ПОПОЛНИТЬ
на эләгеү; попасть пальцем в небо яҙа әйтеү, бик ныҡ яңылышыу
ПОПАСТЬСЯ сов. 1. эләгеү, тотолоу; попасться в капкан ҡапҡанға эләгеү; попасться на краже урлағанда тотолоу 2. кому; разг. осрау, тап булыу; попасться навстречу ҡаршы осрау 3. кому ҡулға төшөү (эләгеү); попалась хорошая книга яҡшы китап ҡулға эләкте ♦ попасться на глаза см. глаз; попасться на удочку см. удочка
ПОПАХИВАТЬ несов. чем и без доп.; разг. еҫе килеү, еҫләнә башлау; попахивает гарью көйөк еҫе килә; рыба попахивает балыҡ еҫләнә башлаған
ПОПЕРЁК нареч. и предлог 1. нареч. арҡыры, арҡырыға; распилить бревно поперёк бүрәнәне арҡырыға бысыу 2. нареч.; перен., разг. ҡаршы, кирегә; говорить поперёк ҡаршы һөйләү 3. предлог с род. п. арҡыры; копать траншею поперёк улицы урам арҡыры соҡор ҡаҙыу ♦ поперёк горла стать (встать и т.п.) см. горло
ПОПЕРЕМЕННО нареч. алмашлап, алмаш-тилмәш; читать попеременно алмашлап уҡыу
ПОПЕРЕЧИНА ж арҡыры ағас, арата; поперечина лестницы баҫҡыс аратаһы; поперечина ограждения кәртә аратаһы
ПОПЕРЕЧНИК м иңе, арҡырыһы; озеро километра четыре в поперечнике иңе дүрт километр тирәһе күл
ПОПЕРЕЧНЫЙ, -ая, -ое арҡыры; в поперечном разрезе арҡыры киҫелешендә; поперечная линия арҡыры һыҙыҡ ♦ поперечная пила арҡыры бысҡы
ПОПЕРХНУТЬСЯ сов. сәсәү, сәсәп китеү; поперхнуться чаем сәйгә сәсәү
ПОПЕРЧИТЬ и ПОПЕРЧИТЬ сов. что (әҙерәк) борослау, (әҙерәк) борос һибеү
ПОПЕТЬ сов. что и без доп. йырлап алыу
ПОПЕЧЕНИЕ с ҡарамаҡ, тәрбиәгә алыу, тәрбиәлә булыу, ҡайғыртыу; оставить на попечение чьё-л. кемдецдер ҡарамағына ҡалдырыу
ПОПЕЧИТЕЛЬ м и ПОПЕЧИТЕЛЬНИЦА ж 1. (опекун) бағыусы, ҡарап үҫтереүсе, тәрбиә итеүсе 2. попечитель (революциям тиклем Рәсәйҙә берәй тармаҡтың учреждениеларына етәкселек итецсе)
ПОПЕЧИТЕЛЬСТВО с попечителлек, попечитель вазифаһы, бағыусылыҡ
ПОПИВАТЬ несов.; разг. 1. что аҙлап эсеү, эсеү; сидит, чаёк попивает рәхәтләнеп сәй эсеп ултыра 2. (изредка выпивать) эскеләү
ПОПИРАТЬ несов. что; перен. боҙоу, һанға һуҡмау; попирать права чьи-л. берәйһенең хоҡуҡтарын һанға һуҡмау
ПОПИСАТЬ сов. что и без доп. яҙғылап алыу; хочу немного пописать бер аҙ яҙғылап алғым килә ♦ ничего не попишешь разг. бер ни ҙә эшләп булмай
ПОПИСЫВАТЬ несов. что и без доп.; разг., ирон. яҙғылау, яҙыштырыу; он пописывает в газетах ул гәзиткә яҙыштыра
ПОПИТЬ сов. что, чего и без доп. бер аҙ эсеү, эсеп алыу; попить холодной воды һалҡын һыу эсеп алыу
пОпка ж; разг. (ягодицы, обычно у ребёнка ) оса
ПОПЛАВОК м 1. ҡалҡыуыс; поплавок удочки ҡармаҡ ҡалҡыуысы; поплавок сети ау ҡалҡыуысы; поплавок гидросамолёта гидросамолёт ҡалҡыуысы 2. разг. йөҙгөс ресторан
ПОПЛАКАТЬ сов. илап алыу
ПО-ПЛАСТУНСКИ нареч. түш менән шыуышыу
ПОПЛАТИТЬСЯ сов. чем и без доп. язаһын күреү, кәрәген алыу, түләү; поплатиться за ошибку хата өсөн язаһын күреү
ПОПЛЕВАТЬ сов.; разг. төкөрөү, төкөрөп ҡуйыу
ПОПЛЁВЫВАТЬ несов.; разг. төкөргөләү, төкөрөштөрөү
ПОПЛЕСТИСЬ сов.; разг. һөйрәлеп барыу (килеү)
ПОПЛИН м поплин (туҡыма) ------------л .
ПОПЛИНОВЫЙ, -ая, -ое 1. поплин ...ы; поплиновый отрез поплин киҫәге 2. поплин, поплин-дан тегелгән; поплиновое платье поплин күлдәк
ПОПЛЫТЬ сов. йөҙә (аға) башлау, йөҙөп (ағып) китеү; поплыть к берегу ярға табан йөҙөп китеү; плот поплыл һал ағып китте
ПОПЛЯСАТЬ сов. что и без доп. бейеп алыу ♦ ты у меня попляшешь мин һине бейетермен әле, ҡыҙған табаға баҫтырырмын
ПОПОВСКИЙ, -ая, -ое разг. поп ...ы; поповский дом поп йорто
ПОПОЙКА ж; разг. эскелек, эске мәжлесе
ПОПОЛАМ нареч. 1. урталай, уртаға; распилить бревно пополам бүрәнәне уртаға бысыу 2. (на паях) уртаҡҡа; купить пополам что-л. нимәлер уртаҡҡа һатып алыу 3. (в смешении с чем-л.) яртылаш; молоко пополам с водой яртылаш һыу ҡушылған һөт
ПОПОЛЗЕНЬ м үрмәлсек турғай
ПОПОЛЗНОВЕНИЕ с йәшерен уй (ниәт), аҫтыртын ниәт
ПОПОЛЗТИ сов. шыуышып (үрмәләп, имгәкләп) китеү
ПОПОЛНЕНИЕ с1 . см. пополнить — пополнять, пополниться — пополняться; пополнение запасов һаҡламдарҙы тулыландырыу 2. воен. өҫтәлмә ғәскәр; на фронт прибыло пополнение фронтҡа өҫтәлмә ғәскәр килде
ПОПОЛНЕТЬ сов. см. полнеть
ПОПОЛНИТЬ сов. что, чем тулыландырыу, өҫтәү, арттырыу; пополнить запасы продовольствия аҙыҡ һаҡламдарын тулыландырыу; пополнить свои знания үҙ белемеңде арттырыу
125