Урыҫса-башҡортса һүҙлек, З. Ғ. Ураҡсин редакцияһында. II том. 298 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Урыҫса-башҡортса һүҙлек, З. Ғ. Ураҡсин редакцияһында. II том

РАСТЕРЯХА
аҙап, юғалып) ҡалыу; растеряться от волнения тулҡынланыуҙан ҡаушап ҡалыу
РАСТЕРЯХА м и ж; прост. асыҡ ауыҙ
РАСТЕЧЬСЯ сов. 1. ағып таралыу, ағып китеү (төрлө яҡҡа); чернила растеклись по скатерти ҡара ашъяулыҡ буйлап ағып китте 2. (расплыться ) йәйелеү, йәйелеп китеү; буквы растеклись по бумаге ҡағыҙҙа хәрефтәр йәйелеп китте 3. перен. (разойтись в разные стороны) таралыу, таралып китеү; толпа растеклась халыҡ төркөмө таралды 4. перен. таралыу, йәйелеү, йүгереү; румянец растёкся по лицу йөҙөнә ҡыҙыллыҡ йүгерҙе
РАСТИ несов. 1. в разн. знач. үҫеү, буйға етеү; трава растёт үлән үҫә; расти в деревне ауылда үҫеү; растут новые города яңы ҡалалар үҫә; таланты растут таланттар үҫә 2. (увеличиваться количественно) артыу, үҫеү, ҙурайыу, күбәйеү; (в размерах) үҫеү, ҙурайыу; (в объёме) артыу, күбәйеү; доходы растут килем арта
РАСТИРАТЬ несов. см. растереть
РАСТИРАТЬСЯ несов. 1. см. растереться 2. страд. от растирать
РАСТИРОЧНЫЙ, -ая, -ое спец. ыуа (ыуына) торған; растирочное масло ыуына торған май
РАСТИТЕЛЬНОСТЬ ж 1. үҫемлек, үҫемлектәр донъяһы; растительность Урала Уралдың үҫемлектәр донъяһы 2. разг. (волосы на голове ) сәс; (на теле) йөн; (на лице) төк, һаҡал-мыйыҡ
РАСТИТЕЛЬНЫЙ, -ая, -ое 1. үҫемлек ...ы; растительный мир үҫемлектәр донъяһы; растительное масло үҫемлек майы 2. (относящийся к росту организмов) үҫеү ...ы; растительный процесс үҫеү процесы
РАСТИТЬ несов. кого-что; прям., перен. үҫтереү, тәрбиәләү, тәрбиәләп үҫтереү; растить цветы сәскәләр үҫтереү; растить детей балалар тәрбиәләп үҫтереү; заботливо растить кадры кадрҙарҙы хәстәрләп үҫтереү
РАСТЛЕВАТЬ несов. см. растлить
РАСТЛЕВАТЬСЯ несов. 1. см. растлиться 2. страд. от растлевать
РАСТЛЕННЫЙ, -ая, -ое книжн. аҙғын, боҙоҡ; растленный человек аҙғын кеше
РАСТЛИТЕЛЬ м; книжн. аҙғын кеше, боҙоҡлоҡҡа өйрәтеүсе, юлдан яҙҙырыусы
РАСТЛИТЬ сов. книжн. 1. кого көсләү, мыҫҡыллау; растлить девочку ҡыҙ баланы көсләү 2. кого-что; перен. аҙҙырыу, юлдан яҙҙырыу, боҙоҡлоҡҡа өйрәтеү; растлить душу күңелде аҙҙырыу
РАСТЛИТЬСЯ сов.; книжн. аҙыу, юлдан яҙыу, боҙолоу
РАСТОЛКАТЬ сов. кого-что; разг. 1. ян-яҡҡа эткеләү, этеп-төртөп таратыу (юл асыу); растолкать толпу халыҡ төркөмөн этеп-төртөп юл асыу 2. (разбудить) төрткөләп уятыу;
растолкать спящих йоҡлаусыларҙы төрткөләп уятыу
РАСТОЛКОВАТЬ сов. что аңлатыу, төшөндөрөү, аңлатып (төшөндөрөп) биреү; растолковать решение задачи мәсьәләнең сиселешен төшөндөрөп биреү
РАСТОЛКОВЫВАТЬ несов. см. растолковать
РАСТОЛОЧЬ сов. что төйөү, төйөп онтау (ваҡлау); растолочь перец боросто төйөү
РАСТОЛСТЕТЬ сов. ныҡ йыуанайыу, ҡалынайыу, йыуанайып китеү
РАСТОПИТЬ I сов. что яғыу, яғып (яндырып, тоҡандырып) ебәреү; растопить печку мейескә яғып ебәреү
РАСТОПИТЬ II сов. что иретеү; растопить воск балауыҙ иретеү; растопить сало сусҡа майы иретеү
РАСТОПИТЬСЯ I сов. янып китеү, дөрләп (ҡыҙып) яна башлау; печь растопилась мейес дөрләп яна башланы
РАСТОПИТЬСЯ II сов. иреү, иреп бөтөү; масло растопилось май иреп бөттө
РАСТОПКА ж 1. см. растопить I — растапливать I — растоплять I; растопка печей мейестәргә яғыу 2. собир.; разг. сыра; берёзовая растопка ҡайын сыра; сырая растопка еүеш сыра
РАСТОПЛЯТЬ I несов. см. растопить I
РАСТОПЛЯТЬ II несов. см. растопить II
РАСТОПЛЯТЬСЯ I несов. 1. см. растопиться I; 2. страд. от растоплять I
РАСТОПЛЯТЬСЯ II несов. 1. см. растопиться II; 2. страд. от растоплять II
РАСТОПОЧНЫЙ, -ая, -ое разг. тоҡандыра торған, сыраға яраҡлы
РАСТОПТАТЬ сов. 1. кого-что тапау, тапап китеү (ватыу, иҙеү); растоптать цветок сәскәне тапау 2. что; прост. кейеп иркенәйтеү (киңәйтеү); растоптать сапоги итекте кейеп киңәйтеү
РАСТОПТАТЬСЯ сов.; прост. кейелеп (кейә-кейә) иркенәйеү, киңәйеү; ботинки растоптались ботинка кейә-кейә иркенәйҙе
РАСТОПЫРИВАТЬ несов. см. растопырить
РАСТОПЫРИВАТЬСЯ несов. 1. см. растопыриться 2. страд. от растопыривать
РАСТОПЫРИТЬ сов. что; разг. тарбайтыу, айырыу; растопырить пальцы бармаҡтарҙы тарбайтыу
РАСТОПЫРИТЬСЯ сов.; разг. тарбайыу; ветви растопырились ағас ботаҡтары тарбайған
РАСТОРГАТЬ несов. см. расторгнуть
РАСТОРГАТЬСЯ несов. страд. от расторгать
РАСТОРГНУТЬ сов. что өҙөү, туҡтатыу, юҡҡа сығарыу; расторгнуть договор килешеүҙе өҙөү; расторгнуть брак никахты өҙөү
РАСТОРГОВАТЬ сов. кого-что; прост. һатыу, һатып бөтөрөү; расторговать весь товар бөтә тауарҙы һатып бөтөрөү
298