ПРОГНОЗИРОВАТЬ
ПРОГНОЗИРОВАТЬ сов., несов. что прогноз яһау, алдан әйтеү, алдан әйтеп ҡуйыу
ПРОГНУТЬ сов. что бөгөү, эйелдереү, һығып төшөрөү; прогнуть пол иҙәнде эйелдереү
ПРОГНУТЬСЯ сов. бөгөлөү, һығылыу, ҡайышыу; половица прогнулась иҙән таҡтаһы ҡайышҡан
ПРОГОВАРИВАТЬ несов. см. проговорить 1
ПРОГОВАРИВАТЬСЯ несов. 1. см. проговориться 2. страд. от проговаривать
ПРОГОВОРИТЬ сов. 1. что и без доп. (произнести ) әйтеп алыу (ҡуйыу), әйтеү 2. (некоторое время) һөйләшеп (ваҡыт) уҙғарыу
ПРОГОВОРИТЬСЯ сов. ысҡындырыу, әйтеп (артыҡ һөйләп) ташлау; проговориться о своих намерениях үҙ уйҙарын һөйләп ташлау
ПРОГОЛОДАТЬСЯ сов. асығыу, ашағы килеү; дети проголодались балалар асыҡты
ПРОГОЛОСОВАТЬ сов. см. голосовать
ПРОГОН I м см. 1. прогнать — прогонять 1; прогон скота малдарҙы ҡыуыу 2. (дорога для выгона скота) көтөү юлы 3. спец. (просмотр спектакля, фильма) ҡарап сығыу, тотош ҡарау
ПРОГОН II м; архит. (опорная балка) өрлөк
ПРОГОНЯТЬ I несов. см. прогнать
ПРОГОНЯТЬ II сов. кого-что и без доп.; разг. ҡыуалау, ҡыуып йөрөтөү; прогонять машину целый день машинаны көн буйы ҡыуып йөрөтөү
ПРОГОРАТЬ несов. см. прогореть 1—3
прогореть сов. 1. (выгореть до дыр) янып тишелеү, тишелгәнсе яныу; сковорода прогорела таба тишелгәнсе янған 2. (сгореть) янып бөтөү; дрова прогорели утын янып бөттө 3. перен ., разг. (обанкротиться) яныу, юҡҡа сығыу; моё дело прогорело минең эш янды 4. (быть зажжённым в течение какого-л. времени) янып үткәреү, янып ултырыу (тороу); лампа прогорела всю ночь лампа төн буйына янып ултырҙы
ПРОГОРКЛЫЙ, -ая, -ое әсегән, иҫкергән, әсе тәм ингән (боҙолоуҙан); прогорклое масло әсегән май
ПРОГОРКНУТЬ сов. әсеү, әсе тәм инеү, боҙолоу, иҫкереү
ПРОГОСТИТЬ сов. ҡунаҡ булыу (булып ятыу)
ПРОГРАММА м; в разн. знач. программа; программа радиопередач радио тапшырыуҙар программаһы; учебная программа уҡыу программаһы; программа по математике математика буйынса программа; программа концерта концерт программаһы; программа партии фирҡәнең программаһы
ПРОГРАММИРОВАНИЕ с; спец. 1. см. программировать 2. (раздел прикладной математики ) программалау
ПРОГРАММИРОВАТЬ несов. что; спец. программалау, программа төҙөү (электрон хисаплау машиналарында)
ПРОГРАММНЫЙ, -ая, -ое в разн. знач. программа ...ы; обсуждение программных вопросов программа мәсьәләләрен тикшереү; программное выступление программа рәүешендәге сығыш
прогревАтель м; тех. ҡыҙҙырғыс, йылытҡыс
ПРОГРЕВАТЬ несов. см. прогреть
ПРОГРЕВАТЬСЯ несов. 1. см. прогреться 2. страд. от прогревать
ПРОГРЕМЕТЬ сов. 1. (прогрохотать) дөбөрләү, даңғыр-доңғор килеү (итеү), шалтырау, шалтыратыу, даңғырлау, доңғорлау; (о громе) күкрәү, гөрөлдәү; (о выстреле) яңғырау; прогремел гром күк күкрәне; прогреметь ключами асҡыстарҙы шалтыратыу; прогремела телега арба даңғыр-доңғор уҙып китте 2. перен. (прославиться ) яңғырау, шаулау, даны таралыу; их имена прогремели уларҙың исеме шауланы
прогресс м прогресс, алға барыш, алға китеш, үҫеш; прогресс техники техниканың үҫә барыуы; идти по пути прогресса үҫеш юлы менән барыу
ПРОГРЕССИВНОСТЬ ж алдынғылыҡ, прог-рессивлыҡ; прогрессивность идей идеяның ал-дынғылығы
ПРОГРЕССИВНЫЙ, -ая, -ое 1. (постепенно возрастающий) үҫә барған, арта бара торған, прогрессив; прогрессивная оплата труда хеҙмәткә прогрессив түләү 2. (передовой) алдынғы, прогрессив; прогрессивный взгляд алдынғы ҡараш; прогрессивное общество алдынғы йәмғиәт; прогрессивный деятель прогрессив эшмәкәр
ПРОГРЕССИРОВАТЬ несов. 1. (постепенно усиливаться) көсәйеү, көсәйә барыу; болезнь прогрессирует ауырыу көсәйә 2. (совершенствоваться ) алға барыу (китеү), үҫеү
прогрессия ж; мат. прогрессия, алға барыу, күбәйеү (арта йәки кәмей барыусы һандар рәте); геометрическая прогрессия геометрик прогрессия
прогрЕть сов. что үтәнән-үтә йылытыу, яғып ныҡ йылытыу, ҡыҙҙырыу
ПРОГРЕТЬСЯ сов. үтәнән-үтә йылыныу, ныҡ йылыныу, ҡыҙыу
ПРОГРОМЫХАТЬ сов.; разг. дөбөрләү, дөбөр-шатыр итеү, дығырлап үтеп китеү, күкрәү, яңғырау; прогромыхал гром дөбөр-шатыр итеп күк күкрәне
прогрохотать сов.; разг. гөрһөлдәү, дөбөрләү, гөрһөлдәп үтеп китеү, күкрәү, яңғырау
ПРОГРЫЗАТЬ несов. см. прогрызть
ПРОГРЫЗТЬ сов. что кимереп тишеү (тишеп сығарыу); мышь прогрызла дыру сысҡан кимереп тишек тишкән
200