ОБРАЗОВАТЕЛЬНЫЙ
ОБРАЗОВАТЕЛЬНЫЙ, -ая, -ое белем биреү (арттырыу) ...ы, белем ...ы, укымышлылыҡ ...ы; постановка образовательного дела белем биреү эшенең ҡуйылышы; образовательные экскурсии белем арттырыу экскурсиялары; образовательный уровень уҡымышлылыҡ дәрәжәһе ♦ образовательный ценз белем цензы
ОБРАЗОВАТЬ I сов., несов. что 1. (создать , составить) тәшкил (хасил) итеү, барлыҡҡа килтереү; две книги романа образуют дилогию романдың ике китабы дилогияны тәшкил итә; дорога образует полукруг юл ярым түңәрәк яһай 2. (основать) ойоштороу, төҙөү, булдырыу; образовать комиссию комиссия ойоштороу
ОБРАЗОВАТЬ II сов., несов.; уст. 1. (просветить ) белемгә эйә булыу, уҡытыу 2. (усовершенствовать , выработать) камиллаштырыу, яйға һалыу; образовал свою речь үҙемдең телмәремде камиллаштырҙым
ОБРАЗОВАТЬСЯ сов., несов. 1. (получиться , возникнуть) барлыҡҡа килеү, хасил булыу; от взрыва образовалась воронка шартлауҙан соҡор барлыҡҡа килгән 2. (организоваться) ойошоу, ойошторолоу, төҙөлөү; образуется новый кружок яңы түңәрәк ойошторола 3. разг. (уладиться) яйланыу, рәтләнеү, яйға (рәткә) һалыныу; не беспокойтесь, всё образуется борсолмағыҙ, бөтәһе лә яйланыр
ОБРАЗОВЫВАТЬ несов. см. образовать
ОБРАЗОВЫВАТЬСЯ несов. 1. см. образоваться 2. страд. от образовывать
ОБРАЗУМИТЬ сов. кого-что аҡылға ултыртыу (индереү, керетеү); образумить собеседника әңгәмәсене аҡылға ултыртыу
ОБРАЗУМИТЬСЯ сов. аҡылланыу, аҡыл инеү (кереү), аҡылға ултырыу; с возрастом образумился олоғая бара аҡылға ултырҙы
ОБРАЗЦОВО-ПОКАЗАТЕЛЬНЫЙ, -ая, -ое үрнәк булырлыҡ (алырлыҡ), үрнәк булған (булып торған); образцово-показательная школа үрнәк булып торған мәктәп
ОБРАЗЦОВЫЙ, -ая, -ое үрнәк, үрнәк булырлыҡ (алырлыҡ); образцовый урок үрнәк дәрес; образцовый порядок үрнәк булырлыҡ тәртип; образцовые хозяйства үрнәк алырлыҡ хужалыҡтар
ОБРАЗЧИК м үрнәк, өлгө; образчик ткани туҡыма өлгөһө
ОБРАМИТЬ сов. что; разг. ҡыҫанлау, рамлау, ҡыҫанға (рамға) ҡуйыу; обрамить картину картинаны ҡыҫанға ҡуйыу
ОБРАМЛЕНИЕ с 1. см. обрамить 2. (рамка, окружение) рам, ҡыҫан, ҡайма, тирәс, уратып алыу, солғаныу; литературное обрамление әҙәби солғаныу; обрамление гравюры гравюраның ҡыҫаны (рамы); обрамление зеркала көҙгөнөң ҡыҫаны (рамы)
ОБРАМЛЯТЬ несов. 1. см. обрамить 2. что (окружать, окаймлять) уратыу, ҡаймалау, уратып (тирәләп) тороу; вишни обрамляют сад сейә ағастары баҡсаны уратып тора
ОБРАСТАТЬ несов. см. обрасти
ОБРАСТИ сов. 1. чем и без доп. баҫыу, етеү, ҡаплау, үҫеп ҡаплау (ҡапланыу); обрасти липой йүкә ҡаплау; обрасти мохом мүк баҫыу, мүк менән ҡапланыу; обрасти волосами сәс етеү 2. чем; перен., разг. уратып алыныу, барлыҡҡа килеү; город оброс посёлками ҡала тирәһендә ҡасабалар барлыҡҡа килде 3. чем; перен., разг. булдырыу, ойоштороу; обрасти хозяйством хужалыҡты ойоштороу; обрасти знакомствами таныш-белештәр булдырыу
ОБРАТ м; спец. айыртҡан һөт
ОБРАТИМОСТЬ ж; спец. ҡайтмалылыҡ, элекке хәлгә ҡайтыу һәләте; обратимость химических реакций химик реакцияларҙың ҡайт-малылығы
ОБРАТИМЫЙ, -ая, -ое спец. ҡайтмалы, кире ҡайтыусан, элекке хәленә кире ҡайтыусан; обратимые изменения кирегә ҡайтмалы үҙгәрештәр; обратимые реакции ҡайтмалы реакциялар
ОБРАТИТЬ сов. 1. что; прям., перен. (повернуть , направить, устремить) төбәү, бороу, йүнәлтеү, йүнәлдереү; обратить глаза на сцену күҙҙе сәхнәгә төбәү; обратить лицо к кому - л. берәйһенә йөҙҙө бороу; обратить оружие против неприятеля ҡоралды дошманға ҡаршы йүнәлтеү; обратить разговор к другому предмету һөйләшеүҙе икенсе нәмәгә бороу 2. кого-что; книжн. күндереү, баҫтырыу; обратить на правильный путь дөрөҫ юлға баҫтырыу; обратить в мусульманскую веру мосолман диненә күндереү 3. кого-что , во что (изменить, превратить) әүерелдереү, әйләндереү; обратить воду в пар һыуҙы быуға әйләндереү; обратить дело в шутку эште көлкөгә әйләндереү; обратить дом в музей өйҙө музейға әүерелдереү 4. (обменять) ҡулланыу, тотоу, әйләндереү; обратить всё в капитал бөтәһен дә капиталға әйләндереү; обратить деньги в вещи аҡсаны әйбергә әйләндереү ♦ обратить в бегство ҡасырға мәжбүр итеү; обратить на путь истины (на истинный путь) см. путь; обратить в свою веру кого үҙ ҡараштарыңа күндереү
ОБРАТИТЬСЯ сов. 1. (повернуться) боролоу, әйләнеү, төбәлеү; обратиться лицом к окну йөҙ менән тәҙрәгә боролоу; все взоры обратились на неё барлыҡ ҡараштар уға төбәлде 2. перен. эш-мәсьәләгә төбәлеү, йүнәлеү; мысли его обратились к прошлому уның уйҙары үткәндәргә йүнәлде 3. к чему - л. (взяться за что - л., перейти к чему - л.) тотоноу, керешеү, шөғөлләнә башлау; обратиться к науке фән менән шөғөлләнә башлау; обратиться к книгам китап
728