Урыҫса-башҡортса һүҙлек, З. Ғ. Ураҡсин редакцияһында. II том. 288 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Урыҫса-башҡортса һүҙлек, З. Ғ. Ураҡсин редакцияһында. II том

РАСПОЛОЖИТЬ
РАСПОЛОЖИТЬ сов. кого-что 1. урынлаштырыу, ҡуйыу, урынлаштырып (теҙеп) ҡуйыу; расположить мебель мебель урынлаштырыу; расположить слова по алфавиту һүҙҙәрҙе алфавит буйынса ҡуйыу 2. тартыу, ҡаратыу, ылыҡтырыу, йәлеп итеү; расположить к себе новых знакомых яңы таныштарҙы үҙеңә йәлеп итеү
РАСПОЛОЖИТЬСЯ сов. урынлашыу, ултырыу; расположиться удобно уңай урынлашыу; расположиться в вагоне вагонда урынлашыу
РАСПОЛОСОВАТЬ сов. кого-что; разг. 1. буй-буй йыртҡылау (телгеләү, ҡырҡҡылау); располосовать жесть ҡалайҙы буй-буй ҡырҡҡылау; располосовать на куски буй-буй өлөштәргә йыртҡылау 2. (избить, оставив на теле рубцы, раны в виде полос) һыҙыра ярыу, һыҙырыу; располосовать кнутом сыбыртҡы менән һыҙырыу
РАСПОР м; 1. спец. см. распереть 1 — распирать 1; 2. тех. баҫым көсө (ҡоролмаларҙа вертикаль таяуҙарҙың горизонталь йцнәлеш-тә баҫым яһауы)
РАСПОРКА ж терәү; ставить распорку терәү ҡуйыу
РАСПОРОТЬ сов. что 1. (йөй) һүтеү, һүтеп ташлау; распороть кофту кофта һүтеү; распороть узор биҙәк һүтеү 2. йыртыу, йыртып ебәреү; распороть кожу тире йыртыу 3. перен., разг. (внезапно и резко нарушить тишину) ярыу, ярып ебәреү; выстрел распорол тишину атыу тауышы тынлыҡты ярҙы
РАСПОРОТЬСЯ сов. һүтелеү; рукав распоролся ең һүтелгән
РАСПОРОЧНЫЙ, -ая, -ое спец. терәү ...ы; распорочный брус терәү бурсаһы
РАСПОРЯДИТЕЛЬ м и РАСПОРЯДИТЕЛЬНИЦА ж башлыҡ, (яуаплы) етәксе, ойоштороусы, алып барыусы; распорядитель кредитов кредиттар буйынса етәксе
РАСПОРЯДИТЕЛЬНОСТЬ ж ойоштороу (етәкселек итеү) оҫталығы; распорядительность командира командирҙың ойоштороу оҫталығы
РАСПОРЯДИТЕЛЬНЫЙ, -ая, -ое яҡшы етәкселек итә (ойоштора) белеүсе; распорядительный начальник яҡшы етәкселек итә белеүсе хужа
РАСПОРЯДИТЬСЯ сов. 1. о чём бойороу, ҡушыу, әмер (бойороҡ) биреү; распорядиться об отъезде ҡуҙғалыу тураһында бойороҡ биреү 2. чем етәкселек итеү, ойоштороу, шөғөлләнеү, идара итеү; распорядиться вечером кисә ойоштороу 3. кем-чем (употребить, найти применение ) тотоноу, ҡулланыу, файҙаланыу, эш итеү; распорядиться своим состоянием үҙ мөлкәте менән эш итеү
РАСПОРЯДОК м тәртип; распорядок дня көн тәртибе; правила внутреннего распорядка эске тәртип ҡағиҙәләре
РАСПОРЯЖАТЬСЯ несов. 1. см. распорядиться 2. чем и без доп. (управлять) эш алып барыу, идара итеү, етәкселек итеү, ойоштороу
РАСПОРЯЖЕНИЕ с 1. см. распорядиться — распоряжаться; распоряжение деньгами аҡса менән эш итеү 2. (приказание) бойороҡ, күрһәтмә, әмер; официальное распоряжение рәсми күрһәтмә; распоряжения по хозяйству хужалыҡ буйынса күрһәтмәләр ♦ в распоряжение кого-чего кем-нимә ҡарамағына; в распоряжении кого-чего кем-нимә ҡарамағында
РАСПОЯСАТЬ сов. кого-что билбауын сисеү (сисеп алыу); распоясать ребёнка баланың билбауын сисеү; распоясать платье күлдәктең билбауын сисеп алыу
РАСПОЯСАТЬСЯ сов. 1. билбауҙы сисеү (сисеп алыу); распоясаться и сесть за стол билбауҙы сисеү һәм өҫтәл артына ултырыу 2. перен ., разг. (утратить сдержанность) йүгәнһеҙләнеү, тыйнаҡһыҙланыу, ҡотороу, сығырынан сығыу; дети распоясались балалар ҡоторҙо
РАСПОЯСЫВАТЬ несов. см. распоясать
РАСПОЯСЫВАТЬСЯ несов. 1. см. распоясаться 2. страд. от распоясывать
РАСПРАВА ж яза, язалау, үс алыу; зверская расправа йыртҡыстарса яза; учинить расправу яза биреү
РАСПРАВИТЬ сов. что; в разн. знач. төҙәйтеү, турайтыу, тигеҙләү, яҙыу; расправить проволоку сымды төҙәйтеү; расправить складки юбки итәк бөрмәләрен тигеҙләү; расправить морщины йыйырсыҡтарҙы яҙыу; расправить крылья ҡанат йәйеү ♦ расправить крылья см. крыло
РАСПРАВИТЬСЯ I сов.; в разн. знач. турайыу, төҙәйеү, яҙылыу, тигеҙләнеү, йәйелеү; крылья расправились ҡанаттар йәйелде; морщины на лбу расправились маңлайҙағы йыйырсыҡтар яҙылды; складки расправились бөрмәләр тигеҙләнде
РАСПРАВИТЬСЯ II сов. 1. с кем-чем яза биреү, үс алыу, кәрәген биреү, иҫәпләшеү; расправиться с предателями хыянатсыларға яза биреү; расправиться с обидчиками рәнйетеүселәр менән иҫәпләшеү 2. перен., разг. (съесть всё) ашап бөтөү, теүәлләү, йыпырыу, йыпыртыу; расправиться с арбузом ҡарбузды йыпырыу
РАСПРАВЛЯТЬ несов. см. расправить
РАСПРАВЛЯТЬСЯ I несов. 1. см. расправиться I; 2. страд. от расправлять
РАСПРАВЛЯТЬСЯ II несов. см. расправиться II
РАСПРЕДЕЛЕНИЕ с см. распределить — распределять, распределиться — распределяться; распределение доходов килемдәрҙе бүлеү; распределение работы между сотрудниками хеҙмәткәрҙәргә эш бүлеү
288