Урыҫса-башҡортса һүҙлек, З. Ғ. Ураҡсин редакцияһында. II том. 426 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Урыҫса-башҡортса һүҙлек, З. Ғ. Ураҡсин редакцияһында. II том

СОЕДИНИТЬСЯ
СОЕДИНИТЬСЯ сов. 1. ҡушылыу, берләшеү; рабочие соединились эшселәр берләштеләр 2. ялғаныу, тоташыу; провода соединились сымдар тоташҡан 3. бәйләнеү; соединиться браком никах менән бәйләнеү 4. (установить связь) һөйләшеү, хәбәрләшеү, элемтә (бәйләнеш) тотоу; соединиться по телефону телефон аша бәйләнеш тотоу 5. (совместиться) берегеү, бергә килеү (тупланыу), берләшеү; в ней соединились красота и ум унда аҡыл менән матурлыҡ бергә килгән 6. ҡушылыу; водород соединился с кислородом хим. водород кислород менән ҡушылған
СОЕДИНЯТЬ несов. см. соединить
СОЕДИНЯТЬСЯ несов. 1. см. соединиться 2. страд. от соединять
СОЖАЛЕНИЕ с 1. үкенес, үкенеү (тойғоһо); искреннее сожаление ысын күңелдән булған үкенеү 2. (сочувствие к кому-л.) ҡыҙғаныу (йәлләү) тойғоһо, әрнеү; смотреть с сожалением йәлләп ҡарау ♦ к великому (глубокому, крайнему) сожалению в знач. вводн. сл. үкенескә (ҡыҙғанысҡа) ҡаршы
СОЖАЛЕТЬ несов. 1. о чём үкенеү, ҡыҙғаныу; сожалею, что не могу помочь вам һеҙгә ярҙам итә алмауыма үкенәм 2. (испытывать сожаление о ком-чём-л.) йәлләү
СОЖЖЕНИЕ с см. сжечь 1; сожжение извести эзбиз яндырыу
СОЖИТЕЛЬ м 1. (по комнате, квартире) бергә тороусы (йәшәүсе), өйҙәш, бүлмәләш 2. разг. (любовник) һөйәр 3. (муж) ир
СОЖИТЕЛЬНИЦА ж 1. см. сожитель 1;
2. (любовница) һөйәркә 3. (жена) ҡатын, бисә
СОЖИТЕЛЬСТВО с (совместная жизнь) бергә тороу (йәшәү)
СОЖИТЕЛЬСТВОВАТЬ несов. (жить совместно ) бергә тороу (йәшәү)
СОЖРАТЬ сов.; прост., пренебр. ашау, тығыныу
СОЗВАНИВАТЬСЯ несов. см. созвониться
СОЗВАТЬ сов. кого-что саҡырыу, йыйыу; созвать гостей ҡунаҡ саҡырыу; созвать совещание кәңәшмә йыйыу
СОЗВЕЗДИЕ с 1. йондоҙлоҡ; созвездие Близнецов Игеҙәктәр йондоҙлоғо; созвездие Большой Медведицы Оло Етегән йондоҙлоғо 2. перен. йондоҙлоҡ, йондоҙҙар, исемдәр; созвездие имён шәхестәр исемлеге
СОЗВОНИТЬСЯ сов.; разг. телефондан (телефон аша) һөйләшеү, шылтыратыу, телефондан (телефон аша) һөйләшеп килешеү
СОЗВУЧИЕ с 1. муз. аһәң (килешле, яғымлы , матур көй); мелодичное созвучие моңло аһәң 2. лит. рифма, аһәңлелек; созвучие стиха шиғырҙың аһәңлелеге 3. перен. оҡшашлыҡ, ярашлыҡ, оҡшаш (ярашлы) булыу; созвучие с современностью заманға ярашлы булыу
СОЗВУЧНЫЙ, -ая, -ое 1. аһәңле, матур яңғырашлы; созвучные аккорды аһәңле аккордтар 2. перен. оҡшаш, ауаздаш, аһәңдәш; роман, созвучный эпохе заманға ауаздаш роман
СОЗДАВАТЬ несов. см. создать
СОЗДАВАТЬСЯ несов. 1. см. создаться 2. страд. от создавать
СОЗДАНИЕ с 1. см. создать 1, 4; создание научной теории ғилми теория барлыҡҡа килтереү 2. (произведение, творение) ижад, хеҙмәт, әҫәр; создания башкирских художников башҡорт рәссамдарының ижады 3. (живое существо — о человеке) зат, кеше; (о животном) йән эйәһе; милое создание мөләйем зат
СОЗДАТЕЛЬ м 1. (творец) ижад итеүсе, төҙөүсе, ойоштороусы, тыуҙырыусы, яратыусы, барлыҡҡа килтереүсе; создатель эпопеи эпопея тыуҙырыусы 2. рел. (Бог) Хоҙай, Алла
СОЗДАТЬ сов. кого-что 1. тыуҙырыу, ижад итеү; создать поэму поэма ижад итеү 2. (стать причиной чего-л.) булдырыу, барлыҡҡа килтереү, яратылыу, тыуҙырыу, яһау; труд создал человека хеҙмәт кешене барлыҡҡа килтергән 3. (обеспечить что-л.) булдырыу, тыуҙырыу, яһау; создать условия шарт тыуҙырыу 4. (организовать ) төҙөү, ойоштороу, нигеҙләү; создать армию армия төҙөү; создать спортивные группы спорт төркөмдәре ойоштороу
СОЗДАТЬСЯ сов. тыуыу, килеп тыуыу, барлыҡҡа килеү, яһалыу, яралтыу, төҙөлөү, ижад ителеү; создался новый коллектив яңы коллектив барлыҡҡа килде; создалось сложное положение ҡатмарлы хәл килеп тыуҙы
СОЗЕРЦАНИЕ с 1. см. созерцать; созерцание небесных тел күк есемдәрен күҙәтеү 2. (самоуглублённость ) хыял, хыялға бирелеү (сумыу) 3. филос. һиҙеү, күреү, ишетеү, тойоу
СОЗЕРЦАТЕЛЬНЫЙ, -ая, -ое книжн. 1. (характерный для созерцания) күҙәтеүсән; созерцательный вид күҙәтеүсән ҡиәфәт 2. (склонный к самосозерцанию) хыялый, хыялға бирелеүсән; созерцательная натура хыялый тәбиғәт
СОЗЕРЦАТЬ несов. кого-что; книжн. 1. күҙәтеү, ентекләп (иғтибар менән) күҙәтеү; созерцать природу тәбиғәтте күҙәтеү 2. (мысленно представлять) күҙаллау (уйҙа, хыялда)
СОЗИДАНИЕ с; высок. см. созидать; процесс созидания ижад итеү барышы; пафос созидания ижад итеү дәрте
СОЗИДАТЕЛЬ м; высок. барлыҡҡа килтереүсе, ижад итеүсе, тыуҙырыусы; народ — созидатель духовного богатства халыҡ — рухи байлыҡ тыуҙырыусы
СОЗИДАТЕЛЬНЫЙ, -ая, -ое высок. ижади; созидательный труд ижади хеҙмәт
СОЗИДАТЬ несов. кого-что; высок. барлыҡҡа килтереү, булдырыу, ижад итеү, төҙөү, тыуҙырыу
426