Урыҫса-башҡортса һүҙлек, З. Ғ. Ураҡсин редакцияһында. II том. 435 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Урыҫса-башҡортса һүҙлек, З. Ғ. Ураҡсин редакцияһында. II том

СОРНЫЙ
СОПРЯЖЁННОСТЬ ж бәйләнгәнлек, тоташҡанлыҡ
СОПРЯЖЁННЫЙ, -ая, -ое 1. прич. от сопрячь 2. прил.; тех. бер-береһенә бәйләнгән, бәйле; сопряжённые детали бер-береһенә бәйле деталдәр
СОПРЯЧЬ сов. см. сопрягать
СОПУТСТВОВАТЬ несов. 1. кому бергә барыу (йөрөү), юлдаш булыу; сопутствовать Другу ДУҪҡа юлдаш булыу 2. кому-чему; перен. бергә булыу, -ғанда/-гәндә булыу, юлдаш булыу, бер үк ваҡытта булыу; ему сопутствует удача уға уңыш юлдаш була
СОПУТСТВУЮЩИЙ, -ая, -ее 1. прич. от сопутствовать 2. прил. ҡушылған, бергә берләшкән (тоташҡан), бер үк ваҡытта булған; сопутствующие изменения бер үк ваҡытта булған үҙгәрештәр
СОР м сүп, сүп-сар, ҡый; вымести сор сүп һепереү ♦ вынести сор из избы яҡын кешеләр араһындағы ығы-зығыны ситкә сығарыу
СОРАЗМЕРИТЬ сов. что, с чем тиңләштереү, яраштырыу, тура (самаһына) килтереү; соразмерить расходы с доходами сығымдарҙы килемдәр менән тиңләштереү
СОРАЗМЕРНО нареч. и предлог 1. нареч. тура килгән, ярашлы 2. предлог с дат. п. (в соответствии с чем-л., согласно чему-л.) -ға/-гә ҡарап (күрә); тратить деньги соразмерно заработку аҡсаны эш хаҡына ҡарап тотоноу
СОРАЗМЕРНЫЙ, -ая, -ое тура килгән, шул тиклем үк, ярашлы, -ға/-гә (ҡарап) эшләнгән, тура килеп торған; соразмерные траты ярашлы тотоноуҙар
СОРАЗМЕРЯТЬ несов. см. соразмерить
СОРАЗМЕРЯТЬСЯ несов. 1. бер самала булыу, тура килеү 2. страд. от соразмерять
СОРАТНИК м и СОРАТНИЦА ж 1. көрәштәш, ҡоралдаш; соратник Салавата Юлаева Салауат Юлаевтың ҡоралдашы 2. (сподвижник, товарищ по какой-л. организации) иптәш, фекерҙәш, арҡазаш, көрәштәш
СОРВАНЕЦ м; разг. шаян (шуҡ) бала
СОРВАННЫЙ, -ая, -ое 1. прич. от сорвать 2. прил. ҡарлыҡҡан; сорванный голос ҡарлыҡҡан тауыш
СОРВАТЬ сов. что 1. өҙөү, өҙөп (йолҡоп) алыу; сорвать цветок сәскә өҙөү; сорвать яблоко алма өҙөү 2. ҡуптарыу, айырыу, айырып ташлау, ҡайырыу, ҡуптарып (ҡайырып, айырып) алыу; сорвать замок йоҙаҡты ҡайырып алыу 3. тартып (һыпырып) алыу; сорвать с головы шапку баштағы бүректе һыпырып алыу 4. боҙоу; сорвать резьбу һырын боҙоу 5. боҙоу, ҡарлығыу; сорвать голос тауыш ҡарлығыу; 6. перен. өҙөү, боҙоу; сорвать дело эште өҙөү; сорвать план планды өҙөү 7. на ком; перен., разг. - ға/ - гә төшөрөү, -ҙан/-ҙән үс (асыу) алыу; сорвать зло
на детях асыуҙы балаларға төшөрөү ♦ сорвать завесу (покров) фаш итеү; сорвать маску см. маска СОРВАТЬСЯ сов. 1. өҙөлөү, ысҡыныу, төшөү, өҙөлөп (ысҡынып) төшөү; пуговка сорвалась төймә өҙөлөп төштө; дверь сорвалась с петли ишек күгәненән ысҡынып төштө 2. емерелеп (ишелеп, ватылып) төшөү, йығылып төшөү; сорваться с горы тауҙан ишелеп төшөү; сорваться с дерева ағастан йығылып төшөү 3. ысҡыныу, ысҡынып китеү; собака сорвалась с цепи эт сылбырынан ысҡынған 4. перен. үҙеңде тота (тыя) алмау, үҙ-үҙенә баш була алмау; он совсем сорвался и наговорил много лишнего ул үҙ-үҙенә бөтөнләй баш була алмайынса артығын әйтеп ташланы 5. ҡапыл (яңылыш, ихтыярҙан тыш) ысҡыныу; сорваться с языка телдән ысҡыныу 6. боҙолоу; резьба сорвалась һыры боҙолған 7. боҙолоу, ҡарлығыу, үҙгәреү (тауышҡа ҡарата); голос сорвался тауыш ҡарлыҡты 8. перен., разг. барып сыҡмау, өҙөлөү; работа сорвалась эш барып сыҡманы ♦ как (будто, словно, точно) с цепи сорвался бәйҙән ысҡынған (эт) кеүек (тотанаҡһыҙ кеше тураһында)
СОРВИГОЛОВА м и ж; разг. үтә ҡыйыу (сая) кеше
СОРГАНИЗОВАТЬ сов. что; разг. 1. ойоштороу, төҙөү, ойоштороп ебәреү; сорганизовать спортивное общество спорт йәмғиәте ойоштороу 2. ойоштороу, әҙерләү, яйға һалыу; сорганизовать производство етештереүҙе яйға һалыу 3. кого ойоштороу, берләштереү, туплау; сорганизовать народные массы халыҡ массаларын туплау
СОРГАНИЗОВАТЬСЯ сов.; разг. 1. барлыҡҡа килеү, ойошоу; сорганизовался новый коллектив яңы коллектив барлыҡҡа килде 2. во что берләшеү, ойошоу; дети сорганизовались балалар берләштеләр
сОрго с нескл. сорго
СОРЕВНОВАНИЕ с 1. см. соревноваться; вызвать на соревнование ярышырға саҡырыу 2. мн. соревнования ярыш, уҙыш; лыжные соревнования саңғы ярыштары; проводить соревнования ярыш үткәреү
СОРЕВНОВАТЬСЯ несов. ярышыу, уҙышыу; соревноваться в беге йүгереү буйынса ярышыу; соревноваться в учёбе уҡыуҙа ярышыу
СОРИНКА ж сүп, ҡый бөртөгө (остоғо);
в глаз попала соринка күҙгә сүп төштө
СОРИТЬ несов. чем 1. без доп. ҡыйлау, сүпләү; сорить в комнате бүлмәне ҡыйлау 2. перен., разг. туҙҙырыу, әрәм-шәрәм итеү, елгә осороу; сорить деньгами аҡса туҙҙырыу
сОрный, -ая, -ое 1. в разн. знач. сүп, ҡый, сүп ...ы, ҡый ...ы; сорная трава сүп үләне; сорное ведро сүп биҙрәһе 2. в разн. знач. ҡыйлы, сүпле; сорная крупа сүпле ярма; сорное поле ҡыйлы баҫыу
435