Урыҫса-башҡортса һүҙлек, З. Ғ. Ураҡсин редакцияһында. II том. 359 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Урыҫса-башҡортса һүҙлек, З. Ғ. Ураҡсин редакцияһында. II том

СВЕТИЛО
СВЕРЧОК м өй сиңерткәһе; стрекотание сверчка өй сиңерткәһе сөрөлдәүе
СВЕРШАТЬ несов. см. свершить
СВЕРШАТЬСЯ несов. 1. см. свершиться 2. страд. от свершать
СВЕРШЕНИЕ с; высок. см. свершить — свершать, свершиться — свершаться; свершение подвига батырлыҡ күрһәтеү
СВЕРШИТЬ сов.; высок. см. совершить СВЕРШИТЬСЯ сов.; высок. см. совершиться СВЕРЩИК м и СВЕРЩИЦА ж сағыштырыусы, сағыштырып төҙәтеүсе
СВЕРЯТЬ несов. см. сверить
СВЕРЯТЬСЯ несов. 1. см. свериться 2. страд. от сверять
свЕситьI сов. 1. һалындырыу, һалбыратыу, һәлберәтеү, аҫылындырыу; свесить ноги аяҡтарҙы һалындырыу 2. (склонить) аҫҡа (түбән) эйеү (төшөрөү); свесить голову башты түбән эйеү
свЕсить II сов.; разг. (взвесить) үлсәү, үлсәп алыу; свесить килограмм хлеба бер килограмм икмәк үлсәп алыу
свеситься I сов. 1. (повиснуть) һалыныу, һалынып төшөү (тороу), һалбырау, һалбырап төшөү (тороу), аҫылыныу, аҫылынып тороу; ветки свесились до земли ботаҡтар ергә тиклем һалынып төшкән 2. (склониться) эйелеү, аҫҡа (түбән) эйелеү (бөгөлөү), аҫҡа (түбән) һалыныу; ива свесилась над рекой йылға өҫтөнә тал һалынып тора
свеситься II сов.; прост. (взвеситься ) үлсәнеү
СВЕСТИ сов. 1. етәкләп төшөрөү; свести лошадь в воду атты һыуға етәкләп төшөрөү; свести ребёнка по лестнице баланы баҫҡыстан етәкләп төшөрөү 2. илтеү, илтеп ҡуйыу (ташлау); свести детей в детский сад балаларҙы балалар баҡсаһына илтеп ҡуйыу 3. разг. см. сводить; свести детей в цирк балаларҙы циркка алып барыу 4. на кого-что (дать иное направление) бороу, бороп ебәреү; свести разговор на другую тему һүҙҙе икенсегә бороу 5. (увести на другое место) бороу; свести лошадь с дороги атты юлдан бороу 6. прост. йәшерен (урлап) алып китеү; свести корову со двора ишек алдынан һыйырҙы урлап алып китеү 7. юҡ итеү, бөтөрөү (һипкел, тап, сөйәлгә ҡарата); свести пятно с платья күлдәктәге тапты бөтөрөү; свести веснушки с лица биттәге һипкелде бөтөрөү 8. во что (соединить вместе) йыйыу, туплау, ҡушыу, төркөмләү; свести отряды в полк отрядтарҙы полкка ҡушыу 9. разг. ҡауыштырыу, осраштырыу, күрештереү; свести с подругой әхирәт менән осраштырыу 10. (сблизить) тоташтырыу, тура килтереү, йыйырыу, яҡынлаштырыу; свести брови ҡаш йыйырыу; свести мост күперҙе тоташтырыу 11. что обычно безл. көҙән йыйырыу, тартышыу; свело ногу аяҡты көҙән йыйырҙы
359
12. разг. (перевести) төшөрөү, күсереү; свести рисунок на папиросную бумагу һүрәтте папирос ҡағыҙына күсереү 13. к чему, до чего, на что ҡалдырыу, ҡыҫҡартыу; свести расходы к минимуму сығымдарҙы иң аҙға ҡалдырыу ♦ свести в могилу см. могила; свести концы с концами см. конец; свести на нет юҡҡа сығарыу, юҡ булыу; свести с ума см. ум; свести счёты: 1) иҫәп-хисапты өҙөү, иҫәпләшеү; 2) үс алыу, үс ҡайтарыу
СВЕСТИСЬ сов. 1. к чему, на что (ҡайтып) ҡалыу; расходы свелись к минимуму сығымдар минимумға ҡалды 2. (ограничиться чем-л.) ҡайтып ҡалыу, сикләнеү; всё свелось к разговору бөтәһе лә һөйләшеүгә ҡайтып ҡалды 3. (исчезнуть с поверхности чего-л.) юҡ булыу, бөтөү; жирное пятно свелось май табы бөттө
СВЕТ I м 1. яҡтылыҡ, яҡты, нур; солнечный свет ҡояш яҡтыһы; свет луны ай яҡтыһы; дневной свет көндөҙгө яҡтылыҡ, көн яҡтыһы; электрический свет электр яҡтыһы; скорость света яҡтылыҡ тиҙлеге; свет свечи май шәм яҡтыһы 2. разг. (рассвет) таң, таң атыу; ещё три часа до света таң атыуға өс сәғәт бар 3. (источник освещения) ут; зажечь в комнате свет бүлмәлә ут тоҡандырыу 4. перен. сатҡы, нур; свет счастья бәхет нуры; свет надежды өмөт сатҡыһы ♦ свет очей күҙ нуры; в свете чего нимәлер күҙлегенән сығып; ни свет ни заря бик иртә, ҡара таңдан, таң тишегенән; пролить свет асыҡлау, асыҡлыҡ индереү, төшөндөрөп биреү; свету (света) невзвидеть см. невзвидеть
СВЕТ II м 1. (вселенная) донъя, ер йөҙө, йыһан; страны света донъя илдәре; путешествие вокруг света донъя тирәләй сәйәхәт 2. уст. (общество ) барлыҡ кешеләр, халыҡ 3. (высшее общество ) йәмғиәттең (иң) алдынғы вәкилдәре (кешеләре), элита ♦ белый свет яҡты донъя; на край света ҡош та осоп етмәҫ ергә, ер сигенә, йәһәннәм тишегенә; тот свет теге донъя; ни за что на свете һис бер ваҡытта ла, бер ҡасан да, һис тә, бер нисек тә; отправить на тот свет см. отправить; отправиться на тот свет см. отправиться; явиться (появиться) на свет: 1) донъяға килеү (тыуыу); 2) донъяға сығыу, донъя күреү (баҫылып сығыу — китап һ. б.); на свет не глядел бы см. глядеть; на чём свет стоит (ругать) эттән алып эткә һалыу, эт тиреһен битенә ҡаплау; свет (не) клином сошёлся см. клин; сжить со света көн күрһәтмәү, яҡты донъянан ебәреү, башына етеү, ҡәбергә индереү
СВЕТАТЬ несов. безл. таң атыу, яҡтыра башлау, яҡтырыу
светЕц м сыра ҡыҫтырғыс
свЕтик м (обычно со словом “мой” или именем собственным) күҙ нурым
СВЕТИЛО с 1. яҡтыртҡыс; солнце — дневное светило ҡояш — көндөҙгө яҡтыртҡыс 2. чего, какое атаҡлы (данлыҡлы) кеше; светило