Урыҫса-башҡортса һүҙлек, З. Ғ. Ураҡсин редакцияһында. II том. 270 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Урыҫса-башҡортса һүҙлек, З. Ғ. Ураҡсин редакцияһында. II том

РАЗОРИТЬСЯ
РАЗОРИТЬСЯ сов. 1. бөлөү, бөлгөнлөккә (хәйерселеккә) төшөү, мөлкәтһеҙ ҡалыу; предприниматель разорился эшҡыуар бөлдө 2. разг. (аҡса) тотоноу; разориться на сто рублей йөҙ һум тотоноу
РАЗОРУЖАТЬ несов. см. разоружить
РАЗОРУЖАТЬСЯ несов. 1. см. разоружиться 2. страд. от разоружать
РАЗОРУЖЕНИЕ с 1. см. разоружить — разоружать, разоружиться — разоружаться; разоружение армии противника дошман ғәскәрен ҡоралһыҙландырыу 2. ҡоралһыҙланыу; всеобщее и полное разоружение дөйөм һәм тулы ҡоралһыҙланыу; борьба за разоружение ҡоралһыҙланыу өсөн көрәш
РАЗОРУЖИТЬ сов. кого-что 1. прям., перен . ҡоралһыҙландырыу; разоружить роту ротаны ҡоралһыҙландырыу; идейно разоружить идея яғынан ҡоралһыҙландырыу 2. (лишить средств вооружения — о военных укреплениях, судах и т. п.) ҡоралдарҙы алыу; разоружить крепость нығытманан ҡоралдарҙы алыу 3. мор. ҡорамалдарын алыу (судноныц)
РАЗОРУЖИТЬСЯ сов. 1. прям., перен. ҡоралһыҙланыу, ҡорал ташлау; враг разоружился дошман ҡорал ташланы; идейно разоружиться идея яғынан ҡоралһыҙланыу 2. орудиеларҙы (ҡоралды) алыу; крепость разоружилась нығытманан орудиелар алынды
РАЗОРЯТЬ несов. см. разорить
РАЗОРЯТЬСЯ несов. 1. см. разориться 2. страд. от разорять
РАЗОСЛАТЬ сов. кого-что 1. таратыу, төрлө яҡҡа ебәреү; разослать письма төрлө яҡҡа хаттар ебәреү; разослать пригласительные билеты саҡырыу билеттары таратыу 2. (отправить всех или всё) ебәреү, ебәреп бөтөрөү; разослать всех курьеров курьерҙарҙың бөтәһен дә ебәреү
РАЗОСПАТЬСЯ сов.; разг. бик ҡаты һәм оҙаҡ йоҡлау
РАЗОСТЛАТЬ сов. что 1. түшәү, йәйеү; разостлать скатерть ашъяулыҡ йәйеү; разостлать палас балаҫ түшәү 2. (разложить тонким слоем по поверхности) таратып йәйеү, йәйеп һалыу 3. перен. һуҙыу, таратыу; разостлать траву для сушки үләнде киптерергә таратыу
РАзОсТЛАТЬсЯ сов. йәйелеү, түшәлеү; туман разостлался по земле томан ер өҫтөнә түшәлгән
РАЗОТКАТЬ сов. что; текст. биҙәкләп (нағышлап) туҡыу
РАЗОТКРОВЕННИЧАТЬСЯ сов.; разг. сер сисеү, асыҡтан-асыҡ (туранан-тура) һөйләп биреү
РАЗОХАТЬСЯ сов.; разг. ахылдарға тотоноу, ахылдығы сығыу
РАЗОХОТИТЬ сов. кого; разг. дәртләндереү, елкендереү, теләк уятыу
РАЗОХОТИТЬСЯ сов.; разг. дәртләнеп (елкенеп) китеү, теләк уяныу, ҡыҙығып (әүәҫләнеп) китеү
РАЗОЧАРОВАНИЕ с 1. (чувство неудовлетворённости ) күңел ҡайтыу (һүрелеү), төңөлөү, ҡәнәғәтһеҙлек; глубокое разочарование тәрән ҡәнәғәтһеҙлек 2. (потеря веры в кого-что -л.) ышаныс бөтөү (юғалыу), өмөт өҙөлөү; разочарование в друге дуҫҡа ышаныс бөтөү; разочарование в жизни тормоштан өмөт өҙөлөү
РАЗОЧАРОВАННОСТЬ ж өмөтһөҙлөк, ҡәнәғәтһеҙлек, төңөлгәнлек; разочарованность в будущем киләсәккә өмөтһөҙлөк
РАЗОЧАРОВАННЫЙ, -ая, -ое 1. прич. от разочаровать 2. прил. хыялы юҡҡа сыҡҡан, ышанысы юғалған, өмөтө өҙөлгән; разочарованный человек ышанысы юғалған кеше
РАЗОЧАРОВАТЬ сов. кого-что күңелен ҡайтарыу, өмөтөн өҙөү, ышанысын бөтөрөү (юғалтыу); разочаровать друзей дуҫтарҙың күңелен ҡайтарыу
РАЗОЧАРОВАТЬСЯ сов. күңел ҡайтыу (һүрелеү), өмөт өҙөлөү, ышаныс бөтөү (юғалыу); разочароваться в близких яҡындарға ышаныс юғалыу
РАЗОЧАРОВЫВАТЬ несов. см. разочаровать
РАЗОЧАРОВЫВАТЬСЯ несов. 1. см. разочароваться 2. страд. от разочаровывать
РАЗРАБАТЫВАТЬ несов. 1. см. разработать 2. табыу, (эшләп) сығарыу; разрабатывать известняк эзбиз сығарыу
РАЗРАБАТЫВАТЬСЯ несов. 1. см. разработаться 2. страд. от разрабатывать
РАЗРАБОТАТЬ сов. что 1. эшкәртеү, әҙерләү; разработать землю ерҙе эшкәртеү 2. камиллаштырыу, яҡшыртыу; разработать голос тауышты яҡшыртыу 3. тикшереү, әҙерләү, ентекләп эшләү; разработать вопрос һорауҙы ентекләп әҙерләү 4. горн. сығарып (эшкәртеп) алып бөтөрөү; рудник полностью разработан рудник тулыһынса эшкәртеп бөтөрөлгән
РАЗРАБОТАТЬСЯ сов. эшкәртелеү, әҙерләнеү
РАЗРАБОТКА ж 1. см. разработать — разрабатывать; разработка леса урман әҙерләү; разработка земли ер эшкәртеү 2. обычно мн. разработки (соображения, расчёты) эштәр, иҫәпләүҙәр, асыштар 3. сығарыу, табыу, сығарыу (эшкәртеү) юлы (ысулы); разработка торфа торф сығарыу; открытая разработка асыҡ юл менән сығарыу ысулы 4. мн. разработки (место добычи полезных ископаемых) сығарған урын; торфяные разработки торф сығарған урын
РАЗРАВНИВАТЬ несов. см. разровнять
РАЗРАВНИВАТЬСЯ несов. страд. от разравнивать
РАЗРАЖАТЬСЯ несов. см. разразиться
270