАЛЬ: вот невидаль; что за невидаль; какая (экая, эка) невидаль пренебр. был ни ғәжәп, иҫ киткес нәмә икән, ай-һай, харап икән, иҫең киткән икән
НЕВИДАННЫЙ, -ая, -ое иҫ киткес, әлегәсә күрелмәгән (булмаған); невиданный случай әлегәсә күрелмәгән хәл
НЕВИДИМКА м и ж 1. күҙгә күренмәй торған йән эйәһе; человек-невидимка күҙгә күренмәй торған кеше 2. (шпилька) сәс ҡыҫтырғыс ♦ шапка-невидимка тылсымлы бүрек (әкиәттәрҙә кешене кцҙгә кцренмәҫ итә торган)
НЕВИДИМЫЙ, -ая, -ое күҙгә күренмәй торған (күренмәгән, күренмәҫ), йәшерен, йәшертен; невидимый шов йәшертен йөй; невидимая сила йәшерен көс
НЕВИДНЫЙ, -ая, -ое 1. (недоступный зрению ) (күҙгә) күренмәй торған 2. (незначительный ) әһәмиәтһеҙ, әһәмиәте аҙ, күренекһеҙ, бәләкәй; невидная должность бәләкәй вазифа 3. разг. (невзрачный) төҫһөҙ, күркһеҙ, йәмһеҙ; невидная внешность йәмһеҙ ҡиәфәт
НЕВИДЯЩИЙ, -ая, -ее 1. һуҡыр, насар күреүсе; невидящие глаза һуҡыр күҙҙәр 2. (рассеянный ) иғтибарһыҙ; невидящий взор (взгляд) иғтибарһыҙ ҡараш
НЕВИННОСТЬ ж 1. (невиновность ) ғәйеп-һеҙлек, гөнаһһыҙлыҡ; доказать невинность подсудимого хөкөм ителеүсенең ғәйепһеҙлеген иҫбатлау (таныу) 2. (наивность) бер ҡатлылыҡ, саф күңеллелек, хәйләһеҙлек, эскерһеҙлек; невинность ребёнка сабыйҙың гөнаһһыҙлығы (бер ҡатлылығы) 3. (девственность) сафлыҡ, ғиф-фәтлелек
НЕВИННЫЙ, -ая, -ое 1. ( невиновный ) ғәйепһеҙ, гөнаһһыҙ; невинные люди гөнаһһыҙ кешеләр 2. (наивный) саф күңелле, бер ҡатлы, хәйләһеҙ, эскерһеҙ; невинное создание саф күңелле йән (эйәһе) 3. (безобидный) хәтер ҡалдырмаҫлыҡ (ҡалмаҫлыҡ), рәнйетмәй торған, зыянһыҙ; невинный разговор зыянһыҙ һөйләшеү 4. (девственный, целомудренный) саф, ғиффәтле; невинная девушка ғиффәтле ҡыҙ
НЕВИНОВНОСТЬ ж ғәйепһеҙлек, гөнаһһыҙлыҡ; доказать невиновность ғәйепһеҙлекте иҫбатлау
НЕВИНОВНЫЙ, -ая, -ое ғәйепһеҙ, гөнаһһыҙ; невиновный ребёнок ғәйепһеҙ бала
НЕВКУСНЫЙ, -ая, -ое тәмһеҙ, татлы булмаған; невкусная пища тәмһеҙ аш
НЕВМЕНЯЕМОСТЬ ж иҫһеҙлек, ни эшләгәнен белмәү (психик хәл); состояние невменяемости иҫһеҙлек хәле
НЕВМЕНЯЕМЫЙ, -ая, -ое иҫһеҙ, иҫен юйған, ни эшләгәнен белмәгән; невменяемый от гнева асыуҙан иҫен юйған
НЕВМЕШАТЕЛЬСТВО с ҡыҫылмау(сы-лыҡ), тығылмау(сылыҡ); невмешательство в дела других государств башҡа дәүләттәрҙең эшенә ҡыҫылмау
НЕВМОГОТУ и НЕВМОЧЬ нареч. в знач. сказ.; разг. түҙерлек (сыҙарлыҡ) түгел (хәл ҡалманы); стало невмоготу ждать көтөрлөк хәл ҡалманы; стало невмоготу жить йәшәрлек хәл ҡалманы
НЕВНИМАНИЕ с 1. (рассеянность, отсутствие внимания) иғтибарһыҙлыҡ; сделать ошибку по невниманию иғтибарһыҙлыҡ арҡаһында хата ебәреү 2. илтифатһыҙлыҡ, ихтирамһыҙлыҡ; проявлять невнимание к старшим ололарға илтифатһыҙлыҡ күрһәтеү
НЕВНИМАТЕЛЬНОСТЬ ж 1. см. невнимание 1; 2. (равнодушие) вайымһыҙлыҡ, иҫ китмәүсәнлек, ҡыҙыҡһынмаусанлыҡ; проявлять невнимательность к другу дуҫыңа ҡарата вайымһыҙлыҡ күрһәтеү
НЕВНИМАТЕЛЬНЫЙ, -ая, -ое 1. (рассеянный ) иғтибарһыҙ; невнимательный ученик иғтибарһыҙ уҡыусы 2. (равнодушный) иғтибарһыҙ, вайымһыҙ; невнимательная хозяйка вайымһыҙ хужабикә 3. (непочтительный, неуважительный ) илтифатһыҙ, кеселекһеҙ, ихтирамһыҙ
НЕВНЯТИЦА ж; разг. аңлайышһыҙ һүҙҙәр; плести невнятицу аңлайышһыҙ һүҙҙәр һөйләү
НЕВНЯТНОСТЬ ж аңлайышһыҙлыҡ, аңлайышһыҙ булыу; невнятность произношения әйтелештең аңлайышһыҙ булыуы
НЕВНЯТНЫЙ, -ая, -ое аңлайышһыҙ, ишетелер-ишетелмәҫ; невнятные голоса ишетелер-ишетелмәҫ тауыштар
НЕВОД м йылым; вытаскивать невод йылымды тартып сығарыу
НЕВОЗВРАТИМОСТЬ ж кире ҡайтмау (ҡабатланмау)
НЕВОЗВРАТНЫЙ и НЕВОЗВРАТИМЫЙ, -ая, -ое кире ҡайтмаҫ (ҡабатланмаҫ, ҡайтарылмаҫ), үкенесле, кире ҡайтарылмай (ҡабатланмай) торған; невозвратное прошлое кире ҡайтмаҫ үткәндәр
НЕВОЗВРАТНОСТЬ ж см. невозвратимость
НЕВОЗДЕЛАННОСТЬ ж эшкәртелмәгәнлек, эшкәртелмәгән булыу; невозделанность почвы ерҙең эшкәртелмәгән булыуы
НЕВОЗДЕЛАННЫЙ, -ая, -ое эшкәртелмәгән; невозделанное поле эшкәртелмәгән баҫыу
654