Урыҫса-башҡортса һүҙлек, З. Ғ. Ураҡсин редакцияһында. II том. 282 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Урыҫса-башҡортса һүҙлек, З. Ғ. Ураҡсин редакцияһында. II том

РАСКРАДЫВАТЬСЯ
РАСКРАДЫВАТЬСЯ несов. страд. от раскрадывать
РАСКРАИВАТЬ несов. см. раскроить
РАСКРАИВАТЬСЯ несов. страд. от раскраивать
РАСКРАСАВЕЦ м и РАСКРАСАВИЦА ж; разг. матур, сибәр, һылыу
РАСКРАСИТЬ сов. кого-что төрлө төҫкә буяу, буяп бөтөрөү, матурлап буяу; раскрасить альбом альбомды матурлап буяу
РАСКРАСИТЬСЯ сов. төрлө төҫкә буялыу, төҫлө булыу
РАСКРАСКА ж 1. см. раскрасить — раскрашивать 2. биҙәк, төҫ; яркая раскраска асыҡ төҫ; ситец пёстрой раскраски сыбар биҙәкле ситса
РАСКРАСНЕТЬСЯ сов. ныҡ ҡыҙарыу, ҡыҙарып китеү, ҡып-ҡыҙыл булыу; раскраснеться от мороза һыуыҡтан ныҡ ҡыҙарыу; глаза раскраснелись күҙҙәре ныҡ ҡыҙарған
РАСКРАСТЬ сов. что урлап бөтөрөү (китеү)
РАСКРАШЕННЫЙ, -ая, -ое 1. прич. от раскрасить 2. прил. буялған, буяулы; раскрашенные стены буяулы стеналар 3. прил.; разг. ныҡ (артыҡ) биҙәнгән (буялған); раскрашенная женщина ныҡ биҙәнгән ҡатын
РАСКРАШИВАТЬ несов. см. раскрасить
РАСКРАШИВАТЬСЯ несов. 1. см. раскраситься 2. страд. от раскрашивать
РАСКРЕПИТЬ сов. что; спец. терәүҙәрен алыу, ысҡындырып сығарыу; раскрепить балку урҙаны ысҡындырып сығарыу
РАСКРЕПИТЬСЯ сов.; спец. (терәүҙән) айырылыу (ысҡыныу), айырылып сығыу, бушау; подпорка раскрепилась терәү бушаған
РАСКРЕПЛЯТЬ несов. см. раскрепить
РАСКРЕПЛЯТЬСЯ несов. 1. см. раскрепиться 2. страд. от раскреплять
РАСКРЕПОСТИТЬ сов. кого-что 1. ист. крепостнойлыҡтан ҡотҡарыу (азат итеү); раскрепостить крестьян крәҫтиәндәрҙе крепостнойлыҡтан ҡотҡарыу 2. перен. азат итеү, иҙелеүҙән ҡотҡарыу; раскрепостить женщину ҡатын-ҡыҙҙы азат итеү
РАСКРЕПОСТИТЬСЯ сов. 1. ист. крепостнойлыҡтан ҡотолоу 2. перен. иҙеүҙән ҡотолоу, азат ителеү (булыу), азатлыҡҡа сығыу
РАСКРЕПОЩАТЬ несов. см. раскрепостить
РАСКРЕПОЩАТЬСЯ несов. 1. см. раскрепоститься 2. страд. от раскрепощать
РАСКРЕПОЩЕНИЕ с см. раскрепостить — раскрепощать, раскрепоститься — раскрепощаться; раскрепощение крестьян крәҫтиәндәрҙе крепостнойлыҡтан азат итеү; раскрепощение рабов ҡолдарҙы азат итеү
РАСКРИТИКОВАТЬ сов. ҡаты тәнҡитләү, ныҡ тәнҡит итеү, тетеп һалыу (ташлау); раскритиковать молодого автора йәш авторҙы ҡаты тәнҡитләү
РАСКРИТИКОВЫВАТЬ несов. см. раскритиковать
РАСКРИЧАТЬСЯ сов.; разг. 1. ҡысҡырырға тотоноу, ҡысҡыра башлау, шау-шыу күтәреү, тауыш (ғауға) ҡуптарыу; ребёнок раскричался бала ҡысҡырырға тотондо 2. аҡырыныу, аҡыра (екерә) башлау, аҡырырға (екерергә) тотоноу; раскричаться на детей балаларға аҡыра башлау
РАСКРОВЕНИТЬ сов. кого-что; прост. ҡанатыу, ҡанатып бөтөрөү; раскровенить руки ҡулдарҙы ҡанатып бөтөрөү
РАСКРОИТЬ сов. что 1. бесеү, киҫеү; раскроить платье күлдәк бесеү 2. разг. (рассечь) яра (вата) һуғыу, ярып (киҫеп) сығарыу
РАСКРОЙ м 1. см. раскроить — раскраивать 1; раскрой тканей тауарҙы бесеү 2. (то, что раскроено) беселгән әйбер, бесем
РАСКРОЙКА ж см. раскроить — раскраивать 1; система раскройки бесеү системаһы; способ раскройки киҫелеү (киҫелеш) рәүеше
РАСКРОЙНЫЙ, -ая, -ое бесеү ...ы, киҫеү ...ы; раскройный план киҫеү планы; раскройный цех бесеү цехы
РАСКРОМСАТЬ сов. что; разг. өҙгөләп (киҫәкләп, тураҡлап) бөтөрөү, киҫкеләп (тураҡлап, мөнтәп) ташлау; раскромсать бумагу ҡағыҙҙы киҫкеләп ташлау
РАСКРОШИТЬ сов. что ыуалтыу, тураҡлау, ваҡлап (тураҡлап, онтап) бөтөрөү; раскрошить хлеб икмәкте ваҡлап бөтөрөү
РАСКРОШИТЬСЯ сов. валсыҡланыу, ыуалыу, онталыу; булка раскрошилась күмәс валсыҡланған; зуб раскрошился теш ыуалған
РАСКРУТИТЬ сов. что 1. һүтеү, тағатыу; раскрутить верёвку арҡан һүтеү; раскрутить рулон төргәк тағатыу 2. прост. (развинтить) бороп бушатыу; раскрутить кран һемәкте бороп бушатыу 3. разг. (крутя, придать вращательное движение) ныҡ өйөрөлтөү (әйләндереү)
РАСКРУТИТЬСЯ сов. 1. һүтелеү, тағатылыу; канат раскрутился канат тағатылған 2. прост. (развинтиться) бушау 3. разг. ныҡ өйөрөлә (әйләнә) башлау
РАСКРУТКА ж см. раскрутить — раскручивать, раскрутиться — раскручиваться
РАСКРУЧИВАТЬ несов. см. раскрутить
РАСКРУЧИВАТЬСЯ несов. 1. см. раскрутиться 2. страд. от раскручивать
РАСКРЫВАТЬ несов. см. раскрыть
РАСКРЫВАТЬСЯ несов. 1. см. раскрыться 2. страд. от раскрывать
РАСКРЫТИЕ с см. раскрыть — раскрыться; раскрытие законов природы тәбиғәт ҡанундарын асыу; раскрытие противоречий ҡапма-ҡаршылыҡтарҙы асыу; раскрытие парашюта парашютты асып ебәреү
РАСКРЫТЫЙ, -ая, -ое 1. прич. от раскрыть 2. прил. асылған, асыҡ; раскрытая грудь асыҡ түш
282