Урыҫса-башҡортса һүҙлек, З. Ғ. Ураҡсин редакцияһында. II том. 414 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Урыҫса-башҡортса һүҙлек, З. Ғ. Ураҡсин редакцияһында. II том

СМОНТИРОВАТЬ
2. (содержащий смолу) ыҫмалалы, сайырлы; смоляная пихта сайырлы аҡ шыршы 3. (смолёный ) ыҫмалаланған; смоляной канат ыҫмалаланған арҡан 4. (о цвете) ҡап-ҡара, дөм ҡара; смоляные волосы дөм ҡара сәс
СМОНТИРОВАТЬ сов. см. монтировать; смонтировать агрегат агрегатты монтажлау
СМОРГНУТЬ сов. что (керпек) ҡағыу, (керпек ҡағып) ағыҙыу (төшөрөү); сморгнуть слезу күҙ йәшен төшөрөү ♦ не сморгнув (глазом) (сделать) оҙаҡ уйлап тормай (эшләү)
СМОРИТЬ сов. кого-что; прост. 1. йонсотоу, интектереү, яфалау; сморить голодом аслыҡ менән интектереү 2. (одолеть — о сне) йоҡо баҫыу, ойой башлау, ойотоу
сморкаться” несов. һемгереү
СМОРОДИНА ж ҡарағат (ҡыуағы һәм емеше ); белая смородина аҡ ҡарағат; красная смородина ҡыҙыл ҡарағат; чёрная смородина ҡара ҡарағат
СМОРОДИННЫЙ и СМОРОДИНОВЫЙ, - ая, - ое ҡарағат ...ы; смородинный куст ҡарағат ҡыуағы; смородиновое варенье ҡарағат ҡайнатмаһы
СМОРОЗИТЬ сов. что; прост. йүнһеҙ һүҙ ысҡындырыу, кәрәкмәгән һүҙ әйтеп ебәреү
СМОРЧОК м 1. бот. (гриб) бүрекбаш бәшмәк 2. прост. (о маленьком, невзрачном человеке ) иргәйел, кәрлә, ҡураныс кеше
СМОРЩЕННЫЙ, -ая, -ое 1. прич. от сморщить 2. прил. йыйырсыҡ менән ҡапланған, йыйырсыҡлы, сирыш; сморщенное лицо йыйырсыҡлы бит 3. прил. ҡурышып (сирышып, бөрөшөп, йомарланып, бөтәрләнеп, ойпаланып) бөткән; сморщенный тулуп бөтәрләнеп бөткән толоп
СМОРЩИВАТЬ несов. см. сморщить
СМОРЩИВАТЬСЯ несов. 1. см. сморщиться 2. страд. от сморщивать
СМОРЩИТЬ сов. что 1. йыйырыу, йыйырсыҡландырыу, сирыу, сирылтыу; сморщить нос танау йыйырыу 2. (съёжить, покоробить) ойпа-лап (йомарлап, бөтәрләнеп) бөтөү; сморщить покрывало япманы ойпалап бөтөү
СМОРЩИТЬСЯ сов. 1. йыйырылыу, йыйырсыҡланыу; его лоб сморщился маңлайы йыйырсыҡланды 2. сырай (йөҙ) һытыу; сморщиться от боли ауыртыуҙан сырай һытыу 3. (съёжиться, покоробиться) ойпаланып (йомарланып) бөтөү; бумага сморщилась ҡағыҙ ойпаланып бөткән
СМОТАТЬ сов. что 1. йомғаҡлау, йомғаҡ итеп урау; смотать нитки в клубок епте йомғаҡ итеп урау 2. (мотая, снять) һүтеү, һүтеп урау, урап алыу; смотать нить с катушки кәтүктәге епте урап алыу ♦ смотать удочки прост. тайыу, шылыу, табан ялтыратыу, һыпыртыу
СМОТАТЬСЯ сов. 1. йомғаҡланыу, йомарланыу 2. прост. шылыу, һыпыртыу, тайыу; смотаться домой өйгә һыпыртыу
СМОТКА ж см. смотать — сматывать
СМОТР м смотр, байҡама, ҡарап (байҡап) тикшереү; смотр войскам ғәскәрҙәргә смотр үткәреү; смотр детской художественной самодеятельности балаларҙың үҙешмәкәр сәнғәт смотры смотрЕть несов. 1. ҡарау, ҡарап сығыу; смотреть кинофильм кинофильм ҡарау; смотреть в окно тәҙрәгә ҡарау; смотреть на небо күккә ҡарау 2. за кем-чем (наблюдать, заботиться ) күҙәтеү, һаҡлау, ҡарау, күҙ-ҡолаҡ булыу; смотреть за детьми балаларға күҙ-ҡолаҡ булыу; смотреть за порядком тәртип һаҡлау 3. на кого-что ; разг. (брать пример с кого-л., считаться с кем-л.) ҡарау, өлгө алыу; смотреть на старших өлкәндәрҙән үрнәк алыу 4. перен. ҡарау, баһа биреү; как вы смотрите на это событие? был ваҡиғаға нисек ҡарайһығыҙ? 5. кого-что (осматривать ) ҡарау, тикшереү, тикшереп ҡарау; смотреть больного ребёнка ауырыу баланы тикшереп ҡарау 6. что (знакомиться) ҡарау, танышыу, ҡарап тикшереү; смотреть тиражную таблицу отош тиражы менән танышыу; смотреть выставку күргәҙмәне ҡарау 7. повел. смотри(те) ҡара(ғыҙ) әле; смотрите, какая красивая девушка ҡарағыҙ әле, ниндәй сибәр ҡыҙ ♦ куда смотрит? ҡайҙа ҡарай икән?, ни эшләп бер ҙә иғтибар итмәй?; смотреть прямо (смело) в глаза см. глаз; смотреть волком бүре һымаҡ ҡарау (ныҡ асыуланғанда); смотреть молодцом шәп (дәртле, йәш) күренеү; смотреть сквозь пальцы бармаҡ аша ҡарау; смотреть другими глазами см. глаз; смотреть смерти в глаза см. глаз; смотреть в лицо см. лицо; смотреть в корень см. корень смотреться несов. 1. во что үҙ-үҙенә ҡарау, ҡараныу; смотреться в зеркало көҙгөгә ҡараныу 2. ҡаралыу, күренеү; фильм хорошо смотрится фильм яҡшы ҡарала; платье отлично смотрится күлдәк матур күренә 3. см. видеться 1; 4. страд. от смотреть 5, 6
СМОТРИНЫ мн. ҡыҙ ҡарау (күреү) (урыҫтарҙың буласаҡ килен менән танышыу йолаһы )
СМОТРИТЕЛЬ м и СМОТРИТЕЛЬНИЦА ж күҙәтсе, күҙәтеп (байҡап) тороусы, ҡарауылсы, байҡаусы, ҡараусы; смотритель склада склад ҡараусыһы
СМОТРИТЕЛЬСКИЙ, -ая, -ое күҙәтсе ...ы, ҡараусы ...ы; смотрительская должность күҙәтсе вазифаһы
СМОТРОВОЙ, -ая, -ое 1. ҡарау ...ы, күҙәтеү ...ы; смотровое стекло күҙәтеү быялаһы; смотровая щель в танке танкылағы күҙәтеү еге 2. смотр ...ы, байҡама ...ы; смотровая комиссия смотр комиссияһы
СМОЧИТЬ сов. что еүешләү, сылатыу, һыу тейҙереү, һыулау; смочить волосы сәсте еүешләү; смочить вату йодом мамыҡты йод менән сылатыу
414