ОБОЗНАЧИТЬ
ОБОЗНАЧИТЬ сов. что 1. билдәләү, тамғалау, билдәләп (тамғалап) сығыу, билдә (тамға) ҡуйыу; обозначить границы участка участка сиктәрен билдәләү; неправильно обозначить время ваҡытты дөрөҫ билдәләмәү 2. (сделать заметным) белдереү, күрһәтеү, һыҙатландырыу, беленерлек итеү, беленеп торорлоҡ итеү; платье обозначило фигуру күлдәк буй-һынды белендереп торҙо
ОБОЗНАЧИТЬСЯ сов. күренеү, беленеү, төҫмөрләнеү, күренә (беленә) башлау; обозначились ворота ҡапҡа төҫмөрләнде; на лбу обозначились морщины маңлайҙа йыйырсыҡтар күренә башланы
обОзник м ылаусы, йөксө
обОзный, -ая, -ое 1. ылау ...ы, йөк ...ы; обозные лошади ылау аттары; обозные изделия ылау кәрәк-ярағы 2. в знач. сущ. обозный м ылаусы, йөксө
ОБОЗРЕВАТЕЛЬ м күҙәтеүсе, күҙәтеү яһаусы, күҙәтеп барыусы; политический обозреватель сәйәси күҙәтеү яһаусы; спортивный обозреватель спорт күҙәтеүсеһе
ОБОЗРЕВАТЬ несов. см. обозреть
ОБОЗРЕНИЕ с 1. см. обозреть; обозрение звёздного неба күктәге йондоҙҙарҙы күҙәтеү 2. күҙәтеү; литературное обозрение әҙәби күҙәтеү; международное обозрение халыҡ-ара күҙәтеү 3. (вид эстрадного или театрального представления) тамаша
ОБОЗРЕТЬ сов. что 1. (осмотреть) байҡап (ҡарап, күҙ йөрөтөп) сығыу; обозреть местность тирә-яҡты байҡап сығыу 2. перен. күҙәтеү, тикшереү, тикшереп (ҡарап) сығыу; обозреть ход событий ваҡиғаларҙың үҫешен тикшереү
ОБОЗРИМЫЙ, -ая, -ое ҡарап сығырлыҡ, күҙ күреме етерлек; обозримое пространство күҙ күреме етерлек ер
обОи только мн. обой; новые обои яңы обой
ОБОЙМА ж 1. воен. обойма, патрон ҡыҫаһы; расстрелять всю обойму бөтә обойманы атып бөтөрөү 2. спец. атлама
ОбОйНЫЙ, -ая, -ое 1. обой ...ы; обойный клей обой елеме 2. тышлау ...ы, көпләү ...ы, тышлыҡ ...ы, көплөк ...ы; обойные гвозди көпләү ҡаҙауы
ОБОЙТИ сов. 1. кого-что и без доп. тирәләп әйләнеү, йөрөп сығыу, әйләнеп урап (йөрөп) сығыу; обойти памятник һәйкәлде тирәләп әйләнеү; обойти весь участок бөтә участканы әйләнеп йөрөп сығыу; обойти всех знакомых барлыҡ таныштарҙы йөрөп сығыу 2. что (пройти стороной) ситләтеп (урап, уратып) уҙыу, ситләтеп (урап, уратып) үтеү; обойти болото һаҙҙы ситләтеп үтеү 3. кого-что; перен. (миновать ) ҡағылмау, теймәү, эләкмәү; счастье её обошло уға бәхет эләкмәне 4. что; перен.
724
(избежать в разговоре) әйтмәү, әйтмәй ҡалыу (китеү, үтеү), ҡағылмау, һүҙ сығармау (ҡуптармау); обойти просьбу молчанием үтенес тураһында һүҙ ҡуптармау 5. что; перен. (уклониться от исполнения) урап (ситләтеп) үтеү; обойти закон законды урап үтеү 6. кого, чем; перен . (оставить без повышения, награды и т. п.) мәхрүм итеү, бирмәй (ситтә, төшөрөп) ҡалдырыу; обойти премией премия бирмәй ҡалдырыу; обойти по службе хеҙмәттә дәрәжә күтәреүҙә төшөрөп ҡалдырыу 7. кого-что; перен. (распространиться ) таралыу, йәйелеү, барып етеү, мәғлүм булыу; слух обошёл весь город хәбәр бөтә ҡалаға таралды 8. кого; прям., перен., разг. (опередить) уҙып китеү, алға сығыу, артта ҡалдырыу; обойти трёх спортсменов өс спортсыны уҙып китеү; обойти соседнее звено күрше звеноны артта ҡалдырыу 9. кого-что; воен. (зайти в тыл) тылға кереү (инеү), әйләнеп артына төшөү; обойти противника дошмандың тылына кереү
ОБОЙТИСЬ сов. 1. с кем-чем мөғәмәлә (эш) итеү, ҡарау; плохо обойтись насар мөғәмәлә итеү 2. во что; разг. төшөү; костюм обошёлся недорого костюм арзанға төштө 3. без кого-чего, кем-чем; разг. ҡәнәғәтләнеү, ҡәнәғәт булыу, етеү, еткереү, -һыҙ ҙа/-һеҙ ҙә тороу; обойтись без машины машинаһыҙ ҙа тороу; обойтись прошлогодними запасами былтырғы һаҡламдарҙы еткереү 4. -һыҙ/-һеҙ булыу, үтеү, үтеп китеү; всё обошлось благополучно бөтәһе лә имен-аман үтеп китте; может, все обойдётся бәлки, барыһы ла яҡшы үтеп китер; прогулка не обошлась без приключений прогулка мажараһыҙ ғына үтеп китмәне 5. без кого-чего; разг. (с отрицанием “ не ”) ҡатнашы булыу, ҡатнашыу; без него тут не обошлось уның бында ҡатнашы булмай булмаған ♦ обойтись в копеечку бик ҡыйбатҡа төшөү
ОБОЙЩИК м обойсы, көпләүсе
ОБОКРАСТЬ сов. кого-что урлау, урлап (талап) сығыу; обокрасть пассажира пассажирҙың әйберен урлау; обокрасть квартиру фатир талап сығыу
ОБОЛГАТЬ сов. кого-что яла (ҡара, бысраҡ) яғыу, өҫтөнән һөйләү; оболгать честного работника намыҫлы хеҙмәткәргә яла яғыу
Оболонь ж; бот. ашҡаяҡ
ОБОЛОЧКА ж 1. ҡабыҡ, тыш; оболочка зерна орлоҡтоң ҡабығы 2. ҡабыҡ, ҡыртыш; твёрдая оболочка Земли Ерҙең ҡаты ҡыртышы 3. анат. тиресә, ҡатлам, яры; надкостная оболочка һөйәк ярыһы; слизистая оболочка лайлалы тиресә; мышечная оболочка сердца йөрәктең мускул ҡатламы 4. (вместилище для газа у аэростатов и т.п.) тыш, көплөк; оболочка дирижабля дирижаблдең тышы 5. чего, какая; перен . тышлыҡ, ҡиәфәт; служить защитной оболочкой һаҡлаусы тышлыҡ булыу