Урыҫса-башҡортса һүҙлек, З. Ғ. Ураҡсин редакцияһында. II том. 287 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Урыҫса-башҡортса һүҙлек, З. Ғ. Ураҡсин редакцияһында. II том

РАСПОЛОЖЕННЫЙ
те тәмәке төтөнө бүлмәгә таралды 3. (размыться ) юйылыу (һыуҙан йәки башҡа шыйыҡлыҡтан ); буквы расплылись на бумаге ҡағыҙҙағы хәрефтәр юйылған 4. перен. асыҡ күренмәү, күренмәй башлау, бөләңгертләнеү; фигуры людей расплылись в сумраке кеше һындары ҡараңғыла күренмәй башланы 5. (располнеть) перен., разг. йыуанайыу, арҡырыға йәйелеү, лапшайыу 6. (уплыть в разные стороны) таралышыу, төрлө яҡҡа йөҙөп китеү (таралышыу); утки расплылись по озеру өйрәктәр күл буйлап төрлө яҡҡа таралышты
РАСПЛЮСНУТЬ сов.; разг. см. расплющить
РАСПЛЮСНУТЬСЯ сов.; разг. см. расплющиться
РАСПЛЮЩИВАТЬ несов. см. расплющить
РАСПЛЮЩИВАТЬСЯ несов. 1. см. расплющиться 2. страд. от расплющивать
РАСПЛЮЩИТЬ сов. что 1. ялпайтыу, йәмшәйтеү; расплющить шляпку гвоздя ҡаҙауҙың эшләпәһен ялпайтыу 2. (сильным ударом, давлением смять) һытыу, иҙеү, ялпайтыу; расплющить одним ударом бер һуғыуҙа ялпайтыу
РАСПЛЮЩИТЬСЯ сов. ялпайыу, йәмшәйеү, һытылыу, иҙелеү; гвоздь расплющился ҡаҙаҡ ялпайған
РАСПЛЯСАТЬСЯ сов.; разг. шашып (ҡотороп) бейеү; танцор расплясался бейеүсе шашып бейене
РАСПОДОБЛЕНИЕ с; лингв. оҡшашмау; расподобление звуков өндәрҙең оҡшашмауы
РАСПОЗНАВАЕМЫЙ, -ая, -ое 1. прич. от распознавать 2. прил. белеп (танып) була торған, асыҡларға мөмкин булған; распознаваемые признаки асыҡларға мөмкин булған билдәләр; распознаваемый голос танып була торған тауыш
РАСПОЗНАВАТЬ несов. см. распознать
РАСПОЗНАВАТЬСЯ несов. страд. от распознавать
РАСПОЗНАТЬ сов. кого-что 1. (определить по каким-л. признакам) белеү, таныу, асыҡлау, айырыу, билдәләү; распознать птиц ҡоштарҙы таныу 2. (разведать) белеү, һиҙеү; белеп (һиҙеп) алыу; распознать чужие намерения сит кешенең ниәттәрен һиҙеп алыу
РАСПОЛАГАТЬ I несов. см. расположить
РАСПОЛАГАТЬ II несов. 1. чем булыу, эйә (ҡулда) булыу; располагать фактами мәғлүмәттәргә эйә булыу; располагать свободным временем буш ваҡыт булыу 2. кем-чем (распоряжаться ) үҙе теләгәнсә эш итеү (файҙаланыу); располагать временем по собственному усмотрению ваҡытты үҙе теләгәнсә файҙаланыу; располагать большими средствами ҙур аҡсалар менән эш итеү 3. к чему (способствовать че-му-л.) ярҙам итеү, сәбәпсе булыу, булышыу, килтереү; свежий воздух располагает ко сну саф һауа йоҡо килтерә 4. с неопр.; уст. (наме
реваться ) ниәт итеү, -ға/-гә уйлау, -маҡ-сы/-мәксе булыу; располагать поехать в город ҡалаға китергә уйлау
РАСПОЛАГАТЬСЯ несов. 1. см. расположиться 2. страд. от располагать I
РАСПОЛАГАЮЩИЙ, -ая, -ее 1. прич. от располагать I; 2. прил. яғымлы, һөйкөмлө, мөләйем, үҙенә йәлеп итеп (тартып, ылыҡтырып) торған; располагающая речь яғымлы телмәр
РАСПОЛЗАТЬСЯ сов. шыуыша башлау, шыуышырға тотоноу
РАСПОЛЗАТЬСЯ несов. см. расползтись
РАСПОЛЗТИСЬ сов. 1. таралышыу, шыуышып китеп бөтөү, таралып китеү; тараканы расползлись тараҡандар таралып китте 2. (распространиться , стелясь) таралыу, йәйелеү; тучи расползлись болоттар таралды 3. перен., разг. (медленно, постепенно разойтись) яйлап (төрлө яҡҡа) таралышыу; расползлись по домам өйҙәренә яйлап таралыштылар 4. разг. (расплыться ) йәйелеү, йәйелеп китеү; чернила расползлись ҡара йәйелде 5. разг. (утратить отчётливые очертания) боҙолоу, йыуылыу, юйылыу; колеи на дорогах расползлись от дождя ямғырҙан юлдарҙағы тәгәрмәс эҙҙәре йыуылды; печать расползлась мисәт юйылды 6. перен., прост. (располнеть) йәйелеү, ҡалынайыу, йыуанайыу 7. разг. туҙыу, тетелеү, ылйырау; подкладка расползлась эслеге тетелгән
РАСПОЛНЕТЬ сов. йыуанайып (ҡалынайып, йәйелеп) китеү; сильно располнеть артыҡ йыуанайып китеү
РАСПОЛОЖЕНИЕ с 1. см. расположить 1, расположиться; расположение деталей де-талдәрҙең ҡуйылышы 2. урын, торған (урынлашҡан) ер (урын); расположение врага дошман торған ер 3. (порядок размещения чего-л.) урынлашыу тәртибе, урынлаштырылыш, төҙөлөш, тәртип; расположение комнат бүлмәләрҙең урынлашыуы 4. (симпатия) яйлашыу, күңел ятыу, яҡшы ҡараш, күңелгә оҡшау; чувствовать расположение к кому-л. кемгәлер күңел ятыу 5. (склонность) ынтылыш, тартылыу, һәүәҫлек, бирешеүсәнлек; расположение к музыке музыкаға һәүәҫлек; расположение организма к болезням организмдың ауырыуҙарға бирешеүсәнлеге 6. разг. (настроение) кәйеф, теләк; весёлое расположение шат кәйеф; проснуться в добром расположении изге теләктә уяныу ♦ расположение духа күңел ятыу, күңелгә хуш килеү
РАСПОЛОЖЕННЫЙ, -ая, -ое 1. прич. от расположить 2. к кому; прил. күңелгә оҡшаған (ятҡан), күңелгә яҡын, теләктәш, тартым; он к вам очень расположен һеҙ уның күңеленә бик яҡын 3. к чему и с неопр.; прил. теләге бар (юҡ), күңеле ятыу (ятмау), бирешеүсән, бирелеүсән; не расположен ехать барырға теләге юҡ
287