Урыҫса-башҡортса һүҙлек, З. Ғ. Ураҡсин редакцияһында. I том. 786 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Урыҫса-башҡортса һүҙлек, З. Ғ. Ураҡсин редакцияһында. I том

ОТЛЕТЕТЬ
ОТЛЕТЕТЬ сов. 1. (улететь) осоп китеү 2. (отскочить) ҡаҡлығып һикереп китеү, осоп китеү; мяч отлетел далеко туп йыраҡҡа осоп китте 3. разг. (оторваться) өҙөлөп төшөү, төшөп ҡалыу; пуговица отлетела төймә өҙөлөп төштө
ОТЛЕЧЬ сов. 1. баҫылыу, туҡтау; боль отлегла ауыртыу баҫылды 2. безл. (испытать облегчение ) еңеләйеп китеү (ҡалыу), тынысланыу, баҫылыу; от сердца отлегло йөрәк баҫылды
ОТЛИВ м 1. см. отлить — отливать 2. мор. һыу кәмеү (ҡайтыу); начался отлив һыу ҡайта башланы 3. перен. (убыль) кәмеү, ҡайтыу, төшөү 4. (оттенок цвета) кеүек, һымаҡ, -һыл/-һел, -һыу/-һеү; чёрный с синим отливом күкһел ҡара
ОТЛИВАТЬ несов. 1. см. отлить 2. чем булып күренеү (ялтырау), һымаҡ күренеү (ялтырау); отливает зелёным йәшел булып күренә
ОТЛИВАТЬСЯ несов. 1. см. отлиться 2. чем булып күренеү (ялтырау), һымаҡ күренеү (ялтырау) 3. страд. от отливать
ОТЛИВКА ж 1. спец. см. отлить 2, 4; 2. тех. (изделие) ҡойолма, ҡойоп яһалған нәмә; чугунная отливка суйындан ҡойоп яһалған нәмә
ОТЛИПАТЬ несов. см. отлипнуть
ОТЛИПНУТЬ сов.; разг. ҡубып төшөү, ҡубып сығыу; марка отлипла марка ҡубып сыҡҡан
ОТЛИТЬ сов. 1. что, чего (бер аҙ) ағыҙыу, ҡойоу, һалыу, ағыҙып (ҡойоп, һалып) алыу; отлить молока һөт ҡойоп алыу 2. что; спец. (выкачиванием удалить) һоҫоп (һурҙырып) алып бөтөрөү 3. (отхлынуть) кире китеү, кире ағып китеү 4. что (изготовить литьём) ҡойоу, ҡойоп яһау (эшләү); отлить памятник һәйкәл ҡойоу
ОТЛИТЬСЯ сов. 1. ҡойолоу, ҡойоп яһалыу; деталь хорошо отлилась деталь яҡшы итеп ҡойоп яһалған 2. перен. кәүҙәләнеү, кәүҙәләнеш табыу, формаһын алыу ♦ отольются слёзы чьи, кому ҡарғышы (күҙ йәше) төшөр әле, күрәсәген күрер әле
ОТЛИЧАТЬ несов. см. отличить
ОТЛИЧАТЬСЯ несов. 1. см. отличиться 2. чем (выделяться) айырылыу, айырылып тороу, айырмаһы булыу 3. страд. от отличать
ОТЛИЧИЕ с айырма, айырмалыҡ, айырымлыҡ; существенное отличие һиҙелерлек айырма ♦ в отличие от кого-чего берәйһенән (берәр нәмәнән) айырмалы рәүештә
ОТЛИЧИТЕЛЬНЫЙ, -ая, -ое 1. айырыу ...ы, айыра торған; отличительный знак айыра торған билдә 2. (характерный) мөһим, әһәмиәтле; отличительная особенность мөһим (үҙенә генә хас, айырмалы) үҙенсәлек
ОТЛИЧИТЬ сов. кого-что 1. айырыу, айыра белеү, таныу; отличить хорошее от плохого
яҡшыны ямандан айырыу 2. (отметить наградой ) бүләкләү, бүләк биреү; отличить борца көрәшсене бүләкләү
ОТЛИЧИТЬСЯ сов. 1. айырылып тороу, алдын (өҫтөн) сығыу, уңыш ҡаҙаныу, батырлыҡ күрһәтеү; отличиться в бою һуғышта батырлыҡ күрһәтеү 2. разг., ирон. ахмаҡлыҡ эшләп ташлау
ОТЛИЧНИК м и ОТЛИЧНИЦА ж отличник
ОТЛИЧНО 1. нареч. (очень хорошо) бик яҡшы (шәп, һәйбәт) 2. в знач. сказ. ярай, ярар, һәйбәт, бик шәп, яҡшы; он сейчас придёт. — Отлично! ул хәҙер килер. — Бик яҡшы! 3. в знач. сущ. отлично с нескл. бик яҡшы, бишле; учиться на отлично бишлегә уҡыу
ОТЛИЧНЫЙ, -ая, -ое 1. от кого-чего (отличающийся ) айырылып торған 2. (очень хороший ) бик яҡшы (шәп); отличное настроение бик яҡшы кәйеф
отлОв м; спец. см. отловить 2
ОТЛОВИТЬ сов. 1. кого-что и без доп.; разг. (кончить ловить) тотоуҙан туҡтау, тотмай башлау 2. кого-что спец. (выловить) тотоп бөтөрөү, тотоп алыу
ОТЛОГИЙ, -ая, -ое һөҙәк; отлогий берег һөҙәк яр
ОТЛОЖЕНИЕ с 1. см. отложить 5, 6, отложиться; отложение солей тоҙ ултырыу 2. геол. ултырма, ҡатлам; известковые отложения эзбиз ултырмалар ♦ жировые отложения май ҡатламдары
ОТЛОЖИТЬ сов. что 1. ситкә алып ҡуйыу (һалыу), айырып алып ҡуйыу; отложить книгу китапты айырып алып ҡуйыу 2. һаҡлау, йыйып ҡуйыу; отложить деньги на пальто пальтоға аҡса һаҡлау 3. что (отсрочить) кисектереү; отложить доигрывание шахматной партии шахмат партияһын уйнап бөтөрөүҙе кисектереү 4. кого-что ; уст. (выпрячь) туғарыу; отложить лошадей аттарҙы туғарыу 5. что; биол. һалыу, сәсеү; отложить икру ыуылдырыҡ сәсеү 6. что; геол. ултырыу 7. (опустить) ҡайтарып ҡуйыу, төшөрөп ҡуйыу; отложить воротник яғаны төшөрөп ҡуйыу ♦ отложить в долгий ящик бик оҙаҡҡа һуҙыу
ОТЛОЖИТЬСЯ сов. 1. (осесть в виде слоя) ултырыу, ҡатлам булып ултырыу 2. перен. (запечатлеться ) тороп ҡалыу, иҫтә ҡалыу; отложиться в душе күңелдә тороп ҡалыу
ОТЛОЖНОЙ: отложной воротник ҡайтарма яға
ОТЛОМАТЬ сов. что һындырып алыу (төшөрөү, сығарыу); отломать сук ботаҡ һындырып алыу
ОТЛОМАТЬСЯ сов. һынып төшөү (сығыу)
ОТЛОМИТЬ сов. что һындырып алыу (төшөрөү), ватыу, ватып төшөрөү
786