Урыҫса-башҡортса һүҙлек, З. Ғ. Ураҡсин редакцияһында. II том. 424 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Урыҫса-башҡортса һүҙлек, З. Ғ. Ураҡсин редакцияһында. II том

СОГЛАСНЫЙ
согласный II, -ая, -ое 1. риза; я согласен на все условия мин бөтә шарттарға ла риза 2. (дружный) татыу, берҙәм; согласная семья татыу ғаилә; согласная работа берҙәм эш 3. (гармоничный) ҡолаҡҡа ятышлы, матур яңғырашлы, аһәңле, төҙөк; согласный напев ҡолаҡҡа ятышлы көй
СОГЛАСОВАНИЕ с 1. см. согласовать — согласоваться 1; 2. грам. ярашыу; согласование подлежащего и сказуемого эйә менән хәбәрҙең ярашыуы
СОГЛАСОВАННОСТЬ ж килештереүсәнлек, берҙәмлек, ярашыусанлыҡ; согласованность действий эш-хәрәкәттең берҙәмлеге
СОГЛАСОВАННЫЙ, -ая, -ое 1. прич. от согласовать 2. прил. килешеп (һөйләшеп) эшләнгән, берҙәм; согласованные решения килешеп эшләнгән ҡарар
СОГЛАСОВАТЬ сов. что 1. (привести в соответствие ) яраштырыу, килешеү, тура килтереү; согласовать планы работы эш пландарын килешеү 2. (выработать единое мнение) бергәләп хәл итеү (һөйләшеү), уртаҡ фекергә килеү, ризалыҡ алыу; согласовать вопрос мәсьәләне бергәләп хәл итеү 3. грам. яраштырыу; согласовать сказуемое с подлежащим хәбәр менән эйәне яраштырыу
СОГЛАСОВАТЬСЯ 1. сов., несов. ярашлы булыу, тура килеү; новое постановление согласуется с прежним яңы ҡарар элеккеһенә тура килә 2. только несов.; грам. ярашыу
СОГЛАСОВЫВАТЬ несов. см. согласовать
СОГЛАСОВЫВАТЬСЯ несов. 1. см. согласоваться 2. страд. от согласовывать
СОГЛАШАТЕЛЬ м килешеүсе, килешеп ҡараусы, аумаҡай
СОГЛАШАТЕЛЬСКИЙ, -ая, -ое килешеүсән-лек ...ы, килешеп ҡараусанлыҡ ...ы, аумаҡайлыҡ ...ы; соглашательская политика килешеү-сәнлек сәйәсәте
СОГЛАШАТЕЛЬСТВО с килешеүсәнлек, килешеп ҡараусанлыҡ, аумаҡайлыҡ
СОГЛАШАТЬ несов. см. согласить
СОГЛАШАТЬСЯ несов. 1. см. согласиться 2. страд. от соглашать
СОГЛАШЕНИЕ с 1. (взаимное согласие) үҙ-ара килешеү 2. (договор) килешеү; международные соглашения халыҡ-ара килешеүҙәр; соглашение о перемирии тыныслыҡ хаҡында килешеү
СОГЛЯДАТАЙ м шымсы, күҙәтсе
СОГНАТЬ сов. кого-что 1. (прогнать) ҡыуыу, ҡыуып ебәреү (төшөрөү); согнать муху себенде ҡыуыу 2. что (удалить, уничтожить) бөтөрөү, юҡҡа сығарыу, юҡ итеү; согнать снег с полей баҫыуҙарҙан ҡарҙы бөтөрөү согнать веснушки һипкелдәрҙе юҡ итеү 3. (заставить сойтись ) (ҡыуып) бер урынға йыйыу (туплау); согнать стадо к речке көтөүҙе һыулауға ҡыуыу
424
4. (о сплаве чего-л.) ҡыуғынлау, ҡыуыу ♦ согнать вес ауырлыҡты кәметеү, ябығыу (махсус саралар ярҙамында); согнать семь потов ҡара тиргә батырыу; согнать сон йоҡоһон асыу (ҡасырыу)
СОГНУТЫЙ, -ая, -ое 1. прич. от согнуть 2. прил. (сгорбленный) бөкрө, бөкрәйгән, кәкрәйгән, кәкре, көмрө; согнутый старик бөкрәйгән ҡарт 3. прил. бөкләнгән; согнутый палец бөкләнгән бармаҡ
СОГНУТЬ сов. 1. что бөгөү, кәкрәйтеү; согнуть проволку сымды бөгөү 2. (наклонить) эйеү, ауыштырыу; согнуть берёзу ҡайынды эйеү 3. (свести под углом в суставе) бөкләү; согнуть палец бармаҡты бөкләү; согнуть ноги аяҡтарҙы бөкләү 4. (склонить) бөкрәйтеү, көмрәйтеү; согнуть спину арҡаны бөкрәйтеү 5. перен. (сделать покорным) бөгөү, ҡаҡшатыу, хәл-дарман-ды (көс-ҡеүәтте) алыу, бирештереү; неудачи не согнули его уңышһыҙлыҡтар уны ҡаҡшатманы ♦ согнуть в бараний рог см. бараний; согнуть в три погибели: 1) ныҡ иңкәйтеү, бөгөү; 2) йәберләп (яфалап) буйһондороу, бик ныҡ ҡыҫыу
СОГНУТЬСЯ сов. 1. бөгөлөү, кәкрәйеү; гвоздь согнулся сөй кәкрәйҙе; удилище согнулось ҡармаҡ һабы бөгөлдө 2. эйелеү, ауыш хәлгә килеү; деревья согнулись ағастар эйелде 3. бөкләнеү; ноги согнулись аяҡтар бөкләнде 4. бөкрәйеү, көмрәйеү, бөксәйеү; согнуться в седле эйәрҙә бөксәйеп ултырыу; старик согнулся ҡарт көмрәйгән 5. перен. (покориться чьей-л. силе) баш эйеү, буйһоноу, бөгөлөп төшөү, еңелеү, бирешеү
СОГРЕВАНИЕ с см. согревать — согреваться
СОГРЕВАТЕЛЬНЫЙ, -ая, -ое 1. йылыта торған; согревательный прибор йылыта торған прибор 2. в знач. сущ. согревательное с; разг. йылытҡыс (иҫерткес эсемлеккә ҡарата)
СОГРЕВАТЬ несов. см. согреть
СОГРЕВАТЬСЯ несов. 1. см. согреться 2. страд. см. согревать
СОГРЕВАЮЩИЙ, -ая, -ее 1. прич. от согревать 2. прил. йылыта торған; согревающий напиток йылыта торған эсемлек; согревающий компресс йылыта торған боҫлама
СОГРЕТЬ сов. кого-что 1. йылытыу, йылытып алыу; согреть воду һыу йылытыу; согреть ноги аяҡтарҙы йылытыу 2. перен. (утешить, ободрить ) күңелен күтәреү, йыуатыу, тынысландырыу согреться сов. йылыныу; вода согрелась һыу йылынды; согреться чаем сәй эсеп йылыныу
СОГРЕШИТЬ сов. см. грешить 1
СОДА ж сода; чайная сода аш (сәй) содаһы; каустическая сода кер содаһы, каустик сода
СОДЕЙСТВИЕ с ярҙам, булышлыҡ; при содействии ярҙамы (булышлығы) менән, ярҙамында, булышлығында
СОДЕЙСТВОВАТЬ сов., несов. кому-чему ярҙам итеү (күрһәтеү), булышлыҡ итеү (күрһәтеү), булышыу